“Кру-угом! Бего-ом марш!” (мажара)22.02.2017
Илебеҙҙең ҡеүәтле армияһы подъем, дневальный, наряд, тревога, устав, каптёрка, присяга, иртәнге зарядка, дембель, марш-бросок, отбойҙан ғына тормай. Ҡайһы берәүҙәр белмәгән башҡа төрлө яҡтары ла бихисап. Шуның өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм ылыҡтырғыс ул, мажараларға ла бик бай. Татлы ла, көтөп алынған да увольнениеның үгәй ҡустыһы “самоволка” – шуға асыҡ миҫал. Ысынлап та, часты үҙ белдегең менән ҡалдырыу һалдат өсөн туранан-тура “баш ауыртыуға” килтереүе көн кеүек асыҡ, унан дисбат еҫе аңҡыуы ла ихтимал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ғәҙәти күренешкә әйләнмәһә лә, Әнғәм Атнабайҙы саҡ ҡына үҙгәртеп әйткәндә, казарма өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас, офицерҙар ятып йоҡлағас, дежурныйҙар бөткәс күҙ атып, һалдат китте төнгө һунарға...
Күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә тигәндәй, “Белая ночь” мәҙәниәт һарайында дискотека үтә икән, тигән хәбәрҙе ишеткәс, күңел ҡайҙалыр ашҡынырға тотондо. Йоҡо ҡасты, йөрәк тибеше йышайҙы. “Ошо ожмах мөйөшөнә нисек эләгергә?” тигән бер генә уй башта. Тик хыялды ҡайһылайтып ғәмәлгә ашырырға? Балтик буйынан килгән дуҫым Олегтың ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп күптән түгел бер сибәркәйҙе оҙатып ҡайтыуын һөйләүе теләгемде икеләтә арттырҙы. Хәйер, дискотека бары һылтау ғына инде, төп сәбәптең ни икәнен аңһыҙ ҙа аңлар...
– Әйҙә, бөгөн һыпыртайыҡ, – тип ныҡыша серҙәшем.
– Һәтәү һин, рота буйынса дежурныйҙың кем икәнен беләһеңме?
– Юҡ.
– Майор Дедюхин!
Теге һаман үҙенекен тылҡый:
– Эй, ул үҙе таңға тиклем ҡайҙалыр юғалып тора.
Беҙгә тағы өсәү ҡушылды, һәммәһе лә ышаныслы, разведкаға ла барырға мөмкин: Сергей, Аманбай һәм Малик. Уларҙы алмаҫ та инек, күмәк йөрөүҙең ғилләһе шунда: былай иткәндә гражданскийҙарға ҡаршы тороуы еңелерәк. Һирәк-һаяҡ ундай күңелһеҙ осраҡтар ҙа теркәлә.
Шул иғтибарға лайыҡ, яҡты көндө кем дә һайламай, бына төндә самоволкаға сығып ҡарағыҙ. Бындай тәүәккәл аҙымды йөрәклеләр генә яһай.
Иптәш майор, ысынлап та, отбой уҙып бер сәғәттәй ваҡыт үтеүгә, май урлап ашаған бесәй кеүек алан-йолан ҡаранып, унан бигерәк шып-шым ғына КПП аша сыҡты ла, еңел автомобилгә ултырып, ҡайҙалыр осто, үҙем күҙәтеп торҙом. “Сират һалдаттарға ла етте, ниһайәт”, – тип эстән генә шатланам. Шулай итеп, бөтәһе лә әүен баҙарына киткәндә табанды ялтыраттыҡ. Онотоп торам, тәүҙә юрғанды ҡабартып һәм уға кейем өҫтәп һалып, яҫтыҡты ятҡырып түгел, ә ултыртып тигәндәй ҡуйып, түшәкте бөркәнеп йоҡларға яратҡан кеше рәүешенә еткерҙек.
Кем нисек оҫта, шулай тейен етеҙлегендә ҡойма аша һикереп төшөп, ҡыуаҡлыҡ янындағы үҙебеҙ әтмәләгән соҡорҙан гражданский кейемдәрҙе алдыҡ та “һә” тигәнсә хамелеонға әүерелдек.
Ҡайһы арала Аманбай һимерергә өлгөргән, салбары бәләкәсерәк, биле саҡ-саҡ ярай. Ни эшләргә? “Эсте ҡыҫа. Күп тә бармам, төймә шампан тығыны шикелле осоп китһә, ни эшләмәк кәрәк”, – тип борсола. Әмәлен таптыҡ бит әй. Һалдат ҡайышын биленә быуҙы, ә ул “һатмаһын өсөн” күлдәген тышҡа сығарҙы. Бер шпана малайға оҡшап ҡуйҙы үҙе. Ҡаланыҡыларҙан һис тә айырырмын тимә. “Баш та инде һиндә!” – тип маҡтайбыҙ Сергейҙы.
Ирекле тормоштоң рәхәтлеген әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Яйлап ҡына төнгө Котлас (Архангельск өлкәһе) беҙҙе үҙ ҡосағына алды. Тормош ҡәҙимгесә икән дә, һирәк-һаяҡ машиналар һыҙғырып үтеп китә, бер нисә таксист туҡтап, “һеҙгә алыҫҡамы?” тип хәл белеште. Ҡарлыҡҡан тауышлы ир тәмәке һорап тартты, шау-шыу килгән төркөм ҡаршыға осрағанда йоҙроҡтарҙы төйнәйбеҙ. Бына ошоларҙы иҫәпкә алмағанда, Өфөнән бер ере менән кәм дә, артыҡ та түгел һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, ул саҡта, ысынлап та, бынамын итеп күңел астыҡ. Айырым да, парлашып та бейенек, ҡыҙҙар менән дә таныштыҡ, алдағы көндәргә йәнә тансала осрашырға вәғәҙә бирештек. Баштараҡ “тик беҙҙе генә күҙәтәләр, бүтәндәрҙән ныҡ айырылып торабыҙ” тигән тойғо күңелгә тынғылыҡ бирмәһә, маймылдай һикерәңдәктәр араһына инеп юғалғас, барыһы ла онотолдо. Халыҡ таралыша башланы бер заман, етмәһә, беҙҙең дә ауыҙҙар асылырға тотонғас, ҡайтыу яғына һыпырттыҡ. Кемдең-кемдең, ә һөйгәне менән осрашыу ләззәтен татыған Олегтың йөрәге тулы хис, ауыҙы ҡолағына еткән.
– Вәт шәп булды, барыбер кәләш итеп алам Маринаны, Таллиннға алып ҡайтып китмәһәмме, – тип тәтелдеген сыға бәхетле йән. Әллә ысынды һөйләй, әллә фәстерә.
Атайымдың, бер ҡасан да моратыңа ирешмәйенсә, “булды” тип алдан ҡысҡырма, тигәнен хәтерләнем, мөхәббәттән тамам иҫергән иптәшебеҙ часҡа ҡайтып етмәйенсә шундай хәбәр еткергәненә йәнем көйә, әммә уның кәйефен боҙғо килмәй.
“Гражданскийҙан хәрбигә әйләнеп” һәм ошоно иҫкә төшөргәндә алдыбыҙҙа ҡапыл яҡтылыҡ көлтәһе пәйҙә булмаһынмы! Ирекһеҙҙән кинолағы тетрәндергес күренеш – фашистарҙың разведкаға юлланған совет һалдаттарын прожектор ярҙамында утҡа тотоуы күҙ алдына баҫты. Эйе, унан һис кенә лә кәм түгел, пилотка менән күҙҙе ҡаплап, унан бигерәк ҡул һуғышына әҙерләнеп, көслө яҡтылыҡты йырып алға атлайбыҙ. Таныш ҡоймабыҙ алыҫ та түгел инде, ана, күренеп тора. Артҡа сигенеү ҡайҙа (был егетлек түгел), тиҙҙән подъем, һиҙҙермәй генә карауатҡа инеп сумырға ла бер аҙ серем итергә иҫәп. Ҡаҙаҡ Аманбай кителенең еңдәрен дә төргәс, ҡыйыулыҡ бермә-бер артты. Бәлки, дискотекала ҡыҙҙары менән бейегәс, ҡала егеттәре беҙҙең иманды уҡытмаҡсылыр. Һай, бер ҡатлы һалдаттар, һеҙ нимә тураһында уйлайһығыҙ, юғарыраҡ алығыҙ. Хәйер, городскойҙар менән йыш ҡына эләгешкәс, иң беренсе шуны уйламай сараң юҡ. Ҡаршыбыҙға ротный килеп баҫҡас, күҙҙәребеҙ маңлайға менде.
– Иптәш һалдаттар, таң менән ҡайҙа юл тоттоғоҙ?!
Ярай Сергей башлы, шунда уҡ:
– Иптәш майор, подъемға хәтлем йүгереп килдек.
– Ә ниңә пилоткала?
– Тегеләй хәрби кейемде боҙоу була.
– Тирләү түгел, ҡыҙармағанһығыҙ ҙа.
– Иптәш майор, яңы ғына атлауға күскәйнек...
Офицер, ҡотҡарыусыбыҙҙы бүлдереп:
– Йөҙөгөҙгә ҡарағанда, бер ҙә генә спорт яратҡанға оҡшамағанһығыҙ. Хөрт йүгергәнһегеҙ, ҡабатларға тура килер. Отделение, стройся! Кру-угом! Бего-ом марш! – тип бойорҙо.
Дискотеканан былай ҙа ашығып ҡайтып килә инек, әле аэропорт яғына ҡарай йән-фарман йүгерәбеҙ, аяҡтар ергә теймәй хатта. Майор Дедюхин артыбыҙҙан үҙе лә йүгереп бара тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ. “УАЗ”икта ултырып арттан ҡыуа был. Часҡа килеп етеүебеҙгә кейем һығып алмалы ине, әммә подъемға өлгөрҙөк. Иң ҡыҙығы, командир мутлыҡ ҡылыуҙы ҡайҙан һиҙгәндер, һаман да сер булып ҡалды. Әллә берәйһе ошаҡлағанмы? Йыш ҡына: “Нисек, һаман да таң һарыһынан йүгерәһегеҙме?” – тип мәрәкәләй торғайны. Сирек быуат үтһә лә, ошо һүҙҙәр һаман ҡолаҡта сыңлағандай. Тағы иң ғәжәбе, “Ҡайҙа булдығыҙ, кем рөхсәт итте частан сығырға?” тигән һорауҙы бер ҡасан да бирмәне, язаға ла тарттырманы. Ысын мужиктар шулай булалыр. Хәйер, үҙе лә хилафлыҡ ҡылғас, беҙҙең хәлгә ингәндер, моғайын да.
Ғөмүмән, самоволкаға төрлө сәбәп буйынса сығалар. Беҙҙең ише дискотекала булыуҙан айырмалы, кемдеңдер туңдырма, бүтән төрлө тәм-том ашағыһы, ҡаланы күргеһе, иркенлекте тойғоһо килә. Самоволка ҡасыу түгел бит, бары тик часты бер-ике сәғәткә ҡалдырыу ғына. Тотолмаҫ өсөн төрлө юлға баралар. Әгәр ҙә офицерҙар һалдаттарға ҡалаға йышыраҡ сығырға рөхсәт итһә, самоволка, бәлки, булмаҫ та ине. Уйлауымса, хәҙер кеҫә телефонһыҙ йәшәп булмағанда, самоволкала йөрөү күпкә еңелерәктер, юғиһә элек билдәһеҙлек арҡаһында төрлө мажараларға йыш эләгелде.