Уның тураһында ҡыйыу, көслө рухлы, сабып барған атты ла туҡтатырлыҡ ҡатын, тиҙәр. Шул уҡ саҡта бик нескә, изге күңелле, кешелекле гүзәл ханым һәм һөйкөмлө әсә лә ул. Халыҡ күңелен илһамландырған сәнғәт аша кешеләргә йәшәргә дәрт, көс биргән, улар күңелен сафландырған ижади шәхестәрҙең береһе лә. Был күркәм ханым – Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡуйыусы-режиссеры Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы Килсенбаева.
Ул – республикала билдәле режиссерҙарҙың береһе. Уның тарафынан ижад ителгән программалар менән Нефтекама филармонияһы артистары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә уңышлы сығыш яһай. Бер нисә тиҫтә концерт программаһы, тамашалар, спектаклдәр, саралар авторы Ләлә Килсенбаева ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Репетициялар араһында форсат табып, уның менән әңгәмәләштем.
– Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы, һеҙҙе нимә сәнғәт юлына этәрҙе, ни өсөн режиссер һөнәрен һайланығыҙ?
– Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл төбәктәренең береһе – Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында Менәүәрә Мөхәмәтзариф ҡыҙы һәм Мөхәмәт Яңыбай улы Килсенбаевтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Ябай ауыл тормошо сәнғәттән йыраҡ торған кеүектер. Әммә иҫ белә башлағандан бирле ғаиләбеҙҙә йыр-моңға иғтибар ҙур булыуын хәтерләйем. Сабый күңелем менән ул саҡта аңлап та бөтмәгәнмендер, әммә беҙҙең йортҡа Өфөнән ҙур-ҙур ҡунаҡтар килә торғайны, ҡурай моңдары яңғырап торҙо. Үҫкәс кенә аңланым, билдәле ҡурайсылар, музыканттар булған икән.
Айырыуса Ғата ағай Сөләймәновтың сығыштары иҫтә ҡалған. Шағирҙар ҙа килә торғайны. Рәми Ғариповтың ялҡынланып шиғыр һөйләүҙәре әле лә күҙ алдымда. Ни өсөндөр сабыйлығым менән һәр ғаиләлә тормош шулай барырға, һәр кем артист, ижад кешеһе булырға тейеш, тип уйлай инем. Атайым балерина иткеһе килгәйне. Әсәйем: “Сабый саҡтан балаҡайымды ситкә ебәреп, етем итәһем юҡ!” – тип ҡаршы төштө. Ә мин үҙемде барыбер артист итеп хис итәм. Тиҫтерҙәрем менән урамда йыйылышабыҙ ҙа концерт ҡуябыҙ. Мин, ойоштороусы булараҡ, кем ни эшләргә, нимә йырларға, ниндәй бейеү башҡарырға тейешлеген билдәләйем. Скакалканың башына одеколон ҡапҡасын микрофон итеп йырлай, шиғырҙар һөйләй торғайныҡ.
Мәктәпкә төшкәс, уҡытыусыбыҙ Нәсимә Йәүҙәт ҡыҙының мандолинала уйнауына һоҡланып, тиҙ арала мин дә өйрәнеп алдым. Нәсимә апайыбыҙ ярҙамы менән күпме сығыштар яһаныҡ ул саҡта. Йөрәгемә сәнғәт орлоғо ана шул саҡтарҙан һалынғандыр инде, моғайын. Артабан, барлыҡ ижад кешеләренеке кеүек үк, әүҙем мәктәп йылдары, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһы, Силәбе мәҙәниәт институты мине оло ижад юлына сығарҙы.
– Һеҙҙең ижади биографияғыҙҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы етди урын алып тора…
– Эйе, бына күп йылдар инде филармонияның ижади коллективтары менән сәнғәт “ҡаяларына” үрмәләйбеҙ. Нефтекама филармонияһы милли төркөмдәрҙән тора. Милли нескәлектәрҙе, артистарҙың ижади көсөн, һәләтен, эске мөнәсәбәттәрҙе, шул уҡ ваҡытта юғарынан, етәкселектән “төшөрөлгән” күрһәтмәләрҙе, йүнәлештәрҙе һәм, килеп, иң мөһиме – тамашасылар талабын күҙ уңында тоторға кәрәк. Ябай ғына сығыш яһап, бөгөнгө тамашасының күңелен, һөйөүен яулап булмай. Уларға бөтә сәнғәт ҡанундарына яуап бирерлек, һоҡландырғыс матур программалар, сағыу шоуҙар, тамашалар, йөрәк түрҙәрендә урын алырлыҡ, күңелдәрен әсир итерлек сығыштар кәрәк.
– Ә бындай концерттар, программалар нисек ижад ителә?
– Тәү сиратта, әлбиттә, юғары сифатлы тамашалар әҙерләргә кәрәк. Уның өсөн нигеҙ – һәләтле ижади коллективтың булыуы мөһим. Шөкөр, Нефтекама дәүләт филармонияһына талантлы артистар йыйылған. Уларға етди маҡсат, талаптар ҡуйып, дөрөҫ йүнәлештә етәкселек итергә генә кәрәк. Ижади төркөмдәр башлыса йәштәрҙән тора, һәм коллективыбыҙ һәр саҡ йәштәр менән тулылана бара.
Концерт программаларын әҙерләгәндә тәү сиратта, әлбиттә, репертуарға һәм йырҙы йәки башҡа жанрҙы һайлап алғас, уны зауыҡлы, үтемле, тыңлаулы итеүгә ҙур иғтибар итәбеҙ. Һәр сығыш үҙе бер тамаша, күренеш, бөтә бер яҙмыш булырға тейеш. Уларҙы һоҡланғыс итеп әҙерләү өсөн, әлбиттә, барлыҡ сәхнә алымдары, атрибуттары, реквизиттары һәм музыкаль яҡтан биҙәүҙәр ярҙам итә.
– Һеҙ ҡуйған тамашаларға халыҡ күпләп йөрөй, һәр концертығыҙҙы көтөп ала...
– Тамашасыға оҡшайым тип, “иҙәнгә тәгәрәргә”, түбән сифатлы концерттар бирергә ярамай, минеңсә. Тамашасы профессиональ сығышты барыбер аңлай һәм юғары баһалай.
Икенсенән, башлыса халыҡтың рухи байлығына, күңеленә, талаптарына таянам. Шундай гүзәл, бай, иҫ киткес хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙ ижад итергә күпме илһам, көс, дәрт бирә. Концертты әҙерләгәндә, әйтәйек, йырҙарҙы ғына алғанда ла, беҙ уны бөтөн бер тамаша, яҙмыш итеп, мизансценаларға һалып, инсценировка менән сәхнәгә сығарабыҙ. Классик композиция әҫәрҙәрен, заман көйҙәрен, йырҙарын репертуарға индергәндә лә шундай ижади алымдар ҡулланыла.
– Һеҙ филармония концерттарына ғына түгел, ә уның әҙәби-музыкаль лекторийының тамашаларына ла режиссерлыҡ итәһегеҙ. Һеҙҙең өсөн нимә яҡыныраҡ – концерт программаларымы, әллә спектаклдәрме?
– Береһенә өҫтөнлөк бирһәм, икенсеһе үпкәләр кеүек. Һөнәрем буйынса мин, әлбиттә, драма режиссеры. Әммә был профессиям миңә спектаклдәр өҫтөндә эшләү мөмкинлеген генә түгел, уңышлы ғына концерт программаларын да ижад итергә киң форсат бирә. Классик режиссура ҡанундарына бер аҙ фантазия өҫтәһәң, һәр сәнғәт жанрына яңы һулыш инә. Улар заманса “йәшәй” башлай. Әйтәйек, күптән түгел башҡорт халҡының билдәле эпосы “Урал батыр” буйынса театрлаштырылған тамаша әҙерләп сығарҙыҡ. Иҫ киткес бай, фәһемле, әһәмиәтле эпос материалын заманса сәхнә алымдары аша сәхнәләштереп, шул тиклем әһәмиәтле, үҙенсәлекле, дәүер һулышына яраҡлы тамаша килтереп сығара алдыҡ. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы иҫ киткес бай, уларҙы тәрән өйрәнеү – сәнғәт аша киләһе быуынға еткереү һәр ижад кешеһенең бурысы, тип иҫәпләйем.
– Алдағы ниәттәрегеҙ ниндәй?
– Ниәттәр ҙур инде ул. Ҡайһылыр сараларҙы мәжбүри үтәргә тура килһә, бәғзе берәүҙәрен күңелеңдең ижади торошонан донъяға сығараһың. Мартта йола буйынса Өфө тамашасылары алдында сығыш яһарға йыйынабыҙ. Концертта филармониябыҙҙың барлыҡ ижади көстәре ҡатнашасаҡ.
Быйылғы концерт миҙгелебеҙ юбилейға тап килә. Октябрь айында сәнғәт усағы асылыуға 20 йыл тула. Шул айҡанлы етди әҙерлек алып барабыҙ. Күңелем түрендә йөрөгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған спектакль әҙерләргә ниәтләйем.