Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәхнәлә – сая ҡатын! Ә тормошта?
Сәхнәлә – сая ҡатын! Ә тормошта? Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел тәбрикләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары араһында яҡташтарымды күреп сикһеҙ ҡыуандым. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең булдыҡлылары хаҡында һүҙем. Сәнғәт өлкәһендә төрлө йүнәлештә эшләүсе Рафиға Ғәлина, Резидә Шаһиева, Елена Калинина, Владимир Турченко, Александр Антонов һымаҡ талант эйәләре юғары исемдәргә лайыҡ булды. Ошо шәхестәрҙе барлағанда моңло йырҙар, тетрәндергес музыка сыңлап китә ҡолағымда, күҙ алдында дәртле бейеүселәр өҙә баҫа. Береһе – сая, яуыз, икенсеһе ипле, кәңәшсе ҡатындар, әбейҙәр һыны ла пәйҙә була күңелдә шул саҡ. Ул образдарҙы Рафиға апай кәүҙәләндерә. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина сәхнә тормошона 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.
Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбир­ҙина, Фәрдүнә Ҡасимова… Был исем­дәрҙе атағанда ғорурлыҡ тойғоһо биләй һәммәбеҙҙе. Ә Рафиға Арыҫлан ҡыҙына уларҙан һабаҡ алыу бәхете лә татыған.

– Шундай остаздар тәрбиәләгәндә нисек башҡарған хеҙмәтеңде яратмайһың да үҙ эшеңдең оҫтаһы булмайһың? – тип йылмая актриса.
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында сирек быуаттан ашыу уйнаған ғү­мерендә Рафиға апай һынландырған образдар, һис шикһеҙ, тамашасы күңе­ленең түрендә һаҡлана. Шулай тейеш тә. Бит ошо образдар беҙҙе тормоштоң ҡә­ҙерен белергә өйрәтә, аҡты ҡаранан айырырға саҡыра, иғтибарлылыҡ, ихти­рамлылыҡ һымаҡ төшөн­сәләр тураһында уйландыра. Бөйөк хис – мөхәббәттең асылын ҡат-ҡат бар­лайһың. Һайлаған тормош иптәшеңә генә түгел, ғәзиз әсәңә, тыуған ереңә һәм илеңә ҡарата һөйөү хаҡында бара һүҙ.
Әйтергә кәрәк, был геройҙар актри­саның оҫталығы аша һеңә тамашасыға. Кеше илатам тип һыҡтау, көлдөрөү маҡсатында йүләр булып ҡыланыу түгел был оҫталыҡ. Спектакль бара. Сюжет, күренештәр. Бер мәл һин үҙең дә һиҙмәҫтән сәхнәлә йөрөгән ҡатын йәки әбейҙең шатлығын уртаҡлашаһың, ҡайғыһы менән йәшәй башлайһың йә иһә шәп бер уй-фекеренән янаһың. Рафиға апай ана шул ике ярҙы бер-береһе менән оҫта тоташтыра белә, минеңсә. Тамашасы актрисаның эске донъяһына сәйәхәт ҡыла. Ә был мәл Рафиға Ғәлина үҙе түгел, ә Майгөл, Хәниә, Шифабикә йә иһә Герцогиня!
Эйе, ниндәй ролдәрҙә генә уйнамаһын, актриса ҡатын-ҡыҙ образының нескәлеген тулыһынса сағылдыра, гүзәл заттың шатлығын да, хәстәрен дә илһамланып күрһәтә.
Был шәхестең сәхнә биографияһына ҡараш ташлаһаң, Рафиға Арыҫлан ҡыҙы тыуҙырған образдар күптән бармаҡ бөгөп һанарлыҡтан уҙған инде. Уның килешле итеп уйнаған оло йәштәге ҡатындар образы буйынса ғына оҙон исемлек төҙөргә булыр ине. М. Фәйзиҙең “Ғәлиә­баныу”ын­да – Ғәлимәбаныу, Д. Исәбәковтың “Көтөр кешем бар минең” әҫәрендә – Сәлихә әбей, Ф. Бүләковтың “Онотолған доға”һы буйынса ҡуйылған спектаклдә – Ҡолон инәй… Хәйер, эш һандамы ни. Иң мөһиме – һәр героиняның яҙмышы, әйтерһең дә, уның яҙмышы!
Яҙмыш тигәндән, сәхнәләге Рафиға апайҙы күҙ алдына килтерһәң, ул тәү сиратта Б. Рафиҡовтың “Замана минең ҡулда” әҫәрендәге Хөббөниса образында килеп баҫа. Тамашасы уны шул образ менән күптән бәйләргә күнеккән инде. Бер һорау ҙа борсой быға бәйле. ­Хөббөниса – сая ҡатын, ә бына Рафиға апай тормошта үҙе саямы икән? Хәйер, уның тормош юлын барлай башлаһаң, барыһы ла аңлашыла һымаҡ: буласаҡ тормош иптәше, инде хәҙер Башҡорт­остандың халыҡ артисы Рауил Ғәлин менән сәнғәт институтында бергә уҡый­ҙар, ғүмер буйы бергә уйнайҙар, парлашып, ир менән ҡатын булараҡ башҡарған ролдәре бихисап. Парлы актерҙар Өфөлә эшләй. Оҙаҡ йылдар Салауат дәүләт башҡорт драма театрында уйнаһалар ҙа, бер урында ғына тапанып ҡалмай улар. Саҡырыу булһа, тәүәккәлләп сығалар ҙа китәләр. Иң мөһиме – һәр ваҡыт бергә хеҙмәт итәләр. Шул берҙәм ижад емештәрен тамашасы кинәнеп татый. Ҡайһы театрҙа эшләһәләр ҙә, ҡул­дарынан килә уларҙың. Дөрөҫөн әйт­кәндә, Стәрлетамаҡта ул саҡта театрҙың эшләп китеүе икеле булғандыр, бәлки. Тик Ғәлиндарҙа был шик бөрө­ләндеме икән? Һәр хәлдә, театр тергеҙәм тип бүтән ҡалаға сығып китеү саялыҡ түгелме ни?
Нисек кенә булмаһын, тәүәккәллек аҡланған тип әйтергә була. Театрҙың республика сәнғәтендә лә, үҙҙәре ижад иткән театрҙа ла Ғәлиндарҙың абруйлы урыны бар!
Саялыҡ-тәүәккәллек тигәндән, ниндәйҙер аҙым яһау өсөн был сифаттар ғына аҙ әле, минеңсә. Башҡараһы эшеңә үлеп ғашиҡ булырға кәрәктер тәү сиратта. Ошо тәңгәлдә Рафиға апай (Ғәлиндар тиһәк тә булалыр) менән бәйле бер генә күренеште һыҙыҡ өҫтөнә алһаҡ та, күп нәмә аңлашылалыр. Спектакль бара… Тамашала Рафиға Ғәлина ла уйнай. Ул – сәхнәлә, ә сәхнә артындағы һандыҡта кескәй генә бер бала әсәһенең уйнап бөткәнен көтә…


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә