“Башҡортостан ынйылары” балҡышы14.03.2017
Күптән түгел Иҫке Мөхәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда эҙләнеү-тикшеренеү эштәре алып барған уҡыусыларҙың “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында гран-при яулаған “Аҡйондоҙ” балалар театр-фольклор коллективына Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектында ҡабул ителгән “Һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү” премияһын тапшырыу тантанаһы булды.
Был конкурс 2007 йылдан Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолоп, былтыр Әлшәй районының үҙәге Раевка ҡасабаһында унынсы тапҡыр үткәрелә. “Аҡйондоҙ”ҙар унда немец фашистарының Заксенхаузен концлагерынан иҫән ҡайтҡан ауылдаштары Ишмөхәмәт Хәсәновтың һуғыштан ҡайтып ингән сағын сәхнәләштереп, “Зауыт шишмәһендә ҡалған икән ризығыңа яҙыр һыуың...” тамашаһын тәҡдим иткәйне. Бына хәҙер шул конкурстағы бәхетле көндәрҙең татлы минуттары “Аҡйондоҙ”ҙар өсөн тағы ла бер тапҡыр ҡабатланды: илебеҙ етәксеһе В. Путиндың ҡултамғаһы менән раҫланған 30 000 һумлыҡ премия килеп етеп, лайыҡлы хужалары ҡулына тапшырылды.
Тантананы алып барыусы Вилиәнең: “Беҙ бөтәбеҙ ҙә ул көндәрҙе һәр саҡ һағынып иҫкә аласаҡбыҙ һәм шул мәлдәрҙән бер-беребеҙҙе һағынасаҡбыҙ! Сөнки беҙ – “Башҡортостан ынйылары!” – тип әйтеүенән генә лә конкурстың уҡыусылар күңелендә онотолмаҫлыҡ урын алғанын аңлайһың.
“Башҡортостан ынйылары”ның төп маҡсаттарының береһе – башҡорт халҡының тарихи үткәнен белгән, әхлаҡи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам иткән Башҡортостан гражданын тәрбиәләү бурысы тора. Конкурстың талаптары ла, әлбиттә, һис еңелдән түгел: темаға ярашлы ғилми-тикшеренеү эштәре алып барырға, уны сәхнәләштерергә, уйнаған “артистар” шул осорға, хәл-ваҡиғаға яраҡлаштырылған тормош-көнкүреш кейемдәрендә булырға, ниндәй булһа ла милли музыка ҡоралында уйнарға тейеш. Шуның өсөндөр инде, бындай эште еренә еткереп башҡарырға теләгән тәүәккәл уҡытыусылар һирәк. Ә бер генә тапҡыр булһа ла ошо конкурсҡа барып ҡайтҡандар иһә киләһе конкурсты көтөп ала алмай яфалана. “Иң йомарт конкурс!” – тиҙәр ҡатнашыусылар, сөнки эҙләнеү эштәрен, ролдәрҙе башҡарғандар араһынан иң-иңдәрҙе күпләп һайлайҙар, ҡиммәтле бүләктәрҙе лә йәлләмәйҙәр. Һәр коллективҡа ла күберәк бала (12 йәшкә хәтлем) йәлеп итеп, ҡатнаштырырға мөмкинлек бар. Ҡыҫҡаһы, Мәғариф министрлығы тарафынан төрлө яҡлап аныҡ уйланылған, киләсәккә милли зыялыларыбыҙҙы тәрбиәләрлек конкурс ул “Башҡортостан ынйылары”.
“Аҡйондоҙ”, составы үҙгәреп торһа ла, республика этабында өсөнсө тапҡыр ҡатнашты. Тантанала ошо өс конкурста бар ҡатнашҡандарҙың да (ә улар – 29) исем-шәрифен ҙур ғорурлыҡ менән билдәләнеләр, сәхнә эргәһендәге экрандан уларҙың сығыш яһаған саҡтарында төшөрөлгән фотолар күрһәтелә барҙы. “Башҡортостан ынйылары”нан яҡты нур алған, хәҙер инде төрлө тарафтарҙа изге юлда йөрөгән апай-ағайҙарына арнап, “Аҡйондоҙ”ҙар мәктәп вальсын башҡарғанда тамашасылар хатта иларға ла тартынманы, сөнки “Башҡортостан ынйылары”, ысынлап та, барыһы ла тик изге, яҡшы юлда.
Күбеһе юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа уҡыуҙарын дауам итә, Рәсәй Армияһы сафтарынан хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандары ла бар, Сыңғыҙ Яруллин менән Нил Ғәниев әле яңы ғына хәрби хеҙмәткә аяҡ баҫҡан. “Улар бөгөн беҙҙең янда түгел, әммә быйылғы конкурста гран-при алыуыбыҙҙа уларҙың өлөшө ҙур: Сыңғыҙ Яруллиндың ғилми-тикшеренеү эше конкурста юғары баһа алды, ә Нил Ғәниев “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында еңеүсе булды”, – тине балалар.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Һаҙыев та, балаларҙың шатлығына ҡушылып, ҡотларға килде һәм ата-әсәләр, тамашасылар алдында һәр балаға ихлас күңелдән атайҙарса изге теләктәрен еткерҙе, рәхмәт әйтте, бүләктәр һәм премиялар тапшырҙы. Уның кеселекле, ихтирамлы мөнәсәбәтенә күрше Яуын, Ибрай ауылынан килгән тамашасылар ҙа ҡыуанды.
– Беҙҙең балалар мәктәпте күптән тамамлаһа ла, елкенешеп килдек. Район үҙәге йыраҡ ҡына. Бүлек етәксеһенең эше бихисап булһа ла, һәр баланың сығышына шатланып ҡул сапты, телефонына төшөрөп ултырҙы, – тип һоҡланды Кинйәбикә апай.
– Дәрестән тыш сараларға ҡуйған маҡсаттарымдың (хәтерҙе, зиһенде үҫтереү, балаларҙың тел байлығын, ҡыйыулығын арттырыу, тапшырылған эш, роль өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү) сәхнәлә ысынбарлыҡ булып тормошҡа ашыуына ҡыуанып ҡарап ултырҙым. Үҙ-ара бик татыу ҙа улар. Сәхнәләштереүҙең тексын тотошлай яттан беләләр, әйтеп торғаным да юҡ. Репетицияға ла һис һуңламай йөрөйҙәр. Бер-береһен йомшаҡ ҡына итеп шаяртышып та, шарҡылдап көлөшөп тә алалар. Образға инеп, иларға кәрәк булғанда илап та ебәрәләр, тамашасыны геройҙары йәшәгән осорға, хәл-ваҡиғаларға йәлеп тә итәләр. Сократтың: “Һәр балала ҡояш бар, тик уға балҡырға ғына ирек бирегеҙ!” – тигән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә көндән-көн нығыраҡ инанам: тамашалар залына оялсан, дәрестәрҙә тексты һөйләй ҙә алмаған баланы индереп, ролме, шиғырмы бирәм дә, интонация өҫтөндә бер-ике көн эшләһәк, һөҙөмтә һис оҙаҡ көттөрмәй: шул бала сәхнәгә ылыға ла китә. Ҡайһы берәүҙәр телефондарына яҙҙырып ала ла икенсе көнгә әҙер булып килә. Репетицияларҙа: “Нимәләрҙе уйнап, эшләп еткермәйбеҙ?” – тип ауыл ағинәйҙәрен дә саҡырған саҡтар күп булды. Улар һәр саҡ изге теләктә: тәнҡитте лә, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәй. Район мәҙәниәт йортонан режиссер Айытбай Фәйзуллин да – беҙҙең уҡыусыларҙың оло кәңәшсеһе, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты “Аҡйондоҙ”ҙоң етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Яруллина.
Ете бала әсәһе Гөлнәзирә Йосопова:
– Минең ике балам – Морат улым менән Гөлсибәр ҡыҙым – ошо конкурста ҡатнашты. Әлшәйгә түгел, Мәккәгә барғандар тиерһең: инде нисә ай телдәренән ошо сараны төшөрмәйҙәр. Бөтә төркөмдәрҙең дә сығыштарын ҡарағас ни, сағыштырыр, һоҡланыр тамашалары күп булған. Ундағы сәхнәнең биҙәлешен дә, тантананы асыу-ябыу өлөшөн дә беҙ хәҙер яттан беләбеҙ. Ҡыҫҡаһы, балаларым рухланып, күңелдәре үҫеп ҡайтты. Инде нисә тапҡыр ҡараным уларҙың ошо сәхнәләштереүҙәрен – шунса тапҡыр күҙ йәштәрһеҙ ҡарай алмайым, ә балалар бит шул хәлдәрҙе аңлап уйнай! Тәрбиәүи йәһәттән был конкурс бик кәрәк тип иҫәпләйем. 2017 йылда булмаясаҡ, тигәс, эс өҙөлөп китте: балаларҙы шундай байрамдан мәхрүм итмәһендәр ине! Мин үҙемдекеләрҙе генә түгел, бөтә республика балаларын күҙ уңында тотам... – тине.
Тантананы ябыр алдынан “Аҡйондоҙ”ҙар: “Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға 100 йыл тулыуҙы киң билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан – Рәсәйҙә автономиялы статусын алған иң тәүге республика. Автономия алыу, әлбиттә, халҡыбыҙ өсөн һис кенә лә ҡан ҡойошһоҙ, юғалтыуҙарһыҙ үтмәгән. Уның башында Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин кеүек беҙҙең дә яҡташтарыбыҙ торған”, – тине.
Тимәк, киләсәктә эҙләнәһе, атҡараһы эштәр байтаҡ әле. Маҡсатың, хыялың ғына булһын.