Баҫа ла һуң “Мырҙаҡай”ҙар!14.03.2017
Бер ҡараһаң – Сибайҙа, икенсеһендә Өфөлә сығыш яһайҙар. Унан тағы ҡайҙалыр йыйыналар. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп йырлай-йырлай бейегән таланттарҙы тамашасылар алҡыштарға күмә. Юҡ, һүҙ ғүмерен сәхнә менән бәйләгән сәнғәт әһелдәре түгел, ә буш ваҡыттарында ауылдың мәҙәни тормошонда гөрләп йәшәгән, халыҡтың күңелен күтәргән һәүәҫкәрҙәр хаҡында. Бер ҡараһаң – Сибайҙа, икенсеһендә Өфөлә сығыш яһайҙар. Унан тағы ҡайҙалыр йыйыналар. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп йырлай-йырлай бейегән таланттарҙы тамашасылар алҡыштарға күмә. Юҡ, һүҙ ғүмерен сәхнә менән бәйләгән сәнғәт әһелдәре түгел, ә буш ваҡыттарында ауылдың мәҙәни тормошонда гөрләп йәшәгән, халыҡтың күңелен күтәргән һәүәҫкәрҙәр хаҡында. Бер ҡараһаң – Сибайҙа, икенсеһендә Өфөлә сығыш яһайҙар. Унан тағы ҡайҙалыр йыйыналар. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп йырлай-йырлай бейегән таланттарҙы тамашасылар алҡыштарға күмә. Юҡ, һүҙ ғүмерен сәхнә менән бәйләгән сәнғәт әһелдәре түгел, ә буш ваҡыттарында ауылдың мәҙәни тормошонда гөрләп йәшәгән, халыҡтың күңелен күтәргән һәүәҫкәрҙәр хаҡында.
Сәйетбаба ауылы республика халҡына яҡшы таныш. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһендә ике меңгә яҡын кеше йәшәй. 2003 йылда бында тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды, һәм ул уңышлы эшләп килә. Мәҙәниәт усағында тормош гөрләп тора, төрлө ансамблдәр ойошторолған. Улар һәммәһе лә халҡыбыҙҙың милли йолаларын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эш башҡара.
Бында өлкән йәштәгеләр ҙә үҙ донъяһы менән генә сикләнеп ҡалмай, төрлө сараларҙа дәррәү ҡатнаша. Бынан бер нисә йыл элек кенә барлыҡҡа килгән “Мырҙаҡай” фольклор-бейеү ансамбле лә – репертуарын йылдан-йыл байытып, үҙ йөҙөн булдырған коллектив. Бейеүҙәрҙе урындағы йолаларға, тарихҡа нигеҙләнеп, үҙҙәре һала. Тап шуға ла халыҡсан, ихлас килеп сыға, барыһына ла оҡшай уларҙың сығыштары. Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла һыр бирмәйҙәр, лауреат, дипломант исемдәре яулап ҡайталар. Мәҫәлән, былтыр Сибайҙа үткән төбәк-ара мөнәжәт әйтеү конкурсында, “Мин яратам һине, тормош!” республика бәйгеһендә икенсе урынды яулағандар. Улар башҡарған “Быҙыбыт уйындары”н, “Йәйләүҙә”, “Буҙа байрамы”, “Урал ҡыҙҙары”, “Ҡоҙасалар”, “Шәл бәйләнем”, “Еңгәйҙәр һәм бикәстәр”, “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта”, “Тимербайҙың биш бисәһе” кеүек дәртле һәм шаян бейеүҙәрҙе бөтә ерҙә лә халыҡ яратып ҡабул итә.
Коллективҡа Гәүһәр Байбулдина етәкселек итә.
– Ҡайһы берәүҙәрҙән “ауылда күңелһеҙ” тигәнерәк фекер ишетелә, – ти ул. – Буш хәбәр был. Ул һәр кемдең үҙенән тора. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ансамблгә теләп йөрөйҙәр, ифрат күңелле йәшәйбеҙ. Талантлы егетебеҙ Алик Шәмситов иһә дәртле бейеүҙәр һалыуға көсөн ҡыҙғанмай.
Уңған кеше барыһына ла өлгөрә тиеүҙәре хаҡтыр, күрәһең. Төркөмдә шөғөлләнгәндәрҙең йорт-ҡураһы ла башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Мәҫәлән, Зәкир Ишмырҙинды алайыҡ. Инде 70 йәшен тултырған уҙамандың һаман да йәштәрсә баҙыҡ кәүҙәһенә, етеҙ хәрәкәттәренә, бөтә ергә өлгөрөүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Эшҡыуарлыҡ менән дә мәшғүл булған Зәкир ағай урындағы ветерандар советын етәкләй, өлкәндәрҙең көнкүрешен еңеләйтеүгә ҙур көс һала.
Минира Сәйфуллинаның йорт-ҡаралтыһы йәйен шау сәскәләргә төрөнөп ултыра, емеш-еләге лә ишелеп уңа. Алтын ҡуллы ханым ауылда ғына түгел, тирә-йүндә шәп штукатурлаусы булараҡ танылған. Уға үтенес менән хатта республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан да килеп етәләр. Рәзим Мәүлетҡолов “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, Разифа Юлбарыҫова урындағы “Ағинәйҙәр клубы”н алып бара. Бер туғандар Флүр, Фәрит, Фәнүр Фәхриевтәр, Фәнил һәм Нәғим Суфияновтар, Фәниә Фәйзуллиналарҙың һәр береһе хаҡында айырым-айырым һөйләргә булыр ине.
... Ауылда эңер төштө. Был мәлдә Сәйетбаба мәҙәниәт усағында тормош йәнләнә башлай. Тынғы белмәҫ “Мырҙаҡай” ансамбле был юлы бейеүселәрҙең “Байыҡ” республика телевизион конкурсына әҙерләнә. Бейеүҙе, һәр хәрәкәтте, ым-ишараны әллә нисә тапҡыр ҡабатлайҙар. Бары тынғыһыҙ хеҙмәт кенә уңыш килтергәнен яҡшы аңлай улар.