Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Зыяраттағы мәжлес
Зыяраттағы мәжлес— Ҡарт тәре, тағы телең сыҡһын әле, ялпаштыра һуғам мин һине. Башҡаса был өйҙә духың булмаһын!
Быҫҡаҡлап ҡына ямғыр һибәләгән көҙгө һалҡында әсә ҡайҙа барып төн үткәрер мөйөш таба алмай аҙапланды. Өҫтө-башы һыуланып, теше тешкә теймәй ҡалтыранды, өшөнө. Ҡаршылағы күршеһе Санияға инмәксе булғайны ла, көндөҙөн дә ҡапҡаһын бикләп ултырған кешегә нисек баҙнат итмәк кәрәк! Зәйнәп күршеһе әллә ишетмәне, әллә ишетеп тә, бәләһенән баш-аяҡ типтер, ҡапҡаһын асманы. Аптыраған әсә һарайына кереп, бер мөйөшкә һырыҡты. Өлкән кешегә күп кәрәкме ни! Иртәгәһенә температураһы күтәрелеп, тамағы шешеп, ләж ауырып китте. Үпкәһенә һыуыҡ тейгән әсә шул ятыуҙан мандыманы.
Бөтөнләй яңғыҙ ҡалғас, Ҡасим йәшәгән өй ауылдың ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгән һәүеректәре өсөн эске ояһына әүерелде. Үҙе кеүек сәрхүштәр менән кинәнеп эсәләр, шарт та шорт кәрт һуғалар. Төндәрен ауыл буйлап “һунарға” сығып китәләр. Берәйһенең йә тауығын, йә ҡаҙын эләктереп алалар ҙа ҡаҙанға быраҡтыралар.
“Былай әйгәҙәп ятыуҙан туҡ булмаҫ. Бәлки, берәй тулк килеп сығыр”. Ир карауатынан торҙо ла битен дә йыуып тормай темеҫкенеп урамға сығып китте. Күршеләге Раҡия әбей бая магазин яғына китеп барған һымаҡ күҙгә салынғайны. Аҙбары асыҡ булһа... Һарай ишегендә ат башындай йоҙаҡты күреп, Ҡасим әсе итеп һүгенде. Унан урамды байҡаны, әммә һелтәрҙәй бер нәмә лә күҙенә ташланманы.
— Алтыны барҙай бикләп ҡуйған, йүнһеҙ. Был тиклем дә битһеҙ әҙәмдәр булыр. — Ҡасим һөйләнә-һөйләнә Ғәлимдәргә юл тотто.
— Уф, үләм, берәй илле һум ғына биреп тор әле, — тип ул күршеһенең йөҙөнә тилмереп баҡты.
— Юҡ шул.
— Әтеү бер-ике рюмка ғына теге нәмәңде һалып бир инде.
— Ҡалманы шул.
Ҡасим һаран күршеһен эстән әрләй-әрләй ихатанан сығып китте. “Ҡарун, әҙәм түгел икән. Берәй эше булһа, Ҡасим да Ҡасим тип йүгереп килеп етә. Юҡсы тип торған була, әҙәм ышандырып. Белеп тора, араҡыһы ла, аҡсаһы море уларҙың”.
Урамда уға мәңге һуҡмыш Ғариф осраны.
— Ишеттеңме, Әнүәр үлгән ти бит, — тине ул, һаулыҡ та ҡушып тормаҫтан.
— Ҡайһыһы?
— Йәше, теге Гәрәй малайы.
— Нимә булған икән?
— Аҫылынған.
— Ҡасан ерләйҙәр?
— Бынау эҫелә оҙаҡ ятҡырмаҫтар инде. Бөгөн шикелле. Иртән Стәрлегә ярҙырырға алып киткәндәр.
Шул мәл мәрхүмдең ағаһы тап булды. Урмандан ағас-таш алып ҡайтып килеүе.
— Егеттәр, бөтә кеше бесәнгә китеп бөткән, ҡәбер ҡаҙышырға барырһығыҙ инде, — тине ул, ауыр һулап.
— Эй, абзый, беҙҙең кеүек эшләп үҫкән ауыл малайҙарына ҡәбер ҡаҙыу нимә инде ул, — тине Ҡасим. — Тик бына тәүҙә башты йүнәтеп алырға кәрәк ине, ҡутарылып килә бит, әй. Күҙҙе лә асып ҡарар әмәл юҡ... — Ҡулына бер яртылыҡ аҡса төшөп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән Ҡасимдың ауыҙы йырылды, үҙе күршеләр яғына сабыуланы.
— Уй, рәхмәт, рәхмәт! Әлдә һеҙ бар әле. Ағай, борсолма, борсолма, барабыҙ.
Зыяратҡа халыҡ күп йыйылды. Бәләкәй ауыл бит. Бер оста ишетелгән хәбәр күҙ асып йомғансы ауылды урап сыға. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатышырға нәҫел-нәсәбе булғаны ла, булмағаны ла, көрәк тотоп ҡарамағаны ла килергә тырыша бында. Башы ауыртып, ҡайҙан йөҙ грамм табырға белмәй элмәнләп йөрөгәндәре лә йыназа тиһәң, ҡолағы ҡарп итеп ҡала. Зыяратта мул һыйлай торғандар. Был юлы ла шулай булды. Берәүҙәр тирләп-бешеп ҡәбер ҡаҙа, икенселәре көләмәс һөйләй. Кемдер йүгереп йөрөп араҡы ҡоя.
— Ер ҡаҙыу уйын эш түгел, ҡайҙа берәй йөҙ грамм ҡойоп еппәр әле.
— Шулай шул.
— Бөткәнсе эс, үпкәләп китмәһен!
Көтмәгәндә башын йүнәтеү өсөн форсат тыуған Ҡасимдың кәйефе күтәренке. Әйтерһең дә, йыназаға түгел, ә байрамға килгән.
Табутта өр-яңы костюм, аҡ күлдәк кейҙерелгән Әнүәрҙе күргәс, ул ах итте.
— Ҡара әле йәлләмәй шундайын матур костюм кейҙергәндәрсе, — тип шыбырланы ул күршеһендәге Ғарифҡа. — Үлгән кешене нимәгә төрөп һалһаң да барыбер түгелме ни?!
Мәрхүмде ерләп бөткәс, мулла шартына килтереп, аят уҡыны, туғандары бер-бер артлы хәйер өләште. Усына бер нисә тәңкә төшөү менән Ҡасимдың йөҙө асылып китте. Сәрхүштәр зыяраттан сығып бөтөр-бөтмәҫтән кеҫәләрен ҡапшай башланы. Ҡасим ҡыуанып:
— Егеттәр, бөгөн тағы байрам итәбеҙ икән, — тине лә ике унлығын йәлпелдәтте.
— Былар һараныраҡ булды, ваҡсылдар икән, — тине Ғариф, йөҙөнә ризаһыҙлыҡ билдәһе сығарып. — Миңә ун биш тәңкә генә бирҙеләрсе. Йә, быға нимә килә инде. Вәт, исмаһам, Сәлим — дан егет. Теге ваҡыт атаһын ерләгәндә хәйерҙе йөҙәр һумдан өләште лә ҡуйҙы.
— Миндә биш тәңкә.
— Миңә таҫтамал да бирҙеләр әле. Уныһын да ҡушһаҡ.
— Ә кемдән алабыҙ?
— Сибәғәттәрҙән инде.
— Эй, уларҙыҡы ҡиммәтерәк бит.
— Әтеү Айытбайға барайыҡ.
— Тапҡанһың кеше. Улар сәмәйенә тауыҡ тиҙәге ҡуша, тиҙәр.
— Анау Әнисәнән алайыҡ та ҡуяйыҡ. Кисә генә район үҙәгенән буйтым итеп “Трояр” алып ҡайтып килә ине.
Бер аҙҙан егеттәр зыярат рәшәткәһе артында күңелле генә ултыра ине.
— Ошондай матур көндә үлеп ятсы әле.
— Ниндәй ҡатҡыл кеше ине.
— Шулай шул. Бер үҙе ике яртыны һуҡһа ла, ых та итмәй ине.
— Ярай, ауыр тупрағы еңел булһын!
— Үлгән артынан үлеп булмай, үҙебеҙ һау булайыҡ.
— Һаулыҡ өсөн!
— Бергә булайыҡ!
Эсеп, күңелләнеп ултырғандарҙың ҡайһылары эҫе ҡояш аҫтында иҙерәп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды.
Таң атты. Һоҡланып туймаҫлыҡ илаһи көн башланды. Тик уны Ҡасим ғына башҡаса күрмәйәсәк. Кисәге йоҡоһонан уянманы ул. Дуҫ-иштәре тағы ла зыяратҡа юлланды. Ә унда йәнә лә көлөшкән, шешә тауыштары ишетелде. Хәйер тараттылар...
Аҙағы. Башы 237-се һанда.
Венер Исхаҡов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Энисэ  Янова
    Энисэ Янова от 04.12.2011, 00:25
    Написано очень хорошо ! К сожалению , реальная жизнь такова.

  2. чингиз
    чингиз от 05.12.2011, 00:47
    Бик шәп яҙылған икән...ҡыҙғаныс. вторға афарин тип әйтәм

Комментарий өҫтәргә