Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр телен аңлап
Йәштәр телен аңлап Уйлай китһәң, ауылдың йәшәйеше күбеһенсә гүзәл заттарҙан тора. Ғәилә усағын йылытыусы ла улар. Тотош ауылдар менән ғаилә башлыҡтары Себерҙә аҡса тапҡанда, донъя бит йәнә ҡатындар иңендә. Ләкин әлегә һүҙем ауылдың мәҙәни тормошон һүндермәй килгән гүзәл заттар тураһында.
Ауыл өсөн мәҙәниәт йорто тигән төшөнсә айырыуса мәғәнәгә эйә. Унда йәшәгән халыҡ ҡала­ныҡылар шикелле тамаша ҡылырға йәки яңы һөнәр өйрәнергә генә йөрөмәй, ә аһ-зарҙы һөйләргә лә, шатлыҡ уртаҡлашырға ла. Ә шул клубта халыҡ менән тығыҙ эш алып барған ҡатын-ҡыҙҙар, минеңсә, бигерәк тә ихтирамға лайыҡ. Әлеге йәһәттән Үрге Әрмет клубында художество етәк­сеһе булып эшләгән Фәрзәнә Ғиззәтуллина ла – маҡтап телгә алырлыҡ гүзәл зат­тарҙың береһе.
Хәйер, клуб хеҙмәткәр­ҙәренең төп бурысы ла шул бит. Ләкин шуныһы иғти­барға лайыҡ – Фәрзәнә йәштәр менән әүҙем эшләй. Әле ярыш ойоштор­һон­дармы, әле геү килеп һабантуйҙа призлы урындар яулаһындармы, концерт-ритайымдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Әйтергә кәрәк, тәү ҡа­рашҡа был художество етәксеһенең көндәлек бер мәшәҡәте генә, шул уҡ ваҡытта ауыл йәштәре дәртләнеп йәшәһен, матур йолалар, изге эш менән булһын өсөн ошо мәшә­ҡәттәрҙә нигеҙ һалына түгелме ни?
– Яңғыҙ ҡарға яҙ кил­термәй тигәндәй, клуб мө­дире, китапханасы менән бергә эшләйбеҙ. Йәштәрҙе ойоштороуҙы уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, – тип коллегаларын да маҡтап телгә ала Фәрзәнә Рәшит ҡыҙы.
Йәштәр тигәндәй, Фәр­зәнә менән Радик Ғиззә­туллиндар үҙ улдарын да дәртле һәм тырыш итеп үҫтергән. Йырсы, спортсы игеҙәк егеттәр Риф менән Рим әлеге мәлдә хәрби бурыстарын үтәй. “Дембель формаһы”н кейергә лә күп ҡалмаған инде – быныһы әсә йөрәгенә йылы бирмәй ҡалмай.


Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә