Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт яугирҙәре изге йорттарҙы ҡурсалаған
Башҡорт яугирҙәре изге йорттарҙы ҡурсалаған Ҡунаҡсыл... Әҙәпле... Тыйнаҡ... Башҡорттар тураһында башҡа халыҡтар шундай фекер йөрөтә икән, юҡҡа түгелдер. Борондан ҡанға һеңгән иманыбыҙ шуны көҫәй. Хатта ҡанлы яуҙар мәлендә лә башҡорт хәрбиҙәре тәртипле булып ҡала белгән. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда үҙҙәрен алдынғы, цивилизациялы халыҡ һанаған француздар мародерлыҡ менән шөғөлләнеүҙе лә яҙыҡ күрмәгән. Христиандарҙың изге йорттары сиркәүҙәрҙе, ҡорамдарҙы ҡыйратҡандар, алтын-көмөштәрен алып сыҡҡандар. Ә башҡорт яугирҙәре өсөн Аллаһ йорто әйберҙәрен үҙләштереү ҙур гонаһ булған.
Башҡорт халҡының Ислам динен бик борондан ҡабул иткәнлеге билдәле. Әммә бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙән, башҡорттар электән үк Ислам диненә ныҡ бирелмәгән, тигән фекер ишетергә тура килә. Быны улар күберәк VIII – IX быуаттарҙа рус авторҙарының мәғлүмәтенә таянып яҙа. Башҡорттар, ысынлап та, Ислам диненә бөтә күңеле менән бирелмәгән булғанмы, уның ҡанундарына еңел ҡарағанмы, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса йәшәмәгәнме?
Был яңылыш фекер. Башҡорттар Хаҡ Тәғәлә диненә ысын күңелдән бирелгән һәм Ислам башҡорттарҙың йәшәү рәүешенә әүерелгән. Быны революцияға тиклем мәсеттәрҙең күплеге, мәҙрәсәләрҙең гөрләп тороуы ғына түгел, ә башҡорт фольклоры ла иҫбатлай. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең ҡайһы бер хәҙистәре быуаттар аша ҡыҫҡартылып, төп мәғәнәһен юғалтмайынса, әйтем, мәҡәл рәүешендә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Мәҫәлән, башҡорт халҡындағы “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы” тигән әйтем Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙисенә ҡайтып ҡала. Пәйғәмбәребеҙ күрше менән татыу йәшәргә, уны рәнйетмәҫкә, киреһенсә, тик яҡшылыҡ күрһәтергә өндәгән. Был аманатты ул Ябраил фәрештә аша Аллаһ Тәғәләнән алған.
Пәйғәмбәребеҙ үҙенең сәхәбәләренә: “Ябраил фәрештә күршегә яҡшы мөғәмәлә итеү тураһында туҡтауһыҙ өгөт-нәсихәт бирҙе, хатта күршене вариҫтар иҫәбенә индерер инде, тип уйланым”, – тип һөйләгән. Пәйғәмбәребеҙ икенсе бер хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтергән кеше күршеһенә яҡшылыҡ күрһәтһен...” – тигән (“Әл Бохари, Мөслим”).
Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Аллаһ Тәғәлә күршегә ҡарата мөнәсәбәтте шул тиклем юғары кимәлгә ҡуйған, шуға күрә лә башҡорттарҙа был хәҙис “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы” тигән әйтемгә әүерелгән, йәғни күршегә яҡшылыҡ ҡылыу Хоҙай Тәғәләнең ризалығына ирешеү, ә күршегә яуызлыҡ эшләү – Хоҙайҙың асыуына тарыу менән бер, тигән мәғәнәгә эйә.
Пәйғәмбәребеҙ тағы бер хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтергән кеше бүләк сифатында үҙенең ҡунағына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһен”, – тигән. “Эй, Аллаһ илсеһе, уның бүләге күпме булырға тейеш һуң?” – тип һораған кешеләр. “Көн һәм төн, бөтәһе өс көн буйы ҡунаҡ итергә тейеш, унан артығы саҙаҡа булыр”, – тип яуап биргән пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм (“Әл-Бохари, Мөслим”).
Хәҙер инде башҡорт халҡындағы “Ҡунаҡ – өс көнлөк” тигән әйтемде иҫебеҙгә төшөрәйек. Был әйтемдең тап ошо хәҙистән алынғанлығы күренеп тора. Пәйғәмбәребеҙ ҡушыуы буйынса, ҡунаҡҡа өс көн буйы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү ул һәр мосолмандың бурысы булған. Ҡунаҡ итеү өс көндән артһа, ул Аллаһ ризалығы өсөн бирелгән саҙаҡаға тиңләнгән.
Бындай әйтем, мәҡәлдәр башҡорт халҡында бихисап. Уларҙы һанай китһәң, айырым китапҡа торошло. Башҡорттар Хаҡ Тәғәлә диненә еңел, илке-һалҡы түгел, ә ысын күңелдән бирелеп, Уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән. Әле үрҙә телгә алған әйтемдәр тап ошо хаҡта һөйләй. Пәйғәмбәребеҙ хәҙисе менән бәйле тағы бер башҡорт халыҡ мәҡәлен әйтеп үтмәй булмай. Был мәҡәл Ислам диненең бөтөн асылын сағылдыра. Ул да булһа “Әҙәп барҙа иман бар” тигән башҡорт халыҡ әйтеме.
Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә әҙәп тураһында бик күп әйтелгән. “Һеҙҙең аранан иң яҡшы кешеләр – иң әҙәпле холоҡло булған кешеләр”, – тип әйтеп ҡалдырған пәйғәмбәребеҙ (“Әл-Бохари, Мөслим”). Икенсе хәҙистә “Улар араһынан иң әҙәпле холоҡлолары иң камил иманға эйә” (“Әт-Тирмизи”) тиелә. Бына ошонан килә инде “Әҙәп барҙа иман бар” тигән башҡорт халыҡ әйтеме.
Шуның өсөн дә беҙҙең халыҡта әҙәплелек быуаттар буйына аңыбыҙға ғына түгел, ҡаныбыҙға һеңгән. Ниндәй генә осраҡ булмаһын, башҡорт тәртипте онотмаған. Хатта ҡанлы яуҙарҙа ла башҡорт яугирҙәре әҙәпле булып ҡала белгән. Был турала, мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышы асыҡ миҫал булып тора. Ошо Ватан һуғышы осоронда үҙҙәрен алдынғы, цивилизациялы халыҡ һанаған француздар мародерлыҡ менән шөғөлләнеүҙе бер ҙә яҙыҡ ғәмәл тип һанамаған. Хатта христиандарҙың изге йорттары – сиркәүҙәрҙе лә ҡыйратып, булған алтын-көмөштәрен алып сығыу улар өсөн бер ни тормаған.
Ә башҡорт яугирҙәре, киреһенсә, үҙҙәрен әҙәпле тотҡан, бигерәк тә Аллаһ йорто – сиркәү, ҡорамдарҙың әйберҙәрен үҙләштереүҙе ҙур гонаһ һанаған. Башҡорттар яуҙа француздарҙан тартып алған сиркәү алтын-көмөштәрен һәр ваҡыт ҡайтарырға ашҡынып торған.
Дәүләт эшмәкәре, тарихсы А.Н. Оленин үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа: “Генерал Бороздин мне рассказывал, что часто случалось ему видеть башкирца, который к нему на походе принесет целый ком серебра, отбитого у неприятелей, из числа грабленных в церкви образов, и говорит изломанным русским языком:
– Батька, серебра прикажи взять.
– Как взять? Да оно твое, ты его отбил!
– Да, батька, отбил, но оно твой мечет.
– Да что же ты, возьми его сам, оно тебе теперь принадлежит.
– Нет, батька, Магомет убьет. Вот, видишь, собак француз умират (показывая тут же на дороге лежащего и умирающего француза, каковой пример на всяком шагу встречался!), видишь, батька, он умирает за то, что мечет ваш грабил!”
Шулай итеп, башҡорт яугире христиан булмаһа ла, сиркәүҙең байлығына ҡул һуҙыуҙы ҙур гонаһ һанаған, сөнки башҡорттарҙың әҙәплелеге, иманы көслө булған.
Башҡорт яугирҙәре һуғыштан файҙаланып мал-мөлкәт йыйыу менән шөғөлләнмәгән, ғөмүмән, башҡорт халҡына ундай һыҙат хас түгел. Аяуһыҙ һуғыш, көн дә үлем күргән хәлдә лә, башҡорт яугиренең күңеле ҡырыҫланмаған.
Быны дәлилләгән тарихи факттар байтаҡ. Мәҫәлән, 1-се Башҡорт полкы яугирҙәре француздар тарафынан емерелгән Мәскәүҙәге Дон монастырын тергеҙеүгә 1000 һум аҡса һәҙиә итә. 1813 йылдың 8 сентябрендә 1-се Башҡорт полкы командиры Ҡотлогилде Тимеров атаман Платовҡа былай тип хат яҙа: “Ваше сиятельство, милостивый государь, граф Матвей Иванович! Уже с давних времен под скипетром августейших российских монархов с любезными своими семействами блаженствуем. Когда вздумали хищные французы напасть на отечество наше, по воле всемилостивейшего нашего государя призваны и мы на помощь для обороны нашей границы под начальством вашего сиятельства. При всем нашем рвении не могли унять сих святотатцев, допустили до Москвы, где ограблены древние чудотворные храмы божии, в чем считаем себя не менее виновными, что не укротили сволочь нечестивую и позволили ограбить святыню. Само провидение наказало извергов за их бесчестный и безбожный поступок против святой церкви.
А ныне услышали мы, что герои русские намерены возобновить благолепие Донского монастыря в Москве. Благоволите, ваше сиятельство, и нам удостоится, по возможности наших сил, участвовать в сем богоугодном деле. Мы прилагаем тысячу рублей ассигнациями к определенным даяниям в сие светилище. Хотя мы считаемя иноверцами, но бог у всех народов один!.. Удостоя принять нашу просьбу, по гроб обяжите всех нас”.
Шулай итеп, 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихында башҡорттар батыр яугир булып ҡына түгел, ә киң күңелле, изгелекле, иманлы халыҡ булараҡ та күрһәтелгән. Бөгөн дә беҙ ошо сифаттарҙы юғалтмаһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 0

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 17

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 15

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 17

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан 20.08.2025 // Йәмғиәт

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған....

Тотош уҡырға 17

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 19

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 23