Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормошобоҙ мәғәнәһе, тотҡаһы һин, гүзәл зат!
Тормошобоҙ мәғәнәһе, тотҡаһы һин, гүзәл зат! Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда төбәктең ижтимағи-сәйәси тормошонда әһәмиәтле эшмәкәрлек алып барған алдынғы гүзәл зат вәкилдәре менән осрашыу ойошторҙо.
Тормошобоҙ мәғәнәһе, тотҡаһы һин, гүзәл зат! Сараға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан уҡытыусылар, табиптар, эшҡыуарҙар, спортсылар, власть органдары вәкилдәре килгәйне. Байрам менән ҡотлап, Рөстәм Зәки улы ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге ролен, йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булған ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләп үтте. Һуңғы йылдарҙа иҡтисади көрсөк, донъялағы тынғыһыҙ сәйәси хәл һәм башҡа күңелһеҙ мәғлүмәт күбәйеп китһә лә, дөйөм алғанда, илебеҙ һәм республика дөрөҫ йүнәлештә үҫешә, йәшәү кимәле йылдан-йыл күтәрелә бара, зарланырға урын юҡ, тип белдерҙе республика Башлығы.
Шул уҡ ваҡытта ул власть органдарының эше күберәк иҡтисади-сәйәси йүнәлештә булыуын һәм йәмғиәттең нигеҙен тәшкил иткән ғаилә проблемаларына иғтибарҙы тейешенсә бүлеп бөтмәүен дә телгә алды. Ғаилә төшөнсәһе ғәйәт киң: әсәлек, балалыҡ мәсьәләләре, йәш быуынды рухи-физик йәһәттән тәрбиәләү... Ошо йәһәттән Рөстәм Хәмитов борсолоуын да белдерҙе: төбәктә бер нисә йыл рәттән демографик күтәрелеш һиҙелһә (йылына 59-60 мең бала тыуған), һуңғы йылда был күрһәткес ҡырҡа кәмегән (былтыр республикала 56 мең самаһы бала тыуған). Быға нимә сәбәпсе? Ни эшләп тормош шарттары яҡшырған һайын, демографик хәл насарая бара? Һорауҙар күп, уларҙы һәр яҡлап өйрәнәбеҙ, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, тине Рөстәм Зәки улы. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта торған йәш ғаиләләргә беренсе сабыйҙары тыуыу хөрмәтенә 300 мең һумға тиклем финанс ярҙамы күрһәтеләсәге лә – ошо мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы. Унан тыш, республика етәксеһе яңы тәҡдим индерҙе: бәлки, ғаилә институтын үҫтереү, кешеләргә матди, хоҡуҡи, психологик һәм башҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән махсуслашҡан ведомство ойошторорғалыр?
Осрашыуға килгән ҡатын-ҡыҙҙар ошо йәһәттән фекерҙәре, үҙҙәренең уңыштары һәм борсоған мәсьәләләре менән бүлеште. Салауат ҡалаһының 1-се лицейында рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Ирина Саутина, мәғариф системаһының лайыҡлы эшләүе йәш быуынды тәрбиәләүҙә, балаларға киләсәккә йүнәлеш биреүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә һәм уҡытыусыларҙың эше ҙур хөрмәткә лайыҡ, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, уның фекеренсә, мәктәп һәм ғаилә араһында тығыҙ бәйләнеш булырға, проблемалар уртаға һалып хәл ителергә тейеш.
Билдәле йөҙөүсе, Паралимпия чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре Оксана Савченко фекерҙәштәренең тырышлығы менән республикала тәүгеләрҙән булып адаптив мәктәп асыуға өлгәшеүен, әммә кадрҙар мәсьәләһе киҫкен булыу сәбәпле, эштең бигүк уңышлы бармауын белдерҙе. Сәбәп ябай: беренсенән, йәш белгестәр инвалид балалар менән эшләргә атлығып тормай, икенсенән, уларҙы түбән эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәй.
Рөстәм Зәки улы, эш хаҡы мәсьәләһенең ниндәй өлкәгә ҡағылыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт сетерекле булыуын, адаптив мәктәптәрҙә эшләгән белгестәргә икеләтә көсөргәнеш төшөүен билдәләп үтеп, килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
Республиканың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова бизнес менән власть органдарының һөҙөмтәле эше, Иглиндан табип Ләйлә Мәүлекәсова ауыл дауаханаһы проблемалары, Балаҡатай районынан килгән күп балалы әсә, башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Вәлиева ҡануниәттә күп балалыларға ҡағылышлы һуңғы үҙгәрештәрҙең бәхәсле булыуы хаҡында фекерен белдерҙе. Дөйөм алғанда, һөйләшеү бик йөкмәткеле килеп сыҡты, төрлө даирәләге гүзәл заттың нисек һәм ниндәй ғәмәлдәр менән йәшәүен, уларҙың рухи донъяһын күрһәтте, ысын мәғәнәһендә тормошобоҙҙоң тотҡаһы булыуын тағы берҙе иҫбатланы.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә