Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кру-угом! Бего-ом марш!” (мажара)
Илебеҙҙең ҡеүәтле армияһы подъем, дневальный, наряд, тревога, устав, каптёрка, присяга, иртәнге зарядка, дембель, марш-бросок, отбойҙан ғына тормай. Ҡайһы берәүҙәр белмәгән башҡа төрлө яҡтары ла бихисап. Шуның өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм ылыҡтырғыс ул, мажараларға ла бик бай. Татлы ла, көтөп алынған да увольнениеның үгәй ҡустыһы “самоволка” – шуға асыҡ миҫал. Ысынлап та, часты үҙ белдегең менән ҡалдырыу һалдат өсөн туранан-тура “баш ауыртыуға” килтереүе көн кеүек асыҡ, унан дисбат еҫе аңҡыуы ла ихтимал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ғәҙәти күренешкә әйләнмәһә лә, Әнғәм Атнабайҙы саҡ ҡына үҙгәртеп әйткәндә, казарма өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас, офицерҙар ятып йоҡлағас, дежурныйҙар бөткәс күҙ атып, һалдат китте төнгө һунарға...
Күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә тигәндәй, “Белая ночь” мәҙәниәт һарайында дискотека үтә икән, тигән хәбәрҙе ишет­кәс, күңел ҡайҙалыр ашҡынырға тотондо. Йоҡо ҡасты, йөрәк тибеше йышайҙы. “Ошо ожмах мөйө­шөнә нисек эләгергә?” тигән бер генә уй башта. Тик хыялды ҡайһылайтып ғәмәлгә ашырырға? Балтик буйынан килгән дуҫым Олегтың ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп күптән түгел бер сибәркәйҙе оҙа­тып ҡайтыуын һөйләүе теләгемде икеләтә арттырҙы. Хәйер, дискотека бары һылтау ғына инде, төп сәбәптең ни икәнен аңһыҙ ҙа аңлар...
– Әйҙә, бөгөн һыпыртайыҡ, – тип ныҡыша серҙәшем.
– Һәтәү һин, рота буйынса дежурныйҙың кем икәнен белә­һеңме?
– Юҡ.
– Майор Дедюхин!
Теге һаман үҙенекен тылҡый:
– Эй, ул үҙе таңға тиклем ҡай­ҙалыр юғалып тора.
Беҙгә тағы өсәү ҡушылды, һәм­мәһе лә ышаныслы, разведкаға ла барырға мөмкин: Сергей, Аманбай һәм Малик. Уларҙы алмаҫ та инек, күмәк йөрөүҙең ғилләһе шунда: былай иткәндә гражданский­ҙарға ҡаршы тороуы еңелерәк. Һи­рәк-һаяҡ ундай күңелһеҙ осраҡтар ҙа теркәлә.
Шул иғтибарға лайыҡ, яҡты көн­дө кем дә һайламай, бына төндә самоволкаға сығып ҡарағыҙ. Бындай тәүәккәл аҙымды йөрәклеләр генә яһай.
Иптәш майор, ысынлап та, отбой уҙып бер сәғәттәй ваҡыт үтеү­гә, май урлап ашаған бесәй кеүек алан-йолан ҡаранып, унан бигерәк шып-шым ғына КПП аша сыҡты ла, еңел автомобилгә ултырып, ҡайҙалыр осто, үҙем күҙәтеп тор­ҙом. “Сират һалдаттарға ла етте, ниһайәт”, – тип эстән генә шатланам. Шулай итеп, бөтәһе лә әүен баҙарына киткәндә табанды ял­тыраттыҡ. Онотоп торам, тәүҙә юрғанды ҡабартып һәм уға кейем өҫтәп һалып, яҫтыҡты ятҡырып түгел, ә ултыртып тигәндәй ҡуйып, түшәкте бөркәнеп йоҡларға ярат­ҡан кеше рәүешенә еткерҙек.
Кем нисек оҫта, шулай тейен етеҙлегендә ҡойма аша һикереп төшөп, ҡыуаҡлыҡ янындағы үҙебеҙ әтмәләгән соҡорҙан гражданский кейемдәрҙе алдыҡ та “һә” тигәнсә хамелеонға әүерелдек.
Ҡайһы арала Аманбай һиме­рергә өлгөргән, салбары бәләкә­серәк, биле саҡ-саҡ ярай. Ни эш­ләргә? “Эсте ҡыҫа. Күп тә бармам, төймә шампан тығыны шикелле осоп китһә, ни эшләмәк кәрәк”, – тип борсола. Әмәлен таптыҡ бит әй. Һалдат ҡайышын биленә быу­ҙы, ә ул “һатмаһын өсөн” күлдәген тышҡа сығарҙы. Бер шпана малай­ға оҡшап ҡуйҙы үҙе. Ҡаланы­ҡы­ларҙан һис тә айырырмын тимә. “Баш та инде һиндә!” – тип маҡ­тайбыҙ Сергейҙы.
Ирекле тормоштоң рәхәтлеген әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Яйлап ҡына төнгө Котлас (Архангельск өлкәһе) беҙҙе үҙ ҡосағына алды. Тормош ҡәҙимгесә икән дә, һирәк-һаяҡ машиналар һыҙғырып үтеп китә, бер нисә таксист туҡтап, “һеҙгә алыҫҡамы?” тип хәл белеште. Ҡарлыҡҡан тауышлы ир тәмәке һорап тартты, шау-шыу килгән төр­көм ҡаршыға осрағанда йоҙ­роҡ­тарҙы төйнәйбеҙ. Бына ошо­ларҙы иҫәпкә алмағанда, Өфөнән бер ере менән кәм дә, артыҡ та түгел һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, ул саҡта, ысынлап та, бынамын итеп күңел астыҡ. Айырым да, парлашып та бейенек, ҡыҙҙар менән дә та­ныштыҡ, алда­ғы көндәргә йәнә тансала осра­шырға вәғәҙә бирештек. Баштараҡ “тик беҙҙе генә күҙәтәләр, бүтән­дәрҙән ныҡ айырылып торабыҙ” тигән тойғо кү­ңелгә тынғылыҡ бир­мәһә, маймылдай һикерәңдәктәр араһына инеп юғалғас, барыһы ла онотолдо. Халыҡ таралыша баш­ланы бер заман, етмәһә, беҙ­ҙең дә ауыҙ­ҙар асылырға тотонғас, ҡайтыу яғына һыпырттыҡ. Кемдең-кемдең, ә һөйгәне менән осрашыу ләззәтен татыған Олегтың йөрәге тулы хис, ауыҙы ҡолағына еткән.
– Вәт шәп булды, барыбер кәләш итеп алам Маринаны, Тал­линнға алып ҡайтып китмәһәмме, – тип тәтелдеген сыға бәхетле йән. Әллә ысынды һөйләй, әллә фәстерә.
Атайымдың, бер ҡасан да мора­тыңа ирешмәйенсә, “булды” тип алдан ҡысҡырма, тигәнен хәтер­ләнем, мөхәб­бәттән тамам иҫергән иптәшебеҙ часҡа ҡайтып етмәйенсә шундай хәбәр еткер­гәненә йәнем көйә, әммә уның кәйефен боҙғо килмәй.
“Гражданскийҙан хәрбигә әйлә­неп” һәм ошоно иҫкә төшөргәндә алдыбыҙҙа ҡапыл яҡтылыҡ көл­тәһе пәйҙә булмаһынмы! Ирек­һеҙҙән кинолағы тетрәндергес күренеш – фашистарҙың развед­каға юлланған совет һалдаттарын прожектор ярҙамында утҡа тотоуы күҙ алдына баҫты. Эйе, унан һис кенә лә кәм түгел, пилотка менән күҙҙе ҡаплап, унан бигерәк ҡул һуғышына әҙерләнеп, көслө яҡты­лыҡты йырып алға атлайбыҙ. Таныш ҡоймабыҙ алыҫ та түгел инде, ана, күренеп тора. Артҡа сигенеү ҡайҙа (был егетлек түгел), тиҙҙән подъем, һиҙҙермәй генә карауатҡа инеп сумырға ла бер аҙ серем итергә иҫәп. Ҡаҙаҡ Аманбай ки­теленең еңдәрен дә төргәс, ҡы­йыулыҡ бермә-бер артты. Бәлки, дискотекала ҡыҙҙары менән бейе­гәс, ҡала егеттәре беҙҙең иманды уҡытмаҡсылыр. Һай, бер ҡат­лы һал­даттар, һеҙ нимә тураһында уйлайһығыҙ, юғарыраҡ алығыҙ. Хәйер, городскойҙар менән йыш ҡына эләгешкәс, иң беренсе шуны уйламай сараң юҡ. Ҡаршыбыҙға ротный килеп баҫҡас, күҙҙәребеҙ маңлайға менде.
– Иптәш һалдаттар, таң менән ҡайҙа юл тоттоғоҙ?!
Ярай Сергей башлы, шунда уҡ:
– Иптәш майор, подъемға хәт­лем йүгереп килдек.
– Ә ниңә пилоткала?
– Тегеләй хәрби кейемде боҙоу була.
– Тирләү түгел, ҡыҙарма­ғанһығыҙ ҙа.
– Иптәш майор, яңы ғына ат­лауға күскәйнек...
Офицер, ҡотҡарыусыбыҙҙы бүл­дереп:
– Йөҙөгөҙгә ҡарағанда, бер ҙә генә спорт яратҡанға оҡшама­ғанһығыҙ. Хөрт йүгергәнһегеҙ, ҡабатларға тура килер. Отделение, стройся! Кру-угом! Бего-ом марш! – тип бойорҙо.
Дискотеканан былай ҙа ашығып ҡайтып килә инек, әле аэропорт яғына ҡарай йән-фарман йүгерә­беҙ, аяҡтар ергә теймәй хатта. Майор Дедюхин артыбыҙҙан үҙе лә йүгереп бара тиһәгеҙ, яңылы­шаһығыҙ. “УАЗ”икта ултырып арттан ҡыуа был. Часҡа килеп ете­үебеҙгә кейем һығып алмалы ине, әммә подъемға өлгөрҙөк. Иң ҡыҙы­ғы, командир мутлыҡ ҡылыуҙы ҡайҙан һиҙгәндер, һаман да сер булып ҡалды. Әллә берәйһе ошаҡ­лағанмы? Йыш ҡына: “Нисек, һаман да таң һарыһынан йүгерәһе­геҙ­ме?” – тип мәрәкәләй торғайны. Сирек быуат үтһә лә, ошо һүҙҙәр һаман ҡолаҡта сыңлағандай. Тағы иң ғәжәбе, “Ҡайҙа булдығыҙ, кем рөхсәт итте частан сығырға?” тигән һорауҙы бер ҡасан да бир­мәне, язаға ла тарттырманы. Ысын мужиктар шулай булалыр. Хәйер, үҙе лә хилафлыҡ ҡылғас, беҙҙең хәлгә ингәндер, моғайын да.
Ғөмүмән, самоволкаға төрлө сәбәп буйынса сығалар. Беҙҙең ише дискотекала булыуҙан айырмалы, кемдеңдер туңдырма, бүтән төрлө тәм-том ашағыһы, ҡаланы күргеһе, иркенлекте тойғоһо килә. Самоволка ҡасыу түгел бит, бары тик часты бер-ике сәғәткә ҡалды­рыу ғына. Тотолмаҫ өсөн төрлө юлға баралар. Әгәр ҙә офицерҙар һалдаттарға ҡалаға йышыраҡ сығырға рөхсәт итһә, самоволка, бәлки, булмаҫ та ине. Уйлауымса, хәҙер кеҫә телефонһыҙ йәшәп булмағанда, самоволкала йөрөү күпкә еңелерәктер, юғиһә элек билдәһеҙлек арҡаһында төрлө мажараларға йыш эләгелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872