Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмеремдең тоғро юлдашы
Ғүмеремдең тоғро юлдашы Уның тураһында ҡыйыу, көслө рухлы, сабып барған атты ла туҡтатырлыҡ ҡатын, тиҙәр. Шул уҡ саҡта бик нескә, изге күңелле, кешелекле гүзәл ханым һәм һөйкөмлө әсә лә ул. Халыҡ күңелен илһамландырған сәнғәт аша кешеләргә йәшәргә дәрт, көс биргән, улар күңелен сафландырған ижади шәхестәрҙең береһе лә.
Был күркәм ханым – Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡуйыусы-режиссеры Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы Килсенбаева.
Ул – республикала билдәле режиссерҙарҙың береһе. Уның тарафынан ижад ителгән программалар менән Нефтекама филармонияһы артистары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә уңышлы сығыш яһай. Бер нисә тиҫтә концерт программаһы, тамашалар, спектаклдәр, саралар авторы Ләлә Килсенбаева ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Репетициялар араһында форсат табып, уның менән әңгәмәләштем.
– Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы, һеҙҙе ни­мә сәнғәт юлына этәрҙе, ни өсөн режиссер һөнәрен һайла­нығыҙ?
– Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл төбәктәренең береһе – Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында Менәүәрә Мөхә­мәтзариф ҡыҙы һәм Мөхәмәт Яңыбай улы Килсенбаев­тарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Ябай ауыл тормошо сәнғәттән йыраҡ торған кеүек­тер. Әммә иҫ белә башлағандан бирле ғаиләбеҙҙә йыр-моңға иғтибар ҙур булыуын хәтерләйем. Сабый күңелем менән ул саҡта аңлап та бөтмәгән­мендер, әммә беҙҙең йортҡа Өфөнән ҙур-ҙур ҡунаҡтар килә торғайны, ҡурай моңдары яңғырап торҙо. Үҫкәс кенә аңланым, билдәле ҡурайсылар, музыканттар булған икән.
Айырыуса Ғата ағай Сөләймә­новтың сығыштары иҫтә ҡалған. Шағирҙар ҙа килә торғайны. Рәми Ғариповтың ялҡынланып шиғыр һөйләүҙәре әле лә күҙ алдымда. Ни өсөндөр сабыйлығым менән һәр ғаиләлә тормош шулай барырға, һәр кем артист, ижад кешеһе булырға тейеш, тип уйлай инем. Атайым балерина иткеһе килгәйне. Әсәйем: “Сабый саҡтан балаҡайымды ситкә ебәреп, етем итәһем юҡ!” – тип ҡаршы төштө. Ә мин үҙемде барыбер артист итеп хис итәм. Тиҫтер­ҙәрем менән урамда йыйылышабыҙ ҙа концерт ҡуябыҙ. Мин, ойоштороусы бу­ла­раҡ, кем ни эш­ләргә, нимә йыр­ларға, ниндәй бейеү башҡарырға тейешлеген билдәләйем. Скакал­каның башына одеколон ҡапҡасын микрофон итеп йырлай, шиғырҙар һөйләй торғайныҡ.
Мәктәпкә төшкәс, уҡытыусыбыҙ Нәсимә Йәүҙәт ҡыҙының мандолинала уйнауына һоҡланып, тиҙ арала мин дә өйрәнеп алдым. Нәсимә апайыбыҙ ярҙамы менән күпме сығыштар яһаныҡ ул саҡта. Йөрәгемә сәнғәт орлоғо ана шул саҡтарҙан һалынғандыр инде, моғайын. Артабан, барлыҡ ижад кешеләренеке кеүек үк, әүҙем мәктәп йылдары, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу учили­щеһы, Силәбе мәҙәниәт институты мине оло ижад юлына сығарҙы.
– Һеҙҙең ижади биографияғыҙ­ҙа Нефтекама дәүләт филар­монияһы етди урын алып тора…
– Эйе, бына күп йылдар инде филармонияның ижади коллективтары менән сәнғәт “ҡаяларына” үр­мәләйбеҙ. Нефтекама филармония­һы милли төркөмдәрҙән тора. Милли нескәлектәрҙе, артистарҙың ижади көсөн, һәләтен, эске мөнәсәбәттәрҙе, шул уҡ ваҡытта юғарынан, етәксе­лектән “төшөрөлгән” күрһәтмәләрҙе, йүнәлештәрҙе һәм, килеп, иң мөһиме – тамашасылар талабын күҙ уңында тоторға кәрәк. Ябай ғына сығыш яһап, бөгөнгө тамашасының күңелен, һөйөүен яулап булмай. Уларға бөтә сәнғәт ҡанундарына яуап бирерлек, һоҡландырғыс матур программалар, сағыу шоуҙар, тамашалар, йөрәк түрҙәрендә урын алырлыҡ, күңел­дәрен әсир итерлек сығыштар кәрәк.
– Ә бындай концерттар, программалар нисек ижад ителә?
– Тәү сиратта, әлбиттә, юғары сифатлы тамашалар әҙерләргә кәрәк. Уның өсөн нигеҙ – һәләтле ижади коллективтың булыуы мөһим. Шөкөр, Нефтекама дәүләт филармонияһына талантлы артистар йыйылған. Уларға етди маҡсат, талаптар ҡуйып, дөрөҫ йүнәлештә етәкселек итергә генә кәрәк. Ижади төркөмдәр башлыса йәштәрҙән тора, һәм коллективыбыҙ һәр саҡ йәштәр менән тулылана бара.
Концерт программаларын әҙерлә­гәндә тәү сиратта, әлбиттә, ре­пертуарға һәм йырҙы йәки башҡа жанрҙы һайлап алғас, уны зауыҡлы, үтемле, тыңлаулы итеүгә ҙур иғтибар итәбеҙ. Һәр сығыш үҙе бер тамаша, күренеш, бөтә бер яҙмыш булырға тейеш. Уларҙы һоҡланғыс итеп әҙерләү өсөн, әлбиттә, барлыҡ сәхнә алымдары, атрибуттары, реквизиттары һәм музыкаль яҡтан биҙәүҙәр ярҙам итә.
– Һеҙ ҡуйған тамашаларға ха­лыҡ күпләп йөрөй, һәр концерты­ғыҙҙы көтөп ала...
– Тамашасыға оҡшайым тип, “иҙәнгә тәгәрәргә”, түбән сифатлы концерттар бирергә ярамай, минең­сә. Тамашасы профессиональ сығышты барыбер аңлай һәм юғары баһалай.
Икенсенән, башлыса халыҡтың рухи байлығына, күңеленә, талаптарына таянам. Шундай гүзәл, бай, иҫ киткес хозур тәбиғәтле Баш­ҡортос­таныбыҙ ижад итергә күпме илһам, көс, дәрт бирә. Концертты әҙер­лә­гәндә, әйтәйек, йырҙарҙы ғына ал­ғанда ла, беҙ уны бөтөн бер тамаша, яҙмыш итеп, мизансценаларға һалып, инсценировка менән сәхнәгә сыға­ра­быҙ. Классик композиция әҫәрҙәрен, заман көйҙәрен, йырҙа­рын репер­туарға индергәндә лә шундай ижади алымдар ҡулланыла.
– Һеҙ филармония концерттарына ғына түгел, ә уның әҙәби-музыкаль лекторийының та­­ма­ша­ла­рына ла режиссерлыҡ итәһегеҙ. Һеҙҙең өсөн нимә яҡыныраҡ – концерт программаларымы, әллә спек­такл­дәрме?
– Береһенә өҫтөнлөк бирһәм, икенсеһе үпкәләр кеүек. Һөнәрем буйынса мин, әлбиттә, драма режиссеры. Әммә был профессиям миңә спектаклдәр өҫтөндә эшләү мөмкин­леген генә түгел, уңышлы ғына концерт программаларын да ижад итергә киң форсат бирә. Классик режиссура ҡанундарына бер аҙ фантазия өҫтә­һәң, һәр сәнғәт жанрына яңы һулыш инә. Улар заманса “йәшәй” башлай. Әйтәйек, күптән түгел башҡорт хал­ҡының билдәле эпосы “Урал батыр” буйынса театрлаштырылған тамаша әҙерләп сығарҙыҡ. Иҫ киткес бай, фәһемле, әһәмиәтле эпос материалын заманса сәхнә алымдары аша сәхнәләш­те­реп, шул тиклем әһә­миәтле, үҙенсә­лекле, дәүер һулы­шына яраҡлы тамаша килтереп сығара алдыҡ. Халҡыбыҙҙың рухи ми­раҫы иҫ киткес бай, уларҙы тәрән өйрәнеү – сәнғәт аша киләһе быуынға еткереү һәр ижад кешеһенең бурысы, тип иҫәпләйем.
– Алдағы ниәттәрегеҙ ниндәй?
– Ниәттәр ҙур инде ул. Ҡайһылыр сараларҙы мәжбүри үтәргә тура килһә, бәғзе берәүҙәрен күңелеңдең ижади торошонан донъяға сығара­һың. Мартта йола буйынса Өфө тамашасылары алдында сығыш яһарға йыйынабыҙ. Концертта филармо­ниябыҙҙың бар­лыҡ ижади көстәре ҡатнашасаҡ.
Быйылғы концерт миҙгелебеҙ юбилейға тап килә. Октябрь айында сәнғәт усағы асылыуға 20 йыл тула. Шул айҡанлы етди әҙерлек алып барабыҙ. Күңелем түрендә йөрөгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев­ҡа арналған спектакль әҙерләргә ниәтләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20