Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҫа ла һуң “Мырҙаҡай”ҙар!
Бер ҡараһаң – Сибайҙа, икенсеһендә Өфөлә сығыш яһайҙар. Унан тағы ҡайҙалыр йыйыналар. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп йырлай-йырлай бейегән таланттарҙы тамашасылар алҡыштарға күмә. Юҡ, һүҙ ғүмерен сәхнә менән бәйләгән сәнғәт әһелдәре түгел, ә буш ваҡыттарында ауылдың мәҙәни тормошонда гөрләп йәшәгән, халыҡтың күңелен күтәргән һәүәҫкәрҙәр хаҡында. Бер ҡараһаң – Сибайҙа, икенсеһендә Өфөлә сығыш яһайҙар. Унан тағы ҡайҙалыр йыйыналар. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп йырлай-йырлай бейегән таланттарҙы тамашасылар алҡыштарға күмә. Юҡ, һүҙ ғүмерен сәхнә менән бәйләгән сәнғәт әһелдәре түгел, ә буш ваҡыттарында ауылдың мәҙәни тормошонда гөрләп йәшәгән, халыҡтың күңелен күтәргән һәүәҫкәрҙәр хаҡында. Бер ҡараһаң – Сибайҙа, икенсеһендә Өфөлә сығыш яһайҙар. Унан тағы ҡайҙалыр йыйыналар. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп йырлай-йырлай бейегән таланттарҙы тамашасылар алҡыштарға күмә. Юҡ, һүҙ ғүмерен сәхнә менән бәйләгән сәнғәт әһелдәре түгел, ә буш ваҡыттарында ауылдың мәҙәни тормошонда гөрләп йәшәгән, халыҡтың күңелен күтәргән һәүәҫкәрҙәр хаҡында.
Сәйетбаба ауылы республика хал­ҡына яҡшы таныш. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылдарының бере­һендә ике меңгә яҡын кеше йәшәй. 2003 йылда бында тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды, һәм ул уңышлы эшләп килә. Мәҙәниәт усағында тормош гөрләп тора, төрлө ансамблдәр ойошторолған. Улар һәммәһе лә халҡыбыҙҙың милли йолаларын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсеп­тәрҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эш башҡара.
Бында өлкән йәштәгеләр ҙә үҙ донъяһы менән генә сикләнеп ҡалмай, төрлө сараларҙа дәррәү ҡатнаша. Бынан бер нисә йыл элек кенә бар­лыҡҡа килгән “Мырҙаҡай” фольклор-бейеү ансамбле лә – репертуарын йылдан-йыл байытып, үҙ йөҙөн бул­дырған коллектив. Бейеүҙәрҙе урын­дағы йолаларға, тарихҡа нигеҙләнеп, үҙҙәре һала. Тап шуға ла халыҡсан, ихлас килеп сыға, барыһына ла оҡ­шай уларҙың сығыштары. Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла һыр бирмәйҙәр, лауреат, дипломант исемдәре яулап ҡайталар. Мәҫәлән, былтыр Сибайҙа үткән төбәк-ара мөнәжәт әйтеү конкурсында, “Мин яратам һине, тормош!” республика бәйгеһендә икенсе урынды яулағандар. Улар башҡарған “Быҙыбыт уйындары”н, “Йәйләүҙә”, “Буҙа байрамы”, “Урал ҡыҙҙары”, “Ҡоҙасалар”, “Шәл бәйләнем”, “Ең­гәйҙәр һәм бикәстәр”, “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта”, “Тимербайҙың биш бисәһе” кеүек дәртле һәм шаян бейеүҙәрҙе бөтә ерҙә лә халыҡ яратып ҡабул итә.
Коллективҡа Гәүһәр Байбулдина етәкселек итә.
– Ҡайһы берәүҙәрҙән “ауылда күңелһеҙ” тигәнерәк фекер ишетелә, – ти ул. – Буш хәбәр был. Ул һәр кемдең үҙенән тора. Өлкән йәштә булыуҙа­рына ҡарамаҫтан, ансамблгә теләп йөрөйҙәр, ифрат күңелле йәшәйбеҙ. Талантлы егетебеҙ Алик Шәмситов иһә дәртле бейеүҙәр һалыуға көсөн ҡыҙғанмай.
Уңған кеше барыһына ла өлгөрә тиеүҙәре хаҡтыр, күрәһең. Төркөмдә шөғөлләнгәндәрҙең йорт-ҡураһы ла башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Мәҫәлән, Зәкир Ишмырҙинды алайыҡ. Инде 70 йәшен тултырған уҙамандың һаман да йәштәрсә баҙыҡ кәүҙәһенә, етеҙ хәрәкәттәренә, бөтә ергә өлгө­рөүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Эшҡыуарлыҡ менән дә мәшғүл булған Зәкир ағай урындағы ветерандар советын етәкләй, өлкәндәрҙең көнкүре­шен еңеләйтеүгә ҙур көс һала.
Минира Сәйфуллинаның йорт-ҡа­ралтыһы йәйен шау сәскәләргә тө­рөнөп ултыра, емеш-еләге лә ишелеп уңа. Алтын ҡуллы ханым ауылда ғына түгел, тирә-йүндә шәп штукатурлаусы булараҡ танылған. Уға үте­нес менән хатта республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан да килеп етәләр. Рәзим Мәүлетҡолов “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, Разифа Юлбарыҫова урындағы “Ағинәйҙәр клубы”н алып бара. Бер туғандар Флүр, Фәрит, Фәнүр Фәхриевтәр, Фә­нил һәм Нәғим Суфияновтар, Фәниә Фәйзуллиналарҙың һәр береһе хаҡында айырым-айырым һөйләргә булыр ине.
... Ауылда эңер төштө. Был мәлдә Сәйетбаба мәҙәниәт усағында тормош йәнләнә башлай. Тынғы белмәҫ “Мырҙаҡай” ансамбле был юлы бейеүселәрҙең “Байыҡ” республика телевизион конкурсына әҙерләнә. Бейеүҙе, һәр хәрәкәтте, ым-ишараны әллә нисә тапҡыр ҡабатлайҙар. Бары тынғыһыҙ хеҙмәт кенә уңыш килтер­гәнен яҡшы аңлай улар.


Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә