Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел тәбрикләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары араһында яҡташтарымды күреп сикһеҙ ҡыуандым. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең булдыҡлылары хаҡында һүҙем. Сәнғәт өлкәһендә төрлө йүнәлештә эшләүсе Рафиға Ғәлина, Резидә Шаһиева, Елена Калинина, Владимир Турченко, Александр Антонов һымаҡ талант эйәләре юғары исемдәргә лайыҡ булды. Ошо шәхестәрҙе барлағанда моңло йырҙар, тетрәндергес музыка сыңлап китә ҡолағымда, күҙ алдында дәртле бейеүселәр өҙә баҫа. Береһе – сая, яуыз, икенсеһе ипле, кәңәшсе ҡатындар, әбейҙәр һыны ла пәйҙә була күңелдә шул саҡ. Ул образдарҙы Рафиға апай кәүҙәләндерә. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина сәхнә тормошона 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.
Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбирҙина, Фәрдүнә Ҡасимова… Был исемдәрҙе атағанда ғорурлыҡ тойғоһо биләй һәммәбеҙҙе. Ә Рафиға Арыҫлан ҡыҙына уларҙан һабаҡ алыу бәхете лә татыған.– Шундай остаздар тәрбиәләгәндә нисек башҡарған хеҙмәтеңде яратмайһың да үҙ эшеңдең оҫтаһы булмайһың? – тип йылмая актриса.
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында сирек быуаттан ашыу уйнаған ғүмерендә Рафиға апай һынландырған образдар, һис шикһеҙ, тамашасы күңеленең түрендә һаҡлана. Шулай тейеш тә. Бит ошо образдар беҙҙе тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә, аҡты ҡаранан айырырға саҡыра, иғтибарлылыҡ, ихтирамлылыҡ һымаҡ төшөнсәләр тураһында уйландыра. Бөйөк хис – мөхәббәттең асылын ҡат-ҡат барлайһың. Һайлаған тормош иптәшеңә генә түгел, ғәзиз әсәңә, тыуған ереңә һәм илеңә ҡарата һөйөү хаҡында бара һүҙ.
Әйтергә кәрәк, был геройҙар актрисаның оҫталығы аша һеңә тамашасыға. Кеше илатам тип һыҡтау, көлдөрөү маҡсатында йүләр булып ҡыланыу түгел был оҫталыҡ. Спектакль бара. Сюжет, күренештәр. Бер мәл һин үҙең дә һиҙмәҫтән сәхнәлә йөрөгән ҡатын йәки әбейҙең шатлығын уртаҡлашаһың, ҡайғыһы менән йәшәй башлайһың йә иһә шәп бер уй-фекеренән янаһың. Рафиға апай ана шул ике ярҙы бер-береһе менән оҫта тоташтыра белә, минеңсә. Тамашасы актрисаның эске донъяһына сәйәхәт ҡыла. Ә был мәл Рафиға Ғәлина үҙе түгел, ә Майгөл, Хәниә, Шифабикә йә иһә Герцогиня!
Эйе, ниндәй ролдәрҙә генә уйнамаһын, актриса ҡатын-ҡыҙ образының нескәлеген тулыһынса сағылдыра, гүзәл заттың шатлығын да, хәстәрен дә илһамланып күрһәтә.
Был шәхестең сәхнә биографияһына ҡараш ташлаһаң, Рафиға Арыҫлан ҡыҙы тыуҙырған образдар күптән бармаҡ бөгөп һанарлыҡтан уҙған инде. Уның килешле итеп уйнаған оло йәштәге ҡатындар образы буйынса ғына оҙон исемлек төҙөргә булыр ине. М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ында – Ғәлимәбаныу, Д. Исәбәковтың “Көтөр кешем бар минең” әҫәрендә – Сәлихә әбей, Ф. Бүләковтың “Онотолған доға”һы буйынса ҡуйылған спектаклдә – Ҡолон инәй… Хәйер, эш һандамы ни. Иң мөһиме – һәр героиняның яҙмышы, әйтерһең дә, уның яҙмышы!
Яҙмыш тигәндән, сәхнәләге Рафиға апайҙы күҙ алдына килтерһәң, ул тәү сиратта Б. Рафиҡовтың “Замана минең ҡулда” әҫәрендәге Хөббөниса образында килеп баҫа. Тамашасы уны шул образ менән күптән бәйләргә күнеккән инде. Бер һорау ҙа борсой быға бәйле. Хөббөниса – сая ҡатын, ә бына Рафиға апай тормошта үҙе саямы икән? Хәйер, уның тормош юлын барлай башлаһаң, барыһы ла аңлашыла һымаҡ: буласаҡ тормош иптәше, инде хәҙер Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Ғәлин менән сәнғәт институтында бергә уҡыйҙар, ғүмер буйы бергә уйнайҙар, парлашып, ир менән ҡатын булараҡ башҡарған ролдәре бихисап. Парлы актерҙар Өфөлә эшләй. Оҙаҡ йылдар Салауат дәүләт башҡорт драма театрында уйнаһалар ҙа, бер урында ғына тапанып ҡалмай улар. Саҡырыу булһа, тәүәккәлләп сығалар ҙа китәләр. Иң мөһиме – һәр ваҡыт бергә хеҙмәт итәләр. Шул берҙәм ижад емештәрен тамашасы кинәнеп татый. Ҡайһы театрҙа эшләһәләр ҙә, ҡулдарынан килә уларҙың. Дөрөҫөн әйткәндә, Стәрлетамаҡта ул саҡта театрҙың эшләп китеүе икеле булғандыр, бәлки. Тик Ғәлиндарҙа был шик бөрөләндеме икән? Һәр хәлдә, театр тергеҙәм тип бүтән ҡалаға сығып китеү саялыҡ түгелме ни?
Нисек кенә булмаһын, тәүәккәллек аҡланған тип әйтергә була. Театрҙың республика сәнғәтендә лә, үҙҙәре ижад иткән театрҙа ла Ғәлиндарҙың абруйлы урыны бар!
Саялыҡ-тәүәккәллек тигәндән, ниндәйҙер аҙым яһау өсөн был сифаттар ғына аҙ әле, минеңсә. Башҡараһы эшеңә үлеп ғашиҡ булырға кәрәктер тәү сиратта. Ошо тәңгәлдә Рафиға апай (Ғәлиндар тиһәк тә булалыр) менән бәйле бер генә күренеште һыҙыҡ өҫтөнә алһаҡ та, күп нәмә аңлашылалыр. Спектакль бара… Тамашала Рафиға Ғәлина ла уйнай. Ул – сәхнәлә, ә сәхнә артындағы һандыҡта кескәй генә бер бала әсәһенең уйнап бөткәнен көтә…