Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Их, тығындар, тығындар...
– Эшкә һуңланыҡ, ике сәғәт ултырҙыҡ...
– Ауылдан сәғәт ярымда килеп етһәк, Өфөгә шул сама инә алмай хитлан­дыҡ. Ташбаҡа кеүек шы­уыш­тыҡ...
Эйе, һуңғы йылдарҙа баш ҡалала иртәле-кисле юлдағы мәхшәр оло бәләгә әүерелде. Кемдер тығынға эләкмәйем тип өйөнән ваҡытынан алда сығып китә, сабыйын иртәрәк булһа ла мәктәпкә илтергә тырыша. Йәнә йәшерен-батырын түгел: ауылдарҙа эш урындары етмәү сәбәпле яҡын-тирә райондарҙа йәшәгән кешеләрҙең шаҡтайы хәҙер иртән Өфөгә ашыға, көсөргәнеште арттыра. Шул сәбәпле, эш урынына һуңлап, күңелһеҙ хәлдәргә дусар булғандар аҙмы!



Был проблема Ер шарының бар­лыҡ илдәре өсөн хас. Уның йылдан-йыл үҫә барыуы киңерәк күре­неш ала. Хатта ҡайһы бер илдәр “донъялағы иң ҙур тығын” тигән ярыш иғлан итеп, беренселек өсөн көрәшә. Нимә генә тимәйек, кешелек донъя­һы алға бара, автомобилдәр һаны арта. Бынан егерме йыл элек “тимер ат” һирәк кешеләрҙә генә бул­һа, хә­ҙер һәр ғаиләлә икешәр, өсәр маши­на бар. Сөнки бының тор­мо­шо­боҙ­ҙағы уңайлығы хаҡында әй­теп тора­һы түгел. Бынан йөҙәр йыл­дар элек халыҡ бер заман ошондай көн тыуыр тип башына ла килтермәгәндер.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йыл­дар­ҙа эш мәсьәләһе киҫкен тора. Хатта ошондай хәлдә лә халыҡ иң тәүҙә йәшәгән еренә яҡын булыу-булмауын иҫәпкә ала. Ҙур ҡала­лар­ҙа теге йәки был кандидатураны ҡарағанда уның ҡайҙа йәшәүен дә иҫәпкә алған төбәктәр бар. Хеҙ­мәт урынына ваҡытында килеп етә ал­ма­ғандарҙың эш һөҙөмтәһе лә бик шәптән булмаясағы аңлашыла торғандыр.
Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа ҡалалағы юлдар көсөргәнешлеген кәметеү ниәтендә шаҡтай эштәр башҡа­рылды. Өфөнөң Шамонин биҫтәһенә илткән юлда – Ҡариҙел, Затон биҫтә­һенә сыҡҡан урында Ағиҙел йылға­һы аша күпер файҙаланыуға тапшырылды. Йәнә бер нисә күпер тө­ҙөү планлаштырыла. Әлбиттә, ҡа­сан­дыр Салауат Юлаев проспекты төҙөлмәһә, бөгөн Өфөләге юл торо­шон күҙ алдына килтереү мөмкин булмаҫ ине.
Донъя тәжрибәһе миллионлы ҡалаларҙағы тығындарҙан ҡотолоу өсөн метронан да ҡулай транспорт төрө юҡлығын күрһәтә. Был йәһәттән ҡасандыр Өфө халҡы ҡалала ер аҫты юлы булыр тип тә өмөтләнде. 1981 йылда СССР-ҙың Дәүләт планы Өфөлә метрополитенды проект­лауға рөхсәт бирә. Был эште “Метрогипротранс” Мәскәү үҙәк институтына йөкмәтәләр. Проекттың баш инженеры итеп Калькутта, Будапешт һәм СССР-ҙың башҡа ҡалаларын­дағы метро планын тормошҡа ашыр­ған В. Сеславинский тәғәйенләнә. 1983 йылда төҙөлөштөң техник-иҡ­тисади нигеҙләнгән өлөшө тамамлана. Ә 1987 йылда ҡала Сове­тын Химпром менән тоташтырған дүрт станциялы дөйөм хаҡы 180 мил­лион һум тәшкил иткән эштең башланғыс проекты әҙерләнеп бөтә.
Метроны проектлау 90-сы йыл­дар­ҙа ла дауам итә. 1993 йылда метро­политендың генераль схема­һы институтҡа тапшырыла, ә ярты йылдан һуң беренсе ер аҫты эштә­рен тамамлау хаҡында отчет бирелә.
1996 йылдың майында Рәсәй Президенты Борис Ельциндың Өфөгә килгәне күптәрҙең хәтерен­дәлер. Ошо сәфәрендә ул метроға тәүге нигеҙ ташын һала. Ә икенсе июлдә проект Рәсәй Төҙөлөш ми­нистрлығы тарафынан раҫлана һәм федераль программаға инде­релә. 16 сентябрҙә иһә республика Хөкү­мәте уны төҙөй башлау һәм тәүге сираты 2007 йылда тап­шырыла­сағы хаҡында ҡарар ҡабул итә. Ә бер аҙҙан көтөлмәгән хәл була. Ҡала хакимиәте етәксеһе уның төҙөл­мәйәсәген иғлан итә, имеш, был үтә ҡыйбатҡа төшә... Мәҫәлән, тәүге сиратын сафҡа баҫтырыу өсөн 35 миллиард һум аҡса кәрәк була. Шулай итеп, проект архивҡа тапшырыла һәм унда 10 йыл самаһы ята. 2006 йылда “Ленгипрогор” генпланды иҫәптән сығара.
Бәғзеләрҙең бөгөн Өфөлә метро тураһында һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ, бындағы ер ҡатламы хәүефле, ҡала карст ҡатламы өҫтөндә урынлашҡан тигән фекерҙе алға һөрөүен белгес­тәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип бара. Мәҫәлән, Санкт-Петербург метроһының күпселек өлөшө һаҙ­лыҡта урынлашҡан.
“Әлбиттә, метро төҙөү – ҡатмар­лы эш, шулай уҡ ҙур сығым талап итә. Әммә нисек кенә булмаһын, уның һөҙөмтәһен башҡа саралар менән сағыштырыу мөмкин түгел”, ти бел­гестәр. Быны һуңғы йылдарҙа Өфө­лә тығынды кәметеү йәһәтенән башҡарылған эштәр ҙә күрһәтә. Ҡа­ла­быҙҙың йәшел ҡалҡаны булған шаҡтай ағастар киҫелде, тротуарҙар иҫәбенә юлдар киңәйтелде. Октябрь проспектындағы трамвай юлының бай­таҡ өлөшө алып ташланды, юл айырсалары барлыҡҡа килде. Шулай ҙа тығындар артҡандан-арта. Был аңлашыла: сәнә­ғәт үҙәге булған Өфө йылдам үҫә, йорттар төҙөлә, бын­да үҙе­беҙҙең республиканан ғына түгел, элекке союздаш респуб­ликаларҙан да меңәрләгән халыҡ эш эҙләп килә, төпләнә, балалар үҫтерә.
Йәнә ҡайһы бер илдәрҙең тығын мәсьәләһен тиҙ йөрөшлө трамвай­ҙар ярҙамында хәл итеүе лә билдә­ле. Бынан байтаҡ йылдар Германия­ның сәнәғәт үҙәге булған Рурҙың өс ҡалаһы араһында трамвай ебә­релә. Ул махсус коридор буйынса юғары тиҙлектә йөрөй һәм ҡалалағы ығы-зығынан ҡотҡара. Тәүге проект Волгоградта тормошҡа ашырыла. Ә унан һуң Өфөләге транспорт көсөр­гә­нешлеген тиҙлекле трамвай һәм башҡа транспорт төрҙәре иҫәбенә кәметеү хаҡында уйлайҙар. 1971 йыл­да ҡала етәкселеге шундай уҡ транспорт төрөн булдырыуға ри­залыҡ бирә. Бер нисә йылдан Волгоградта трамвай юлын метроға күсереү эше башланғас, Өфөлә был юҫыҡта һүҙ туҡтатыла. Бынан бер нисә йыл элек тиҙлекле трамвай юлы булдырыу өсөн парктағы ағас­тарҙы киҫә башлағас, тәбиғәтте яҡ­лаусылар тарафынан шау-шыу ҡу­бып, был эш тағы туҡталып ҡалғайны.
Ошо көндәрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары кәңәшмә үткәрҙе. Быға Башҡортостанға Ҡытайҙың Чунцин провинцияһы эшҡыуарҙары килеүе сәбәпсе булды. Ҡунаҡтар беҙҙең автотранспорт хәрәкәте менән ҡы­ҙыҡ­һынған. Улар башҡа автомобиль юлы проекттары менән бергә Өфөлә һауа юлы буйлап йөрөгән трамвай линияһы төҙөргә тәҡдим итә. Уның маршруты буйынса бер нисә вариант булған, өҫкә күтәрелгән эстакадалар буйынса Шакша биҫтәһенән Өфөнөң Октябрь проспекты һәм үҙәк аша аэропортҡа тиклем бара­саҡ юлды һайлағандар. Дөрөҫ, әлегә был мәсьәлә буйынса ике яҡлы ки­ле­шеүгә ҡул ҡуйылмаған. “Һауанан йө­рөгән был юл әле булған автомобиль юлдарына һәм уларҙағы хәрәкәткә бер нисек тә ҡамасау­ла­мая­саҡ, ҡытайҙар был линияны тиҙ ваҡыт эсендә төҙөп бөтөргә вәғәҙә итә”, – ти дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.
Матур идея. Тик ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫ тип ышанғы килә. Нимә генә тимә, Өфө географик йәһәттән үҙәктә урынлашҡан. Республикалағы тәбиғи байлыҡ, уның шарттары, етеш­тереү көсө һәм иҡтисади күрһәткес­тәр, башҡа шарттар артабан да үҫеш мөмкинлеге хаҡында һөйләй. Тимәк, ҡаланың ҡеүәте арта, был иһә халыҡтың күбәйә һәм пассажир­ҙар ағымының тығыҙлана барыуын күрһәтә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872