Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Луганск Баймаҡҡа ҡарағанда ла яҡыныраҡ”
Гуманитар ярҙам менән бөтәһе – ете тапҡыр, шуның бишәүһендә үҙемдең шәхси автомобилемдә барҙым
“Луганск Баймаҡҡа ҡарағанда ла яҡыныраҡ”Ялҡаулыҡ үтә көслөмө, әллә бүтән төрлө һылтауҙан ҡотола алмайбыҙмы, ҡайһы саҡ ҡул һуҙымындай яҡындағы туғандарҙың хәлен белешергә, хатта тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнергә ваҡыт таба алмайбыҙ. Дәүләт транспортын көтәһе түгел йәки такси саҡырырға ла кәрәкмәй. Һуң үҙеңдең шәхси автомобилең һине көтөп ултыра ла-баһа! “Ошо шәмбегә әҙерләнәм”, “киләһе байрамға планлаштырайыҡ” тип алдағы көндәргә һаман күсерәбеҙ. Хатта килеп алып, кире илтеп ҡуйыусы изге йәндәр табылған хәлдә лә кисектереү өсөн төрлөсә сәбәп эҙләйбеҙ. Ә бына был йәһәттән “Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән РӘЖӘПОВ – күптәргә өлгө. Ул үҙенең шәхси автомобилендә Луганск Халыҡ Республикаһына сәфәр сығырға ваҡыт таба. Уның менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.
– Беренсе тапҡыр сәфәр сығыуы­ғыҙҙы хәтерләйһегеҙҙер. Ул нимәһе менән иҫтә ҡалды?
– Тәүҙә күңелгә ҡурҡыу түгел, ә, “нисегерәк килеп сығыр?” тигән борсолоу инеп оялауын йәшермәйем. Хәйер, бындай тойғо менән алыҫҡа юлланған һәр кем осраша торғандыр. Тәүге тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына 2015 йылдың октябрь айында юлландыҡ. Маҡсатыбыҙ – гуманитар ярҙам күрһәтеү.
Беренсенән, уйынлы-ысынлы әйткәндә, Башҡортостан юлдары “йоҡлатырлыҡ” – үҙеңде кәмәләге шикелле хис итәһең. Дивандың ҡәҙере ҡаҡ урындыҡҡа ятҡас беленә, тиҙәр. Октябрьский ҡалаһынан һуң Татарстан һәм Һамар яҡтарында һелкетә башланы, уяулыҡты арттырҙыҡ. Ойоп китмәҫ өсөн ундайҙары ла кәрәктер.
Икенсенән, әлбиттә, төрлө кеше бар, шулай ҙа күп водителдәрҙең бер-береһенә теләктәшлеге шатландырҙы. Бер-бере­ңә юл биреү, бәләгә тарығанда яр­ҙамға ашығыу, бүтән төрлө хәстәрлек күрһәтеү кеүек изге сифаттарҙы күреп, дальнобой­щик­тарға ҡарата хөрмәтем бермә-бер артты.
Өсөнсөнән, тамаҡ ялғап алыу һәм ҡунып сығыу урындарының тәүлек әйлә­нәһенә хеҙмәтләндереүе, улар ҡарама­ғындағы автосервистың һәм “шиномонтажка”ның да эшләүе, заправкаларҙың йыш урынлашыуы шулай уҡ бик тә уңайлы. Ҡыҫҡаһы, сәйәхәтебеҙ беҙ көткәнгә ҡарағанда ла яҡшы килеп сыҡты. Унан ҡайтыуға тағы шул тарафтарға әҙерләнә башланыҡ. Ни өсөн тигәндә, бындағы халыҡтың Яңы йылға хөрт әҙерлеген, шыршыға, бүтән төрлө биҙәүес әйберҙәренә, уйынсыҡтарға мохтажлығын күреп, әсенеп ҡайттыҡ. Ошолар тағы сәфәргә әйҙәне.
– Луганскиҙы Баймаҡ кеүек яҡын күреп алдығыҙ түгелме? Әлегеләй өс айға ике тапҡыр тыуған яғың Баймаҡ районына ла ҡайтмайһың шикелле...
– Юл төшкәндә ашҡынып торам тыуған төйәгемә, юҡ сәбәпте бар итеп тә туған­дарым янына юлланам. Сыңғыҙ ауылына оҙаҡ ҡайтмаһам, әсәйем: “Луганск Бай­маҡҡа ҡарағанда ла яҡыныраҡмы әллә?!”, – тип мәрәкәләй. Ғәзиз кешемдең кинә­йәһен аңлайым. Ә дөйөм алғанда, Луган­скиға бөтәһе – ете тапҡыр, шуның бишәү­һендә үҙемдең шәхси автомоби­лемдә барҙым. Сираттағы сәфәргә әҙерлек тамамланды тиерлек, ошо көндәрҙә йәнә юлға сығабыҙ.
– Гуманитар ярҙам ғына алып бараһығыҙмы?
– Рухи аҙыҡ тураһында ла онотмайбыҙ, әлбиттә. 2016 йылда дүрт тапҡыр барҙыҡ, шуның береһендә “Луганск Халыҡ Республикаһында V халыҡ-ара “Көй­гән биттәр” фестиваленең шаңдауы” тигән күләмле сара уҙғарҙыҡ, ул 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыл­лығына арналды. Унда, әлбиттә, тыныс түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ рухи күтәрелештә, юҡты бар итеп йәшәргә тырыша, яҡты киләсәккә ышана, йыр-моңдан айырылмаған.
Петровское ҡалаһында Шайморатов майҙанын гөл баҡсаһына әйләндергәндәр, Башҡорт атлылары скверы тәртиптә тотола, халыҡ бер тауыштан хуплағас, хәҙер 22-се урта мәктәп Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. “Луганский экономический союз” йәмәғәт хәрәкәте ағзалары генерал-майор Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе хәстәрләп, акция иғлан итте, имзалар йыйыуҙы ойоштора.
– Тимерйән Рәжәп улы, йәшерен-батырын түгел, берәүҙәр машинаһын айы­на бер тапҡыр ғына гаражынан сығарғанда, һеҙ унан төшмәйһегеҙ. Йәлке булып китмәйме?
– Улай уйлай башлаһаң, кейгән ботинкам, өҫтөмдәге кейемем, бүрегем туҙа тип өйҙә генә ятырғамы? “Тимер ат”ҡа байлыҡ тип түгел, ә хәрәкәт итеү сараһы тип ҡарау күпкә дөрөҫ.
– Белеүемсә, салонда һеҙ яңғыҙ түгел, фекерҙәштәрегеҙ ҙә бергә, өҫтә­үенә төрлө кәрәк-яраҡ тейәп ала­һығыҙ. Ауыр йөктө машина көсөргәнеп һөйрәмәйме?
– Бөгөн луганскиҙар нимәгә мохтажлыҡ кисерә, шуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, канцелярия тауарҙары – шуның асыҡ дәлиле. Күңел ҡушҡанды башҡарғанда, бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тоймайым.
– Гәзит уҡыусыларҙың автомоби­лең­дең маркаһын да белгеһе киләлер. Алыҫ юлды һайлаусылар ниндәй машинала елдерә?
– Төрлө маркалы машинам булды, “копейка”нан алып тигәндәй. Береһен дә яманламайым. Әле Ҡытай автомобилен һайланым, маркаһы – “CheryTiggo”. Крос­соверға ни етә! Ҡеүәтлеләрҙән һанала, уның менән урамда ниндәй һауа торошо хакимлыҡ итеүенә ҡарамаҫтан, бер ҙә ике­ләнмәйенсә юлға сығырға мөмкин, хатта таш яуып торғанда ла. Етмәһә, иркен, дө­рөҫ итеп һалғанда, күп әйберҙе һыйҙырып була.
– Ғөмүмән, быға хәтлем һеҙ алыҫ сәфәргә сыҡҡанығыҙ бар инеме?
– Күптән түгел яҡташ инәйҙән улының ҡайһы тарафтарҙа армияла булыуын һорағас: “Бәпкәм минең Өфөнөң кәртә аръяғында ғына хеҙмәт итә”, – тине. “Кәртә аръяғы” тигәс көлкө килеп китте. Баҡ­тиһәң, Алкинда һалдат һурпаһын эсә икән. Афғанстан яҡтарында интернациональ бурысты үтәнем, был илде арҡырыға-буйға киҫтем. Рәсәй Эске эштәр ми­нистрлығының бойороғо нигеҙендә, Чечняла командировкала булдым. Шуларҙы уйлайһың да, Украина тарафтарына юлланыу ябай ғына тойола. Ә 430 саҡрымлыҡ Өфө – Баймаҡ араһы бөтөнләй сүп кенә...
– Ә Өфөнән Луганск ҡалаһына хәтлем нисә саҡрым? Сағыштырыу өсөн: элек Миңлеғәле Шайморатов дивизияһы менән һыбай үткән, әле һеҙ “тимер ат”та...
– Бер яҡҡа ике мең километрҙан саҡ ҡына күберәк. Ул араны көн ярым эсендә үтеүселәрҙең барлығын да беләм. Әммә беҙ улай итмәйбеҙ. Ашыҡҡан түгел, бо­йор­ған етә, тиҙәрме әле? Ял итә-итә ба­рабыҙ. Мотлаҡ туҡтап китә торған уры­ныбыҙ бар. 200 километр үткәс, иң беренсе Октябрьский ҡалаһы янындағы туҡталҡала нығынып алыу тигән яҙылмаған ҡанун йәшәй. Унан инде Һарытау өлкәһендәге “Фортуна” кафеһында тамаҡ ялғайбыҙ, артабан Ростов өлкәһендәге Ново-Шахтинск ҡалаһында таможня үтергә әҙер­ләнәбеҙ. Аҙаҡҡыһы – Луганскиҙың Петровское ҡалаһы. Яҡынса алғанда ике тәүлек ваҡыт юлда үтә. Әйткәндәй, гуманитар йөктө теге яҡҡа сығара торған тәғәйен көн булдырылған – Ново-Шах­тинскиға шаршамбыға барып етеүҙе күҙ уңында тотоу зарур. Һуңланың икән, тағы ла бер аҙнаны көтөргә мәжбүр буласаҡһың. Таможняның үҙенең нескәлектәре күп кенә – һәр нәмәне алдан килограмлап үлсәп, уларҙы рәсмиләштерәһең, документтарҙы Дондағы Ростов ҡалаһына ебәрәһең һәм башҡалар.
– Алыҫ юл йөрөгәндә иң беренсе нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
– Рулдә саҡта дүрт тәгәрмәстең дә ҡайһылай йүгереүен (соҡорға эләкмәгәнме, шыма йәки ҡытыршы асфальттан барамы, тәгәрмәстең тыны сыҡмағанмы) белмәгән шоферҙың киләсәген күрмәйем. Маши­наңдың тын алышын дөрөҫ тойомлау өсөн күп тә кәрәкмәй. Бары тик һиҙгерлек, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ кеүек сифаттар иң беренсе урында торалыр.
Йыраҡ сәфәр алдынан – тулыһынса, ә унан ҡайтҡас, өлөшләтә автомобилдең техник торошона күҙәтеү үткәрергә күнек­кәнмен. Бынан тыш үҙем дә йыш ҡына капотты асам, аҫтына күҙ һалам. Тимер бит, теге йәки был ере ысҡынып тороуы ла ихтимал, май ағыҙһа, шыйыҡсалар өҫтәлә. Ә инде автосервистан сыҡҡанда “ҡорос ат”ыңдың сәғәт шикелле текелдәүен ишетеп йөрәк тыныслана.
– Тимерйән Рәжәп улы, һорауҙарға ҡыҙыҡлы яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәх­мәт! Һеҙ ифрат ҙур миссия башҡара­һығыҙ – мохтаждарға ярҙам итеүҙе, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәң­геләштереүҙе алға һөрәһегеҙ. Килә­сәк­тә лә юлығыҙ уң, эштәрегеҙ ырамлы барһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21