Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөйөк Цезарь булам тимә...
Нилектән берәүҙәрҙең барлыҡ эше ваҡытында башҡарыла, һәр әйбере үҙ урынында, улар көн дауамында күп нәмәгә өлгөрә? Ә икенселәр көнө буйы нисек кенә тырышмаһын, ең һыҙғанып тир түкмәһен, ни өсөн алдындағы бурыстарын мәлендә үтәй алмай? Эйе, күп нәмә беҙҙең холоҡ-фиғел үҙенсәлектәренә бәйләнгән: кемдер барыһын да етеҙ генә эшләп ҡуя, икенселәргә оҙағыраҡ ваҡыт талап ителә. Әммә быларҙан тыш ваҡытты урлаған башҡа факторҙар ҙа бар, улар менән танышайыҡ.
1. Кешеләргә “юҡ” тип әйтә белмәү. Ҡырылмаһа ҡырҡ эшегеҙ өйөлөп ятһа ла, башҡа кешеләрҙең үтенесен кире ҡаға алмайһығыҙ, һәм улар бынан оҫта файҙалана башлай. Эстән бының дөрөҫ һәм ғәҙел булмағанын аңлайһығыҙ, был хәл физик көсөгөҙҙө генә алып ҡалмай, кире хис-тойғо кисерергә лә дусар итә, иң мөһиме – ваҡытығыҙҙы урлай. Халыҡ әйтмешләй, бармаҡты һонһаң, бөтөн ҡулды тешләп ала торған һөмһөҙ әҙәмдәргә ҡәтғи дәлилдәр килтереп, мәлендә “юҡ” тип әйтә белергә кәрәк.
2. Перфекционизм. Үҙ-үҙеңә юғары талаптар ҡуйып, һәр эште еренә еткереп, ҡуйған ниәтеңә тура килтерергә тырышыу – бик маҡтаулы күренеш. Әммә ҡайһы бер осраҡта характерҙың был үҙенсәлеге кире яҡтан алып килеп һуғыуы ла бар. Яҡшы, өлгөлө һәм сифатлы итеп эшләнһә лә, кеше, ғәҙәттә, үҙ эшенән риза түгел, ул уны бер туҡтауһыҙ төҙәтергә, яҡшыртырға йә иһә ҡайтанан башларға ынтыла. Был уның бик күп ваҡытын, күңел көсөн ала. Башҡарылған эштән ҡәнәғәт булып, икенсеһенә күсеп, иғтибарҙы шуға йүнәлтеү отошло булыр. Бер эшкә генә әүрәп ултырһаң, башҡалары йыйылып китмәҫ тип кем әйтә ала?!
Халыҡта перфекционизмдың бер өлгөһө булараҡ, билдәле рәссам Илья Репиндың тарихы билдәле. Меценат Павел Третьяков үҙенең данлыҡлы галереяһының швейцарҙарына, әгәр ҙә рәссамдың ҡулында мольберт һәм бумала булһа, уны галереяға индермәҫкә тигән күрһәтмә биргән. Был хәл-ваҡиғаның сәбәбе – Репиндың күргәҙмәгә ҡуйылған картиналарында ниндәйҙер етешһеҙлектәр табып, уларҙы шунда уҡ төҙәтергә, тағы ла яҡшыртырға ынтылыуында.
3. Бер юлы барлыҡ эште лә алып барырға тырышыу. Бер эште еренә еткереп тамамлағандан һуң, икенсеһен башлау урынына ҡайһы берәүҙәр бер нисә бурысты бер юлы башҡарырға маташа. Әлбиттә, телефондан һөйләшкән арала компьютерҙа текст йыйырға йә иһә китап-журналдан кәрәкле мәғлүмәтте табырға күптәребеҙ һәләтле, әммә ныҡлы иғтибар, көс талап иткән шөғөлдәрҙе бер-береһе менән бутамай ғына башҡарыу отошлораҡ. Берәүһен башлап, икенсеһенә тотоноп, өсөнсөһөнә сабып йөрөүҙән эш тә алға китмәй, ҡәҙерле ваҡыт та үтә, көс-хәл дә кәмей, башҡарылғандың сифаты ла аҡһай.
Боронғо Рим полководецы һәм дәүләт эшмәкәре Юлий Цезарь тураһында бер юлы өс-дүрт эште башҡара алған тигән легенда йөрөй. Тик бөйөк Цезарь кеүек булам тип, бишкә бүленеп, унға ярылып, эшегеҙгә лә, үҙегеҙгә лә зыян килтерә күрмәгеҙ.
4. Уңышһыҙлыҡтан ҡурҡыу. Был осраҡта кеше эште бер нисек тә башлап ебәрә алмай, хатта уға тотонмаҫ өсөн төрлө сәбәп, кәрәкмәгән шөғөлдәр уйлап таба. Мәҫәлән, көс, иғтибар талап иткән ҙур проектты башламаҫ өсөн кемдер эш өҫтәлен тәртипкә килтерә, төрлө ҡағыҙҙар аҡтара, кемдер сәскәләргә һыу ҡоя, ә ҡәҙерле ваҡыт үтә бирә. Ҡурҡыу тойғоһо нисек кенә ҙур булмаһын, йөкмәтелгән эште барыбер башҡарырға тура киләсәк. Был тойғоно бер килке йүгәнләү өсөн тәүҙә эш планын һыҙып йә яҙып алырға була, нимәләр һеҙгә таныш түгел, шуларға иғтибарығыҙҙы нығыраҡ йүнәлтегеҙ, ә нимә инде һеҙгә еңел күренә – быларын да асыҡлап үтегеҙ. Ошоларҙы анализлағандан һуң, алда торған эштең ул тиклем үк ауыр һәм ҡурҡыныс түгеллеген аңларһығыҙ, үҙ-үҙегеҙгә һәм көсөгөҙгә ышаныс та тыуыр. Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр, тип белмәй әйтмәй халҡыбыҙ.
5. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡыу. Һәүетемсә генә барған, инде өйрәнелгән тормошҡа, эшкә ниндәйҙер үҙгәрештәр, яңылыҡтар индереүҙе барыһы ла берҙәй шатланып ҡаршы алмай, кемдер быға ҡурҡыңҡырап, һағайып ҡарай. Ошо үҙгәрештәргә бәйле эштәргә тотоноу уларҙа ҙур көсөргәнеш тыуҙыра, башлап ебәрә алмайҙар, ваҡытты һуҙалар. Шуны аңларға кәрәк: үҙгәрештәр, тормошта ниндәйҙер яңылыҡтар булырға тейеш, әгәр ҙә улар булмаһа, беҙ һаман да тәүтормош осоронда йәшәп ятыр инек. Тәү ҡарашҡа нисек кенә ҡурҡыныс күренмәһен, улар – заман талабы, ә беҙ – ошоларға яуап бирә, яраҡлаша белгән заман кешеләре.


Автор: Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә