Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда төбәктең ижтимағи-сәйәси тормошонда әһәмиәтле эшмәкәрлек алып барған алдынғы гүзәл зат вәкилдәре менән осрашыу ойошторҙо. Сараға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан уҡытыусылар, табиптар, эшҡыуарҙар, спортсылар, власть органдары вәкилдәре килгәйне. Байрам менән ҡотлап, Рөстәм Зәки улы ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге ролен, йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булған ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләп үтте. Һуңғы йылдарҙа иҡтисади көрсөк, донъялағы тынғыһыҙ сәйәси хәл һәм башҡа күңелһеҙ мәғлүмәт күбәйеп китһә лә, дөйөм алғанда, илебеҙ һәм республика дөрөҫ йүнәлештә үҫешә, йәшәү кимәле йылдан-йыл күтәрелә бара, зарланырға урын юҡ, тип белдерҙе республика Башлығы.
Шул уҡ ваҡытта ул власть органдарының эше күберәк иҡтисади-сәйәси йүнәлештә булыуын һәм йәмғиәттең нигеҙен тәшкил иткән ғаилә проблемаларына иғтибарҙы тейешенсә бүлеп бөтмәүен дә телгә алды. Ғаилә төшөнсәһе ғәйәт киң: әсәлек, балалыҡ мәсьәләләре, йәш быуынды рухи-физик йәһәттән тәрбиәләү... Ошо йәһәттән Рөстәм Хәмитов борсолоуын да белдерҙе: төбәктә бер нисә йыл рәттән демографик күтәрелеш һиҙелһә (йылына 59-60 мең бала тыуған), һуңғы йылда был күрһәткес ҡырҡа кәмегән (былтыр республикала 56 мең самаһы бала тыуған). Быға нимә сәбәпсе? Ни эшләп тормош шарттары яҡшырған һайын, демографик хәл насарая бара? Һорауҙар күп, уларҙы һәр яҡлап өйрәнәбеҙ, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, тине Рөстәм Зәки улы. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта торған йәш ғаиләләргә беренсе сабыйҙары тыуыу хөрмәтенә 300 мең һумға тиклем финанс ярҙамы күрһәтеләсәге лә – ошо мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы. Унан тыш, республика етәксеһе яңы тәҡдим индерҙе: бәлки, ғаилә институтын үҫтереү, кешеләргә матди, хоҡуҡи, психологик һәм башҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән махсуслашҡан ведомство ойошторорғалыр?
Осрашыуға килгән ҡатын-ҡыҙҙар ошо йәһәттән фекерҙәре, үҙҙәренең уңыштары һәм борсоған мәсьәләләре менән бүлеште. Салауат ҡалаһының 1-се лицейында рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Ирина Саутина, мәғариф системаһының лайыҡлы эшләүе йәш быуынды тәрбиәләүҙә, балаларға киләсәккә йүнәлеш биреүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә һәм уҡытыусыларҙың эше ҙур хөрмәткә лайыҡ, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, уның фекеренсә, мәктәп һәм ғаилә араһында тығыҙ бәйләнеш булырға, проблемалар уртаға һалып хәл ителергә тейеш.
Билдәле йөҙөүсе, Паралимпия чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре Оксана Савченко фекерҙәштәренең тырышлығы менән республикала тәүгеләрҙән булып адаптив мәктәп асыуға өлгәшеүен, әммә кадрҙар мәсьәләһе киҫкен булыу сәбәпле, эштең бигүк уңышлы бармауын белдерҙе. Сәбәп ябай: беренсенән, йәш белгестәр инвалид балалар менән эшләргә атлығып тормай, икенсенән, уларҙы түбән эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәй.
Рөстәм Зәки улы, эш хаҡы мәсьәләһенең ниндәй өлкәгә ҡағылыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт сетерекле булыуын, адаптив мәктәптәрҙә эшләгән белгестәргә икеләтә көсөргәнеш төшөүен билдәләп үтеп, килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
Республиканың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова бизнес менән власть органдарының һөҙөмтәле эше, Иглиндан табип Ләйлә Мәүлекәсова ауыл дауаханаһы проблемалары, Балаҡатай районынан килгән күп балалы әсә, башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Вәлиева ҡануниәттә күп балалыларға ҡағылышлы һуңғы үҙгәрештәрҙең бәхәсле булыуы хаҡында фекерен белдерҙе. Дөйөм алғанда, һөйләшеү бик йөкмәткеле килеп сыҡты, төрлө даирәләге гүзәл заттың нисек һәм ниндәй ғәмәлдәр менән йәшәүен, уларҙың рухи донъяһын күрһәтте, ысын мәғәнәһендә тормошобоҙҙоң тотҡаһы булыуын тағы берҙе иҫбатланы.