Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирҙең көсө – ил менән
Ирҙең көсө – ил менән Хеҙмәт бурысы төрлө яҙмышлы, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тормошло кешеләр менән әленән-әле осраштырып тора. Уларҙың ҡылған эштәре, үткән ғүмере һабаҡ бирерлек, кемдекелер тетрәндерерлек, һоҡланырлыҡ. Был шәхес менән алып барған һөйләшеү иһә кешенең үҙе һәм яҡындары алдындағы яуаплылыҡ хаҡында ғына түгел, милләт, ил кимәлендәге тыныслыҡ мәсьәләләренә барып тоташа. Тик шуныһы, билдәле сәбәптәр арҡаһында, барлыҡ кәрттәрҙе лә асып һалып булмай. Ғүмерен именлек хеҙмәтенә арнаған офицер Рәфис АБДУЛЛИН менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.
– Рәфис Риф улы, тыуған яғығыҙ – Ишембай районының Маҡар ауы­лы – республикаға төрлө өлкәлә уңышлы хеҙмәт иткән бик күп шә­хестәр биргән төбәк. Ундағы тәбиғәт кенә лә ниндәй көскә эйә! Тик иң етди, иң яуаплы структу­ра­ларҙың береһе – Рәсәй именлек хеҙмәтенә ғөсөл ҡойонған һыуға, тау биргән көскә генә ҡарап сафҡа алмайҙар шул…
– Мәктәптә уҡығанда спорт менән шөғөлләнмәү егетлек түгел ине. Саңғы, еңел атлетика физик яҡтан сыныҡтырҙы, шул уҡ ваҡытта спорттың шәхестә сыҙамлылыҡ, тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ тәрбиәләгәнен дә яҡшы беләбеҙ. Был бер күрһәткес булһа, бигерәк тә идеология көслө заманда, ниндәйерәк “тулҡында” йөҙгәнем айырыуса мөһим ине. Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға индем, әммә артабан өс йыл ғүмер флотта үтте. Хәрби бурысты үтәгәндә әлеге институтта тарих факультеты асылды. Филологияны ҡалдырып, өҫтөмдән тельняшкамды ла сисмәй тиерлек яңынан шул факультетҡа уҡырға индем. Тарих фәне, билдәле булыуынса, үткәндәргә генә түгел, бөгөнгө тормошҡа һәм киләсәккә лә битараф түгел.
Ғөмүмән, тарихты, йәмғиәтте тәрән өйрәндем, факультетта ла, дөйөм институт кимәлендә лә партия, комсомол һәм профсоюз эше буйынса иң йөкмәткеле вазифаларҙы үтәнем, билдәле, студенттың ҡайнап торған тормошонан да ситтә түгел инем. Мәҡәлә яҙыу, Юрматы ырыуының тарихын өйрәнеү, Химиктар мәҙәниәт йортонда драма түңәрәге составында гастролдәргә йөрөү – һанап сыҡҡандарҙың һәммәһе лә баштан үтте. Кисергәндәр, һис шикһеҙ, ыңғай тәжрибә булып тупланды. Шул уҡ ваҡытта башҡортса һәм русса иркен аралашыуым да мөһим роль уйнағандыр. Ғөмүмән, миндә, күрәһең, милли мәсьәләләр буйынса эш алып барырлыҡ хеҙмәткәрҙе күргәндәрҙер, институтты бөткәс, ошо уҡ уҡыу йортона ассистент булып эшкә урынлашып та өлгөрмәнем, именлек хеҙмәтенең махсус вузына белемемде камиллаштырырға ебәрҙеләр.
– Милли мәсьәләләрҙе телгә ал­ды­ғыҙ. Шул уҡ ваҡытта әлеге хеҙ­мәттә эшләүселәргә ҡарата был йәһәттән ирекһеҙ рәүештә ҡырын күҙ менән ҡарарға күнеккәнбеҙ.
– Ишарағыҙ аңлашыла. Улай ғына ла түгел, һин милләтеңде һаттың, тип тура ҡарап әйтеүселәр ҙә булды. Ул саҡта эстән генә “Һеҙгә ҡарағанда, бәлки, милләтемде нығыраҡ ҡурсалайымдыр әле”, – тип уйлай инем. “Мин – башҡорт” тип ҡысҡырып йөрөү халҡыңды яратыу тигәнде аңлатмай әле. Юҡһа, тыштан бер хәбәр һөйләп, эстән икенсе төрлө уйлап йөрөгән буш ҡыуыҡтар аҙмы ни? Барыһын да асып һалып булмай, әлбиттә. Тик халҡыбыҙға зыян килтерерлек хаталарҙы ваҡытында туҡтатыуҙа туранан-тура ҡатнаштым. Бының өсөн күңелем тыныс.
– Ғөмүмән, эшегеҙ ауыр инеме?
– Стәрлетамаҡ Мәскәү түгел, әммә проблемалар етерлек булды. Террор­сыларға ҡаршы көрәш йүнәлешендә эшләгән хеҙмәткәр булараҡ әйтә алам, был йәһәттән дә, коррупция һәм башҡа мәсьәләләрҙә лә хәүеф тыуып ҡына торҙо. Иң мөһиме – ҡуйылған бурысты намыҫлы башҡарҙыҡ. Ҡалабыҙ күге һәр саҡ тыныс булды, ә бит бында ябай ғына инфраструктура түгел, көслө һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле сәнәғәт эшләп килә.
– Киноларҙа именлек өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр өйҙәренә ҡайтып та инмәй, ошо арҡала хатта ғаилә­ләре тарҡалып ҡуя. Был тәңгәлдән “заман чекисының” ысын тормошта хәле нисек?
– Минеңсә, кеше өсөн беренсе сиратта һәр саҡ ғаиләһе булырға тейеш. Әгәр ҙә ғаиләңдә тыныслыҡ булмаһа, хеҙмәтеңдә эш ҡайғыһымы ни? Элек, шундай төшөнсә бар ине: ил именлеге, унан ҡала ғына шәхес ҡайғыһы булырға тейеш. Тик яҡындарыңды хәүеф аҫтына ҡуйып, нисек һин дөйөм именлек хаҡында һүҙ йөрөтә алаһың. Был йәһәттән ҡанундар үҙгәрҙе – шәхес именлеге беренсе планға күсте. Хәйер, ваҡыты менән үҙемә генә түгел, ғаиләгә хәүеф янаған саҡтар ҙа булды, әммә ул хаҡта түгел һүҙем, яҡындарың менән аңлашып йәшәү фарыз. Ниндәйҙер эш менән бараһың икән, иҫкәрт, бер кем дә һинән эшеңдең асылын һөйләп биреүҙе талап итмәй бит. Нисек кенә булмаһын, был йәһәттән ғаиләмдән уңдым тип әйтә алам. Ҡатыным ярты һүҙҙән аңлап тора. Икенсе яҡтан, ул үҙе лә бик әүҙем кеше, эш уртаһында ҡайнай. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында педагогия һәм психология факультетын етәкләй Лилиә Бакир ҡыҙы. Имтихандар, ғилми хеҙмәт, тикшереүҙәр уҡытыусы эшен урап үтмәй. Ил именлеге хаҡына – ул, белем именлеге хаҡына мин көтәм (көлә).
– Ниндәй генә хеҙмәт башҡарма, эштә үкенес кисерерлек мәлдәр була. Ә кеше яҙмышы хәл ителә торған урында эшләү бигерәк тә яуаплы, минеңсә. Ер шары әйләнә тигәндәй, һорау алған кешеләр һуңынан осрап та ҡуялыр?
– Именлек хеҙмәте тигәс, кемдер тыныслыҡты, хәүефһеҙлекте күҙ алдына килтерә, бәғзеләр хатта үткән быуаттағы НКВД хаталарын соҡой башлай. Һәр хәлдә үҫеш хаталар аша килә, әммә был хеҙмәт булмаһа, именлек кимәлен бер мәлгә генә күҙ алдына килтерегеҙ әле. Урамда ҡорал тотоп йөрөгән террорсылар, ҡанға буталған коррупция күҙ алдына килә. Шулаймы?
“Ҡабаттан осрашыуҙарға” килгәндә, әлбиттә, мин “эшен” алып барған кеше­ләр килеп сыға. Шуныһы ҡыуаныслы: күптәр үсен белдерер урынға рәхмәт әйтеп китә. “Ваҡытында ҡырын юлдан барғанымда туҡтатып ҡалдығыҙ”, – ти улар. Был һүҙҙәр – именлек хеҙмәтенең асылы тураһында өҫтәрәк әйтелгәндәргә йәнә бер дәлил, минеңсә.
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡаршыға әңгәмәгә ултырғандар араһында хатта таныштар ҙа осрай, әммә закон алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ. Һәр хәлдә, намыҫым таҙа, кешеләргә кешесә мөнәсәбәттә булырға тырыштым.
– Ә бына тормошоғоҙҙо именлек хеҙмәтенә түгел, ә башҡа өлкәгә бағыш­лаһағыҙ, бөгөн үҙегеҙҙе кем сүрәтендә күрер инегеҙ?
– Баштараҡ әйтеүемсә, институтты тамамлағас, шунда уҡ эшкә ҡалдыр­ҙылар. Бәлки, ошо һөнәр буйынса үҫешер инем, хатта фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итергә хыял бар ине.
– Уның ҡарауы, һеҙ Рәсәй именлек хеҙмәтендә ҡала буйынса бүлек етәксеһенең урынбаҫары вазифа­һына тиклем күтәрелеп, инде хаҡлы ялдағы офицер. Тарихта ғына ҡал­ған Ленин исемендәге станоктар эш­ләү заводында директорҙың дө­йөм мәсьәләләр буйынса урынба­ҫа­ры вазифаһында ла эшләп өл­гөр­гәнһегеҙ. Бөгөн иһә йәнә дәүләт хеҙмәтендә – халыҡҡа хеҙмәт күрһә­теү өлкәһендә именлек буйынса бурыс атҡараһығыҙ. Ғөмүмән, ғүме­регеҙҙе именлек, хәүефһеҙлеккә арнаған шәхес тип әйтергә булалыр. Үкенмәйһегеҙме быға?
– Ҡалыплашҡан яуап ишеттермәй, бер генә миҫал килтерәм: бөгөнгө көндә улым да, ҡыҙым да минең юлды һайланы. Именлек хеҙмәтендә түгел, әммә береһе – тәфтишсе, икенсеһе әлеге мәлдә ошо һөнәрҙе үҙләштерә. Тимәк, үкенмәйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20