Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан ынйылары” балҡышы
Күптән түгел Иҫке Мөхәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда эҙләнеү-тикшеренеү эштәре алып барған уҡыусыларҙың “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында гран-при яулаған “Аҡйондоҙ” балалар театр-фольклор коллективына Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектында ҡабул ителгән “Һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү” премияһын тапшырыу тантанаһы булды.
Был конкурс 2007 йылдан Башҡортос­тандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолоп, былтыр Әлшәй районының үҙәге Раевка ҡасабаһында унынсы тапҡыр үткәрелә. “Аҡйондоҙ”ҙар унда немец фашистарының Заксенхаузен концлагерынан иҫән ҡайтҡан ауылдаштары Иш­мөхәмәт Хәсәновтың һуғыштан ҡайтып ингән сағын сәхнәләштереп, “Зауыт шиш­мәһендә ҡалған икән ризығыңа яҙыр һыуың...” тамашаһын тәҡдим иткәйне. Бына хәҙер шул конкурстағы бәхетле көндәрҙең татлы минуттары “Аҡйон­доҙ”ҙар өсөн тағы ла бер тапҡыр ҡабат­ланды: илебеҙ етәксеһе В. Путиндың ҡултамғаһы менән раҫланған 30 000 һумлыҡ премия килеп етеп, лайыҡлы хужалары ҡулына тапшырылды.
Тантананы алып барыусы Вилиәнең: “Беҙ бөтәбеҙ ҙә ул көндәрҙе һәр саҡ һа­ғынып иҫкә аласаҡбыҙ һәм шул мәлдәрҙән бер-беребеҙҙе һағынасаҡбыҙ! Сөнки беҙ – “Башҡортостан ынйылары!” – тип әйтеүе­нән генә лә конкурстың уҡыусылар күңелендә онотолмаҫлыҡ урын алғанын аңлайһың.
“Башҡортостан ынйылары”ның төп маҡ­саттарының береһе – башҡорт халҡының тарихи үткәнен белгән, әхлаҡи ҡиммәттә­рен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам иткән Башҡортостан гражданын тәрбиәләү бурысы тора. Кон­курстың талаптары ла, әлбиттә, һис еңел­дән түгел: темаға ярашлы ғилми-тикше­ренеү эштәре алып барырға, уны сәхнә­ләштерергә, уйнаған “артистар” шул осор­ға, хәл-ваҡиғаға яраҡлаштырылған тормош-көнкүреш кейемдәрендә булырға, ниндәй булһа ла милли музыка ҡора­лында уйнарға тейеш. Шуның өсөндөр инде, бындай эште еренә еткереп баш­ҡарырға теләгән тәүәккәл уҡытыусылар һирәк. Ә бер генә тапҡыр булһа ла ошо конкурсҡа барып ҡайтҡандар иһә киләһе конкурсты көтөп ала алмай яфалана. “Иң йомарт конкурс!” – тиҙәр ҡатнашыусылар, сөнки эҙләнеү эштәрен, ролдәрҙе башҡар­ғандар араһынан иң-иңдәрҙе күпләп һай­лайҙар, ҡиммәтле бүләктәрҙе лә йәллә­мәйҙәр. Һәр коллективҡа ла күберәк бала (12 йәшкә хәтлем) йәлеп итеп, ҡатнаш­ты­рырға мөмкинлек бар. Ҡыҫҡаһы, Мәға­риф министрлығы тарафынан төрлө яҡлап аныҡ уйланылған, киләсәккә милли зыя­лыларыбыҙҙы тәрбиәләрлек конкурс ул “Башҡортостан ынйылары”.
“Аҡйондоҙ”, составы үҙгәреп торһа ла, республика этабында өсөнсө тапҡыр ҡатнашты. Тантанала ошо өс конкурста бар ҡатнашҡандарҙың да (ә улар – 29) исем-шәрифен ҙур ғорурлыҡ менән билдәләнеләр, сәхнә эргәһендәге экрандан уларҙың сығыш яһаған саҡтарында төшөрөлгән фотолар күрһәтелә барҙы. “Башҡортостан ынйылары”нан яҡты нур алған, хәҙер инде төрлө тарафтарҙа изге юлда йөрөгән апай-ағайҙарына арнап, “Аҡйондоҙ”ҙар мәктәп вальсын башҡар­ғанда тамашасылар хатта иларға ла тартынманы, сөнки “Башҡортостан ынйылары”, ысынлап та, барыһы ла тик изге, яҡшы юлда.
Күбеһе юғары уҡыу йорттарында, кол­ледждарҙа уҡыуҙарын дауам итә, Рәсәй Армияһы сафтарынан хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандары ла бар, Сыңғыҙ Яруллин менән Нил Ғәниев әле яңы ғына хәрби хеҙмәткә аяҡ баҫҡан. “Улар бөгөн беҙҙең янда түгел, әммә быйылғы конкурста гран-при алыуыбыҙҙа уларҙың өлөшө ҙур: Сыңғыҙ Яруллиндың ғилми-тикшеренеү эше конкурста юғары баһа алды, ә Нил Ғәниев “Иң яҡшы ир-егет роле” номинация­һында еңеүсе булды”, – тине балалар.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Һаҙыев та, балаларҙың шатлығына ҡушылып, ҡотларға килде һәм ата-әсәләр, тамашасылар алдында һәр балаға ихлас күңелдән атайҙарса изге теләктәрен еткерҙе, рәхмәт әйтте, бүләктәр һәм премиялар тапшырҙы. Уның кеселек­ле, ихтирамлы мөнәсәбәтенә күрше Яуын, Ибрай ауылынан килгән тамашасылар ҙа ҡыуанды.
– Беҙҙең балалар мәктәпте күптән та­мамлаһа ла, елкенешеп килдек. Район үҙә­ге йыраҡ ҡына. Бүлек етәксеһенең эше бихисап булһа ла, һәр баланың сығышына шатланып ҡул сапты, телефонына төшө­рөп ултырҙы, – тип һоҡланды Кинйәбикә апай.
– Дәрестән тыш сараларға ҡуйған маҡ­саттарымдың (хәтерҙе, зиһенде үҫтереү, балаларҙың тел байлығын, ҡыйыулығын арттырыу, тапшырылған эш, роль өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү) сәхнәлә ысынбарлыҡ булып тормошҡа ашыуына ҡыуанып ҡарап ултырҙым. Үҙ-ара бик татыу ҙа улар. Сәхнәләштереүҙең тексын тотошлай яттан беләләр, әйтеп торғаным да юҡ. Репетицияға ла һис һуңламай йөрөйҙәр. Бер-береһен йомшаҡ ҡына итеп шаяртышып та, шарҡылдап көлөшөп тә алалар. Образға инеп, иларға кәрәк булғанда илап та ебәрәләр, тамашасыны геройҙары йәшәгән осорға, хәл-ваҡиға­ларға йәлеп тә итәләр. Сократтың: “Һәр балала ҡояш бар, тик уға балҡырға ғына ирек бирегеҙ!” – тигән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә көндән-көн нығыраҡ инанам: тамашалар залына оялсан, дәрестәрҙә тексты һөйләй ҙә алмаған баланы индереп, ролме, шиғырмы бирәм дә, интонация өҫтөндә бер-ике көн эшләһәк, һөҙөмтә һис оҙаҡ көттөрмәй: шул бала сәхнәгә ылыға ла китә. Ҡайһы берәүҙәр телефондарына яҙҙырып ала ла икенсе көнгә әҙер булып килә. Репетицияларҙа: “Нимәләрҙе уйнап, эшләп еткермәйбеҙ?” – тип ауыл ағинәйҙәрен дә саҡырған саҡтар күп булды. Улар һәр саҡ изге теләктә: тәнҡитте лә, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәй. Район мәҙәниәт йортонан режиссер Айытбай Фәйзуллин да – беҙҙең уҡыусыларҙың оло кәңәшсеһе, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты “Аҡйондоҙ”ҙоң етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Яруллина.
Ете бала әсәһе Гөлнәзирә Йосопова:
– Минең ике балам – Морат улым менән Гөлсибәр ҡыҙым – ошо конкурста ҡатнашты. Әлшәйгә түгел, Мәккәгә бар­ғандар тиерһең: инде нисә ай телдәренән ошо сараны төшөрмәйҙәр. Бөтә төркөм­дәрҙең дә сығыштарын ҡарағас ни, сағыштырыр, һоҡланыр тамашалары күп булған. Ундағы сәхнәнең биҙәлешен дә, тантананы асыу-ябыу өлөшөн дә беҙ хәҙер яттан беләбеҙ. Ҡыҫҡаһы, балаларым рухланып, күңелдәре үҫеп ҡайтты. Инде нисә тапҡыр ҡараным уларҙың ошо сәхнәләш­тереүҙәрен – шунса тапҡыр күҙ йәштәрһеҙ ҡарай алмайым, ә балалар бит шул хәлдәрҙе аңлап уйнай! Тәрбиәүи йәһәттән был конкурс бик кәрәк тип иҫәпләйем. 2017 йылда булмаясаҡ, тигәс, эс өҙөлөп китте: балаларҙы шундай байрамдан мәхрүм итмәһендәр ине! Мин үҙемде­келәрҙе генә түгел, бөтә республика балаларын күҙ уңында тотам... – тине.
Тантананы ябыр алдынан “Аҡйондоҙ”­ҙар: “Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға 100 йыл тулыуҙы киң бил­дәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан – Рәсәйҙә автономиялы статусын алған иң тәүге республика. Автономия алыу, әлбиттә, халҡыбыҙ өсөн һис кенә лә ҡан ҡойошһоҙ, юғалтыуҙарһыҙ үтмәгән. Уның башында Әхмәтзәки Вәли­ди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин кеүек беҙҙең дә яҡташтарыбыҙ торған”, – тине.
Тимәк, киләсәктә эҙләнәһе, атҡараһы эштәр байтаҡ әле. Маҡсатың, хыялың ғына булһын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872