Уйлай китһәң, ауылдың йәшәйеше күбеһенсә гүзәл заттарҙан тора. Ғәилә усағын йылытыусы ла улар. Тотош ауылдар менән ғаилә башлыҡтары Себерҙә аҡса тапҡанда, донъя бит йәнә ҡатындар иңендә. Ләкин әлегә һүҙем ауылдың мәҙәни тормошон һүндермәй килгән гүзәл заттар тураһында.Ауыл өсөн мәҙәниәт йорто тигән төшөнсә айырыуса мәғәнәгә эйә. Унда йәшәгән халыҡ ҡаланыҡылар шикелле тамаша ҡылырға йәки яңы һөнәр өйрәнергә генә йөрөмәй, ә аһ-зарҙы һөйләргә лә, шатлыҡ уртаҡлашырға ла. Ә шул клубта халыҡ менән тығыҙ эш алып барған ҡатын-ҡыҙҙар, минеңсә, бигерәк тә ихтирамға лайыҡ. Әлеге йәһәттән Үрге Әрмет клубында художество етәксеһе булып эшләгән Фәрзәнә Ғиззәтуллина ла – маҡтап телгә алырлыҡ гүзәл заттарҙың береһе.
Хәйер, клуб хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы ла шул бит. Ләкин шуныһы иғтибарға лайыҡ – Фәрзәнә йәштәр менән әүҙем эшләй. Әле ярыш ойошторһондармы, әле геү килеп һабантуйҙа призлы урындар яулаһындармы, концерт-ритайымдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Әйтергә кәрәк, тәү ҡарашҡа был художество етәксеһенең көндәлек бер мәшәҡәте генә, шул уҡ ваҡытта ауыл йәштәре дәртләнеп йәшәһен, матур йолалар, изге эш менән булһын өсөн ошо мәшәҡәттәрҙә нигеҙ һалына түгелме ни?
– Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй тигәндәй, клуб мөдире, китапханасы менән бергә эшләйбеҙ. Йәштәрҙе ойоштороуҙы уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, – тип коллегаларын да маҡтап телгә ала Фәрзәнә Рәшит ҡыҙы.
Йәштәр тигәндәй, Фәрзәнә менән Радик Ғиззәтуллиндар үҙ улдарын да дәртле һәм тырыш итеп үҫтергән. Йырсы, спортсы игеҙәк егеттәр Риф менән Рим әлеге мәлдә хәрби бурыстарын үтәй. “Дембель формаһы”н кейергә лә күп ҡалмаған инде – быныһы әсә йөрәгенә йылы бирмәй ҡалмай.