Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...08.03.2017
l Гүзәл заттар көнөнә уртаса 20 мең һүҙ әйтә, ә ир-аттар иһә – сағыштырып ҡарағыҙ – 7 мең тирәһе генә.
l Ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй ҙә булһа серҙе уртаса 47 сәғәт 15 минут самаһы һаҡларға әҙер, аҙаҡ кем менәндер уртаҡлашҡыһы килә башлай.
l Ғалимдарға ышанһаҡ, яңы тыуған сабый еҫе ҡатындарға иҫ киткес ләззәт бүләк итә, быны наркомандың эйфорияһы менән сағыштырырға мөмкин.
l АҠШ-та балаларҙың 40 проценты никахта тормаған ҡатындарҙан тыуа.
l Донъялағы иң бай 20 ҡатын-ҡыҙҙың мөлкәте, ҡытайлы У Яцзюндән тыш, иренән йә атаһынан мираҫ булараҡ күскән.
l Бөйөк Британияла уртаса килем алған һәр ҡатын-ҡыҙҙың яҡынса 20 пар туфлийы бар, гүзәл заттар, нигеҙҙә, уларҙың ете парын ғына ҡуллана.
l Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ир-атҡа ҡарағанда 9 миллион самаһына күберәк.
l Гүзәл заттарҙың йөрәге ир-аттыҡына ҡарағанда йышыраҡ тибә, шулай уҡ ҡатындарҙың тәм рецепторҙары күберәк.
l Һәр 90 секунд һайын донъяла бер ҡатын-ҡыҙ ауырлы килеш йәки бала тапҡанда вафат була.
l Гонконг ҡануниәте буйынса, ҡатын-ҡыҙ, әгәр уға ире хыянат итһә, уны үлтерергә хаҡлы. Тик ниндәй ҙә булһа ҡорал тыйыла – был ғәмәл ҡул менән генә башҡарылырға тейеш.
l Гүзәл заттарҙың 75 проценты һабынлы һыу менән битте йыуыу зарарлы тип иҫәпләй һәм ифрат яңылыша.
l Ауыр әйбер күтәргәндә ҡатын-ҡыҙ уны ҡабырғаһы менән тоторға тырыша, ә ирҙәр уны алдына ҡуйып тота.
l Гүзәл заттың ышанысын яулайым тиһәгеҙ, уны 20 секунд самаһына ҡосағығыҙға алыу ҙа етә.
l Ҡатын-ҡыҙ мәғлүмәтте бер нисә сығанаҡтан бер юлы алыуы ихтимал, шулай уҡ гуманитар фәндәрҙе еңел үҙләштерә, ойоштороу һәләте лә күпкә юғарыраҡ.
l Ҡатындарҙың йөрәге ирҙәрҙекенән – 20 процентҡа, ә мейеһе 10 процентҡа бәләкәйерәк.
l Германияла ҡатындарҙың 35 проценты ирҙәренә ҡарағанда күберәк аҡса эшләй, АҠШ-та был күрһәткес 30 процентҡа тиң.
l Планеталағы парламентарийҙарҙың 17,7 проценты – гүзәл заттар. Һигеҙ дәүләттең Парламентында ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй юҡ (Сәғүд Ғәрәбстаны, Соломон утрауҙары, Микронезия, Науру, Оман, Палау, Катар, Тувалу илдәрендә).
l Статистика күрһәтеүенсә, килешеүҙәр алып барғанда, был йәһәттән ҡатын-ҡыҙ күпкә уңышлыраҡ – улар ыңғай һөҙөмтәгә йышыраҡ өлгәшә.