Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙар иле Афғанда сынығыу алып
Тауҙар иле Афғанда сынығыу алып Һуңғы ваҡытта ил етәкселеге тарафынан йәш быуынды илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһонда тәрбиәләү бурысы ҡуйыла. Сираттағы яңылыҡтар тапшырыуын тыңлағанда, күңелемдә тыуған бер һорау тынғылыҡ бирмәне: “Юғары вазифаға тәғәйенләнгәндәр араһында хәрби низағтарҙа ҡатнашып, ысын мәғәнәһендә сынығыу алған ир-егеттәр эшләйме икән?” Һорауыма яуап табыу өсөн бер нисә районға шылтыратып белештем, әммә етәкселәр араһында Афған йәки Чечен һуғышында ҡатнашыусылар табылманы. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, осраны ундай герой. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Ғаяз Хәсәнов шанлы Афған юлын үткән икән. Етмәһә, күптән түгел ул матур юбилейын да билдәләгән.
Ата-әсә кәңәшен тотоп...
Тауҙар иле Афғанда сынығыу алыпБаймаҡ районының хөрмәтле уҡы­тыусылары Разия менән Әхмәҙулла Хәсәновтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән Ғаяз бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусан, тырыш, ныҡышмал булып үҫә. Ул ваҡытта уҡы­тыусыларҙы өс йыл һайын төрлө мәк­тәптәргә уҡытырға ебәрәләр, шуға күрә Хәсәновтар райондың Әхмәр, Йомаш, Беренсе Этҡол, Кәрешкә, Муллаҡай, Ҡолсора ауылдарында йәшәй. Атаһы күп йылдар мәктәп директоры була, үҙе эшләгән ауылда өр-яңы мәктәп һалдырып, коллективта абруй һәм ихтирам яулаған шәхесте яҡташтары бөгөн дә тик яҡшы яҡтан телгә ала.
Йомаш ауылында тыуып үҫкән үҫмер мәктәпте Ҡолсорала тамамлай. Ата-әсә балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша, бигерәк тә улдарының үҙҙәренең юлын һайлауын теләй. Ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, артабанғы яҙмышын уҡытыусылыҡҡа бағышларға хыялланған Ғаяз башта армия сафына барыуҙы хуп күрә. Йәшләй спорт яратҡан, волейбол, футбол буйынса районда беренселекте яулаған, өҫтәл теннисын үҙ иткән, гер күтәреүҙә бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәгән егеткә әрме хеҙмәте ауыр тойолмай. Ватан алдындағы изге бурысын үтәп, артабан белемен юғары уҡыу йортонда дауам итергә уйлай.
Ватан ҡушҡан бурыс
Сифатлы физик әҙерлек үткән баһадир кәүҙәле, теремек, шаян һәм үткер ҡарашлы Ғаяз Хәсәновҡа хәрби етәкселәр шунда уҡ күҙ һала. Алты ай буйына Алыҫ Көн­сығышта хәрби күнекмәләр үткән, төрлө хәлгә әҙер булыу серҙәренә өйрәнгән һалдаттар үҙҙәрен ҡайҙа әҙерләүҙәрен һиҙемләй, әлбиттә, әммә береһенең дә быны ҡысҡырып әйтергә батырсылығы етмәй. Сөнки, ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватаны ҡушҡан бурысты үтәй. Үҙ илеңде һайлап алмаған кеүек, ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәгеңде лә һайлау мөмкин түгел. Быуындары ла ҡатып етмәгән үҫмерҙәрҙе тәүге айҙарҙан уҡ ҡулдарына ҡорал тоторға, парашюттан һикерергә, көтөлмәгән һөжүмгә яуап бирергә өйрәтеүҙәренә ҡарап, егеттәр үҙҙәрен яуға ебәрәсәктәрен тоя, әлбиттә.
– Тәүге ваҡытта шул тиклем ауыр булды: тәбиғәте ҡырыҫ, тауҙары ҡаялы. Тап бында йәшәү һәм үлем менән күҙмә-күҙ осрашаһың: тауҙар ҡуйынында йәше­ренгән, яҡшы ҡоралланған дошмандарға ҡаршы көрәштә яҡын дуҫтарыңды юғалтыу – иң ҡыйыны, – ти минең әңгәмәсем.
Күңелгә әрнеү ҡатыш һеңеп ҡалған хәтирәләрҙе ҡайтанан яңыртыуҙан да ауыр хис юҡлығын белһәм дә, Ғаяз Әхмәҙулла улынан Афған һуғышы хәтирәләрен күберәк тағатыуын үтендем. “Уның нимәһен һөйләйһең?” – тип яурынын һелкһә лә, геройымдың һағыш сорнап алған йөҙөнә ҡарап, шул мәлдәрҙе ҡайтанан күҙ алдына килтереүен төҫмөрләүе ҡыйын түгел. Әңгәмәне дауам итеп:
– Айырыуса бер ғәйепһеҙгә һәләк булған иптәшеңдең үлемен кисереүе ауыр. Ҡайһы саҡ ни өсөн алышҡаныбыҙҙы ла белмәнек: ҡайҙа ҡарама – атыш, үлтереш, һуйыш... Өйҙәгеләргә бер нәмә белдермәй хат яҙабыҙ, уларҙың барыһы ла Ташкент ҡалаһынан ебәрелә. Батареяла хеҙмәт иткәндәрҙең күбеһе башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һәм украиндар булды. Шуныһы ҡыҙғаныс: байтаҡ хеҙмәттәштәр тыуған төйәгенә “ҡурғаш” табутта ҡайтты. Әрме минең өсөн сынығыу ғына түгел, ә тотош тормош мәктәбенә әүерелде.
Һалдаттың күргән-кисергәндәрен бик һаран һүрәтләүен аңларға мөмкин, сөнки һуғышты үҙ иңендә татыу, иптәштәреңде юғалтыу күңелгә мәңге уңалмаҫ яралар һала. Әйткәндәй, әрме йылдарының үҙенә күрә ҡыуаныслы минуттары ла була. Ватан алдындағы бурыстарын теүәл үтәп, тыуған яҡтарына ҡайтырға юлланған һалдаттар самолетта осҡан саҡта бортпроводниктың “Хәҙер беҙ Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы аша үтәбеҙ” тигән иғланын ишеткәс, күҙҙәргә йәш төйөлдө, йөрәктәр йыш-йыш тибә башланы, үҙем дә һиҙмәҫтән иллюминатор аша аҫҡа ҡарайым: унда ғәжәйеп матур йәшеллек, ниһайәт, ҡаялы-ташлы Афған еренән сығыуыбыҙға инандым”, – ти Ғаяз Хәсәнов.
Күкрәгенә төрлө миҙал тағып, старшина дәрәжәһенә лайыҡ булып, шанлы Афған яуын үткән Ғаяз Әхмәҙулла улы 1987 йылдың 12 майында тыуған яғына ҡайтып төшә.
Яуланаһы үрҙәр алда әле
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн үҙ иңендә татып ҡайтҡан егет ауылда, ата-әсәһе янында, оҙаҡ ятыуҙы хуп күрмәй. Көҙгөһөн документтарын юғары уҡыу йортона тапшырғанға тиклем бер аҙ эшләп алыу теләге менән яна. Учалы районының Өргөн балалар йортонда вожатый булараҡ эш башлай.
Балалар, бигерәк тә малайҙар һалдат ағайҙарын тиҙ арала үҙ итә, улар бергәләшеп төрлө спорт сараларында ҡатнаша, кисәләр үткәрә.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға керә егет. Ғаяз өсөн ысын мәғәнәһендә тулы ҡанлы студент тормошо башлана. Үҙешмәкәр түңәрәк­тәргә йөрөп, белем усағының мәҙәни тормошонда ҡайнаһынмы, йә булмаһа институт даны өсөн ҡала кимәлендә спорт ярыштарында алдынғылыҡты яулаһынмы – барыһына ла өлгөрә, һәммәһендә лә һынатмай. Бар яҡлап талантлы, юғары эрудициялы, рухлы һәм дәртле егеттең артабан фән юлын һайлауын теләп, уҡытыусылары институтта ҡалырға өндәй. Әммә Туймазы ҡыҙына ғашиҡ булып, студент туйы үткәреп ғаилә ҡорған Лүзиә менән Ғаяз Хәсәновтар тыуған яҡтарына эшкә ҡайта.
1993 йылда Ниғәмәт урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай Ғаяз. Артабан Үрге Яйыҡбай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр, 1998 йылда Беренсе Этҡол ауылында урынлашҡан Башҡорт республика лицей-интернатын етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Ул эшләгән осорҙа лицей республикала беренселәрҙән булып Интернет селтәренә тоташтырыла, заманса технологиялар ҡулланыла. Ошо төбәктең ҡыҙ һәм егеттәре күпләп техник йүнәлешле уҡыу йорттарына уҡырға керә, белем биреү кимәле яҡшыра.
Яуланған уңыштары, ең һыҙғанып башҡарған эштәре уңған етәксене бер урында тапанып торорға мөмкинлек бирмәй. 2005 йылда үҙ хеҙмәтенең оҫтаһына әүерелгән булдыҡлы етәксене яңы белем усағына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Был юлы Хәсәновтар Сибай ҡалаһына юллана. Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында эш башлау тәжрибәле етәксегә ауыр булмай. Ул инновациялы белем усағын яңы бейек­лектәргә күтәрә, 2007 йылда лицей “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Был үҙ сиратында уҡыу йортоноң матди-техник базаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡасандыр уҡытыусылары йәш белгескә оло өмөт бағлап, фән юлынан барыуын теләгән, ә йылдар үтеү менән уларҙың ышанысын аҡлап, Ғаяз Хәсәнов философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. “Ни өсөн философия?” тигән һорауыма: “ Философия – шул уҡ математика кеүек аҡыл фәне”, – тип яуапланы ул.
Алдынғы ҡарашлы, һәр саҡ яңы идеялар менән янған, замандан бер аҙым алда атлаған тынғыһыҙ етәксегә 2009 йылда Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек итеү бурысын ышанып тапшыралар. Тормоштоң нескәлектәрен яҡшы тойған, мәғариф өлкәһен үҙенең биш бармағы кеүек яҡшы белгән ир-уҙаман был тармаҡҡа ҡағылған “ҡулайлаштырыу еле”нә лә бирешмәй. Киреһенсә, белем биреүҙең төрлө юлдарын эҙләй, яңыса уҡытыу алымдарының ҡайһы мәктәп өсөн уңайлы булыуын өйрәнә, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын киңәйтеү, заманса ҡорамалдар менән тулыландырыу өсөн бар тырышлығын һала. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса ҙур һәм маҡсатлы эш алып барыла, һөҙөмтәлә һынау осоронда талаптарҙы боҙған бер осраҡ та теркәлмәй. Сибай уҡыусылары һәм педагогтары республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа ҙур еңеүҙәргә өлгәшә. Ул етәкләгән осорҙа ғына ла Арҡайым ҡасабаһында балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәп комплексы, “Сулпылар”, “Әкиәт”, “Ҡурай”, “Алтынай” балалар баҡсалары үҙ ишектәрен аса. Бөгөн ҡалала мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға бөтөнләй сират юҡ. Һуңғы йылдарҙа гимназия, 12-се мәктәп, Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, “Әкиәт” балалар баҡсаһы, Балалар ижады үҙәге Рәсәйҙең иң алдынғы 100 белем биреү учреждениеһы исемлегенә индерелә.
Геройымдың алда әйтелгән “Әрме минең өсөн тормош мәктәбенә әүерелде” тигән һүҙҙәрен иҫәпкә алып, ысынлап та, ябай һалдат күңелендә Афған ерендә үк “Ошо тамуҡтан имен-һау ҡотолһам, яуҙа һәләк булған иптәштәрем өсөн дә халҡыма тоғро хеҙмәт итермен” тигән хыялы булғандыр. Ғаяз Әхмәҙулла улы барлыҡ эше, ҡылған ғәмәлдәре, яулаған уңыштары менән халҡына фиҙакәр хеҙмәт итеүен дауам итә, замандаштарына өлгө күрһәтә. Яугир-интернационалистың күңелендә тормошҡа ашмаған бер хыялы бар: ҡасандыр үҙе үткән яу юлдарынан тыныс тормошта ҡайтанан урау, һәләк булған иптәштәренең рухы алдында баш эйеү, Йәшәү тигән мәңгелек төшөнсәнең ни тиклем ҡәҙерле булыуын тойоп, артабан да халҡы өсөн хеҙмәт итеү. Ә иң ҙур теләге – донъялар имен торһон!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872