Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...
l Гүзәл заттар көнөнә уртаса 20 мең һүҙ әйтә, ә ир-аттар иһә – сағыш­тырып ҡарағыҙ – 7 мең тирәһе генә.
l Ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй ҙә булһа сер­ҙе уртаса 47 сәғәт 15 минут самаһы һаҡларға әҙер, аҙаҡ кем менәндер уртаҡлашҡыһы килә башлай.
l Ғалимдарға ышанһаҡ, яңы тыу­ған сабый еҫе ҡатындарға иҫ киткес ләззәт бүләк итә, быны наркомандың эйфория­һы менән сағыштырырға мөмкин.
l АҠШ-та балаларҙың 40 проценты никахта тормаған ҡатындарҙан тыуа.
l Донъялағы иң бай 20 ҡатын-ҡыҙ­ҙың мөлкәте, ҡытайлы У Яцзюндән тыш, иренән йә атаһынан мираҫ булараҡ күскән.
l Бөйөк Британияла уртаса килем алған һәр ҡатын-ҡыҙҙың яҡынса 20 пар туфлийы бар, гүзәл заттар, нигеҙҙә, уларҙың ете парын ғына ҡуллана.
l Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ир-атҡа ҡарағанда 9 миллион самаһына күберәк.
l Гүзәл заттарҙың йөрәге ир-атты­ҡына ҡарағанда йышыраҡ тибә, шулай уҡ ҡатындарҙың тәм рецепторҙары күберәк.
l Һәр 90 секунд һайын донъяла бер ҡатын-ҡыҙ ауырлы килеш йәки бала тапҡанда вафат була.
l Гонконг ҡануниәте буйынса, ҡа­тын-ҡыҙ, әгәр уға ире хыянат итһә, уны үлтерергә хаҡлы. Тик ниндәй ҙә булһа ҡорал тыйыла – был ғәмәл ҡул менән генә башҡарылырға тейеш.
l Гүзәл заттарҙың 75 проценты һа­бын­лы һыу менән битте йыуыу зарарлы тип иҫәпләй һәм ифрат яңылыша.
l Ауыр әйбер күтәргәндә ҡатын-ҡыҙ уны ҡабырғаһы менән тоторға тырыша, ә ирҙәр уны алдына ҡуйып тота.
l Гүзәл заттың ышанысын яулайым тиһәгеҙ, уны 20 секунд самаһына ҡосағығыҙға алыу ҙа етә.
l Ҡатын-ҡыҙ мәғлүмәтте бер нисә сығанаҡтан бер юлы алыуы ихтимал, шулай уҡ гуманитар фәндәрҙе еңел үҙләштерә, ойоштороу һәләте лә күпкә юғарыраҡ.
l Ҡатындарҙың йөрәге ирҙәр­ҙе­ке­нән – 20 процентҡа, ә мейеһе 10 процентҡа бәләкәйерәк.
l Германияла ҡатындарҙың 35 проценты ирҙәренә ҡарағанда күберәк аҡса эшләй, АҠШ-та был күрһәткес 30 процентҡа тиң.
l Планеталағы парламентарий­ҙар­ҙың 17,7 проценты – гүзәл заттар. Һигеҙ дәүләттең Парламентында ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй юҡ (Сәғүд Ғәрәбстаны, Соломон утрауҙары, Микронезия, Науру, Оман, Палау, Катар, Тувалу илдәрендә).
l Статистика күрһәтеүенсә, ки­ле­шеү­ҙәр алып барғанда, был йәһәттән ҡатын-ҡыҙ күпкә уңышлыраҡ – улар ыңғай һөҙөмтәгә йышыраҡ өлгәшә.


Автор: Г. САЛАУАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә