Их, тығындар, тығындар...28.03.2017
– Эшкә һуңланыҡ, ике сәғәт ултырҙыҡ...
– Ауылдан сәғәт ярымда килеп етһәк, Өфөгә шул сама инә алмай хитландыҡ. Ташбаҡа кеүек шыуыштыҡ...
Эйе, һуңғы йылдарҙа баш ҡалала иртәле-кисле юлдағы мәхшәр оло бәләгә әүерелде. Кемдер тығынға эләкмәйем тип өйөнән ваҡытынан алда сығып китә, сабыйын иртәрәк булһа ла мәктәпкә илтергә тырыша. Йәнә йәшерен-батырын түгел: ауылдарҙа эш урындары етмәү сәбәпле яҡын-тирә райондарҙа йәшәгән кешеләрҙең шаҡтайы хәҙер иртән Өфөгә ашыға, көсөргәнеште арттыра. Шул сәбәпле, эш урынына һуңлап, күңелһеҙ хәлдәргә дусар булғандар аҙмы!
Был проблема Ер шарының барлыҡ илдәре өсөн хас. Уның йылдан-йыл үҫә барыуы киңерәк күренеш ала. Хатта ҡайһы бер илдәр “донъялағы иң ҙур тығын” тигән ярыш иғлан итеп, беренселек өсөн көрәшә. Нимә генә тимәйек, кешелек донъяһы алға бара, автомобилдәр һаны арта. Бынан егерме йыл элек “тимер ат” һирәк кешеләрҙә генә булһа, хәҙер һәр ғаиләлә икешәр, өсәр машина бар. Сөнки бының тормошобоҙҙағы уңайлығы хаҡында әйтеп тораһы түгел. Бынан йөҙәр йылдар элек халыҡ бер заман ошондай көн тыуыр тип башына ла килтермәгәндер.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа эш мәсьәләһе киҫкен тора. Хатта ошондай хәлдә лә халыҡ иң тәүҙә йәшәгән еренә яҡын булыу-булмауын иҫәпкә ала. Ҙур ҡалаларҙа теге йәки был кандидатураны ҡарағанда уның ҡайҙа йәшәүен дә иҫәпкә алған төбәктәр бар. Хеҙмәт урынына ваҡытында килеп етә алмағандарҙың эш һөҙөмтәһе лә бик шәптән булмаясағы аңлашыла торғандыр.
Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа ҡалалағы юлдар көсөргәнешлеген кәметеү ниәтендә шаҡтай эштәр башҡарылды. Өфөнөң Шамонин биҫтәһенә илткән юлда – Ҡариҙел, Затон биҫтәһенә сыҡҡан урында Ағиҙел йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырылды. Йәнә бер нисә күпер төҙөү планлаштырыла. Әлбиттә, ҡасандыр Салауат Юлаев проспекты төҙөлмәһә, бөгөн Өфөләге юл торошон күҙ алдына килтереү мөмкин булмаҫ ине.
Донъя тәжрибәһе миллионлы ҡалаларҙағы тығындарҙан ҡотолоу өсөн метронан да ҡулай транспорт төрө юҡлығын күрһәтә. Был йәһәттән ҡасандыр Өфө халҡы ҡалала ер аҫты юлы булыр тип тә өмөтләнде. 1981 йылда СССР-ҙың Дәүләт планы Өфөлә метрополитенды проектлауға рөхсәт бирә. Был эште “Метрогипротранс” Мәскәү үҙәк институтына йөкмәтәләр. Проекттың баш инженеры итеп Калькутта, Будапешт һәм СССР-ҙың башҡа ҡалаларындағы метро планын тормошҡа ашырған В. Сеславинский тәғәйенләнә. 1983 йылда төҙөлөштөң техник-иҡтисади нигеҙләнгән өлөшө тамамлана. Ә 1987 йылда ҡала Советын Химпром менән тоташтырған дүрт станциялы дөйөм хаҡы 180 миллион һум тәшкил иткән эштең башланғыс проекты әҙерләнеп бөтә.
Метроны проектлау 90-сы йылдарҙа ла дауам итә. 1993 йылда метрополитендың генераль схемаһы институтҡа тапшырыла, ә ярты йылдан һуң беренсе ер аҫты эштәрен тамамлау хаҡында отчет бирелә.
1996 йылдың майында Рәсәй Президенты Борис Ельциндың Өфөгә килгәне күптәрҙең хәтерендәлер. Ошо сәфәрендә ул метроға тәүге нигеҙ ташын һала. Ә икенсе июлдә проект Рәсәй Төҙөлөш министрлығы тарафынан раҫлана һәм федераль программаға индерелә. 16 сентябрҙә иһә республика Хөкүмәте уны төҙөй башлау һәм тәүге сираты 2007 йылда тапшырыласағы хаҡында ҡарар ҡабул итә. Ә бер аҙҙан көтөлмәгән хәл була. Ҡала хакимиәте етәксеһе уның төҙөлмәйәсәген иғлан итә, имеш, был үтә ҡыйбатҡа төшә... Мәҫәлән, тәүге сиратын сафҡа баҫтырыу өсөн 35 миллиард һум аҡса кәрәк була. Шулай итеп, проект архивҡа тапшырыла һәм унда 10 йыл самаһы ята. 2006 йылда “Ленгипрогор” генпланды иҫәптән сығара.
Бәғзеләрҙең бөгөн Өфөлә метро тураһында һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ, бындағы ер ҡатламы хәүефле, ҡала карст ҡатламы өҫтөндә урынлашҡан тигән фекерҙе алға һөрөүен белгестәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип бара. Мәҫәлән, Санкт-Петербург метроһының күпселек өлөшө һаҙлыҡта урынлашҡан.
“Әлбиттә, метро төҙөү – ҡатмарлы эш, шулай уҡ ҙур сығым талап итә. Әммә нисек кенә булмаһын, уның һөҙөмтәһен башҡа саралар менән сағыштырыу мөмкин түгел”, ти белгестәр. Быны һуңғы йылдарҙа Өфөлә тығынды кәметеү йәһәтенән башҡарылған эштәр ҙә күрһәтә. Ҡалабыҙҙың йәшел ҡалҡаны булған шаҡтай ағастар киҫелде, тротуарҙар иҫәбенә юлдар киңәйтелде. Октябрь проспектындағы трамвай юлының байтаҡ өлөшө алып ташланды, юл айырсалары барлыҡҡа килде. Шулай ҙа тығындар артҡандан-арта. Был аңлашыла: сәнәғәт үҙәге булған Өфө йылдам үҫә, йорттар төҙөлә, бында үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, элекке союздаш республикаларҙан да меңәрләгән халыҡ эш эҙләп килә, төпләнә, балалар үҫтерә.
Йәнә ҡайһы бер илдәрҙең тығын мәсьәләһен тиҙ йөрөшлө трамвайҙар ярҙамында хәл итеүе лә билдәле. Бынан байтаҡ йылдар Германияның сәнәғәт үҙәге булған Рурҙың өс ҡалаһы араһында трамвай ебәрелә. Ул махсус коридор буйынса юғары тиҙлектә йөрөй һәм ҡалалағы ығы-зығынан ҡотҡара. Тәүге проект Волгоградта тормошҡа ашырыла. Ә унан һуң Өфөләге транспорт көсөргәнешлеген тиҙлекле трамвай һәм башҡа транспорт төрҙәре иҫәбенә кәметеү хаҡында уйлайҙар. 1971 йылда ҡала етәкселеге шундай уҡ транспорт төрөн булдырыуға ризалыҡ бирә. Бер нисә йылдан Волгоградта трамвай юлын метроға күсереү эше башланғас, Өфөлә был юҫыҡта һүҙ туҡтатыла. Бынан бер нисә йыл элек тиҙлекле трамвай юлы булдырыу өсөн парктағы ағастарҙы киҫә башлағас, тәбиғәтте яҡлаусылар тарафынан шау-шыу ҡубып, был эш тағы туҡталып ҡалғайны.
Ошо көндәрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары кәңәшмә үткәрҙе. Быға Башҡортостанға Ҡытайҙың Чунцин провинцияһы эшҡыуарҙары килеүе сәбәпсе булды. Ҡунаҡтар беҙҙең автотранспорт хәрәкәте менән ҡыҙыҡһынған. Улар башҡа автомобиль юлы проекттары менән бергә Өфөлә һауа юлы буйлап йөрөгән трамвай линияһы төҙөргә тәҡдим итә. Уның маршруты буйынса бер нисә вариант булған, өҫкә күтәрелгән эстакадалар буйынса Шакша биҫтәһенән Өфөнөң Октябрь проспекты һәм үҙәк аша аэропортҡа тиклем барасаҡ юлды һайлағандар. Дөрөҫ, әлегә был мәсьәлә буйынса ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылмаған. “Һауанан йөрөгән был юл әле булған автомобиль юлдарына һәм уларҙағы хәрәкәткә бер нисек тә ҡамасауламаясаҡ, ҡытайҙар был линияны тиҙ ваҡыт эсендә төҙөп бөтөргә вәғәҙә итә”, – ти дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.
Матур идея. Тик ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫ тип ышанғы килә. Нимә генә тимә, Өфө географик йәһәттән үҙәктә урынлашҡан. Республикалағы тәбиғи байлыҡ, уның шарттары, етештереү көсө һәм иҡтисади күрһәткестәр, башҡа шарттар артабан да үҫеш мөмкинлеге хаҡында һөйләй. Тимәк, ҡаланың ҡеүәте арта, был иһә халыҡтың күбәйә һәм пассажирҙар ағымының тығыҙлана барыуын күрһәтә.