Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Шишмә”лә эштәр бешә
Дүртөйлө яҡтарына тәүгә барыуыбыҙ түгел. Юлыбыҙ йыш төшә. Төрлө мәҙәни саралар булһынмы, райондың күренекле шәхестәре тура­һында мәҡәлә әҙерләйекме, алдынғы белем усаҡтары хаҡында яҙайыҡмы, йүнсел эшҡыуарҙары менән осрашайыҡмы, ҡыҫҡаһы, төбәктә тормош гөрләй. Бигерәк тә ауыл хужалығы тармағында. Ниндәй генә миҙгелдә килһәк тә, эш тынмай. Көҙөн — ураҡ, яҙын — сәсеү, ҡышын — йәйгә, йә­йен ҡышҡа әҙерлек тигән­дәй. Был юлы ла райондың “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре беҙҙе эш өҫтөндә ҡаршы алды.


— Сәсеүгә әҙерлекте тамамлап, техникаларҙы майлап-барлап, орлоҡтарҙы рәткә килтереп ятҡан көнөбөҙ, — тип ҡаршы алды беҙҙе йәмғиәт рәйесе Раил Гәрәев. — Быйыл күпйыллыҡ үләндәрҙе яңыртырға ине. Ошо маҡсаттан өс тоннанан ашыу люцерна орлоғо һатып алдыҡ. “Шишмә”лә эштәр бешә
— Техникаларығыҙ етәме һуң? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
— Уныһына ҡытлыҡ юҡ. Былтыр ғына яҡынса 2 миллион 400 мең һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алдыҡ: һабан, бесән сапҡыс, ағыу һипкес, ике комплект транспор­тер, ике үлсәгес, мал аҙығын тара­тырға миксер, — ти Раил Фаат улы.
Әйткәндәй, хужалыҡта малды ла күпләп үрсетәләр. Бөгөнгө көндә Шишмә, Етембәк, Һикәлекүл фермаларында бөтәһе 2133 баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 500-ҙән ашыу һыйыр иҫәпләнә. Ферма мөдирҙәре Азат Маннанов, Илшат Сәрүәров, Салауат Авзалов, тоҡомсолоҡ заводының баш зоотехнигы һәм мал врачы Илшат Аҡмөхәмәтовтың тырышлығы менән был тармаҡта ла эштәр алға бара.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа йәмғиәт “500 ферма” республика программаһынан бик ҙур файҙа күргән. Уның нигеҙендә Һикәлекүл фермаһындағы бинаны төҙөкләндергәндәр, етештерелгән продукцияға, һөрөнтө ерҙәргә, тоҡомло малдар үрсетеүгә субсидия алғандар.
Шулай ҙа уңыштарҙың нигеҙендә тәү сиратта эш тип янған тырыш хеҙмәткәрҙәр икәнен дә оноторға ярамай. Һәр ҡаҙаныш, һәр еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек, ниндәйҙер кимәлдә хатта сабырлыҡ аша яулана. “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводына был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала. Коллектив татыу. Ер йылыһын тойоп үҫкән, ер һулышын күңелдәре менән тойоп йәшәгән ауыл кешеләре, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Әйтәйек, һауынсылар Әлфиә Бакирова, Гөлнара Ғәлиева, Винера Исхаҡова, Нәзилә Саматова үҙ эштәренең оҫтаһы тип танытһалар, быҙау ҡараусылар Гөлназ Фаррахова, Рафаэль Ғәниев, Гөлшат Сәйфетдинова, Гөлшат Ғаббасова ла яҡшы иҫәптә бында. Хеҙмәт алдынғылары хаҡында әллә күпме маҡтау һүҙҙәре ишеттек, күптәрен уңған хужабикә, өлгөлө әсәй тип тә белдек.
— Хеҙмәт кешеһе өсөн ҡулдан килгәнсә уңайлы шарттар булды­рырға тырышабыҙ. Һауынсы­ларыбыҙ хәҙер элекке кеүек феләк күтәреп һөт ташып йөрөмәй, бөтә биналар ҙа йылытыла, һыу менән тәьмин ителгән, йыл әйләнәһенә ашхана эшләй, халыҡты силостан, һаламдан өҙгән юҡ, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ, — ти хужалыҡ рәйесе.
Ҡышты юғалтыуҙарһыҙ сыҡҡан хужалыҡ. Мал аҙығына ҡытлыҡ булмаған. Әле һыйырҙары быҙау­лап, мал һаны тағы арта төшкән. Аҙыҡ етерлек булғас, быҙауҙар ҙа көр. Ауыл хужалығы тармағы өсөн ғәҙәти бер күрһәткестәр булһа ла, был да бик мөһим. Яуаплылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе. “Иң мөһиме, ҡара ергә аяҡ баҫтыҡ. Хәҙер ең һыҙғанып тағы ла эшкә, яңы үрҙәргә, ҡаҙаныштарға”, — ти Дүртөйлө уңғандары.





Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә