Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәшерен сер юҡ: тос фәнни хеҙмәт яҙырға ине”
“Йәшерен сер юҡ:  тос фәнни хеҙмәт яҙырға ине” Ғилемде мәңге шиңмәй торған диңгеҙ менән сағыштыра күптәр. Белем эстәү – энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу, тиҙәр. Быларҙың барыһы ла даими камиллашыу, туҡтауһыҙ уҡыу тигәнде аңлата. Иң мөһиме, уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Белем – бәхет асҡысы, фән йәүһәрҙәре кешене матурлыҡҡа, уңышҡа илтә. Фәндең тормошондағы роле хаҡында һөйләүен үтенеп, Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Илшат ЯНБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.
— “Хәләл бәхет кенә йәнгә дауа”, тип яҙып ҡалдырған мәғрифәтсе Йософ Баласа­ғуни. Ә һеҙ бәхет төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?
– Нисәмә-нисә быуын әҙиптәр, философтар, ғалимдарҙың зиһе­нен биләгән, һәр саҡ һәр кем өсөн көнүҙәк һорау инде был. Мөхәббәт һәм нәфрәт, үлем һәм үлемһеҙлек һымаҡ уҡ, әҙәбиәт һәм сәнғәттең мәңгелек темаһы. Бер төрлө генә яуап биреп булмай, һәр быуын үҙенсә аңлаған һәм аңлатырға тырышҡан уны, сөнки кеше тормошо, уны уратып алған мөхит һәм шарттар һәр саҡ үҙгәрештә, үҫештә. Ҙурҙан ҡубып, тирә-яғыбыҙға ябай ғына күҙәтеү яһа­йыҡ, үҙ халәтебеҙҙе башҡалар­ҙыҡы менән сағыштырып ҡарайыҡ булмаһа. Бөгөн Сүриәләге, Украиналағы, Донецк һәм Луганск Халыҡ республика­ларындағы шикелле өҫтөбөҙҙә туп-йәҙрәләр ҙә шартламай, пулялар ҙа һыҙғырып осмай, гуманитар ярҙамға ла мохтаж түгелбеҙ, был ҙур бәхет бит. Ятып йоҡлар урыныбыҙ бар, туҡбыҙ, яланғас түгелбеҙ. Ҡай­ҙалыр бер йотом һыуға тилмереп ултырғандар барлығын онотма­йыҡ. Шәхсән үҙемә килгәндә, был төшөнсәне мин ябай ғына аңла­йым. Бәхет ул – үҙең, балаларың, туғандарыңдың һау көйө, башҡа­ларҙың ярҙамына мохтаж булмайынса, үҙаллы йәшәй алыу мөмкинлеге. Ғаиләләге татыулыҡ, яратҡан эшең менән шөғөлләнеү ҙә бәхет ул, минеңсә. Бәхеттең иң олоһо — алты тиҫтә йылдар инде бергә йәшәгән, ете бала үҫтереп, ун һигеҙ ейән-ейәнсәргә, ун биш бүлә-бүләсәргә яратҡан өләсәй һәм ҡартатай булып ултырған атайым менән әсәйемдең булыуы!
— Тормош — көрәш, тиҙәр. Ошо фекер менән килешә­һе­геҙме?
— Эйе, тормош диалектика­һының асылы ла шунда. Һәр бер йән эйәһе тыуғандан алып “ҡояш аҫтында үҙ урыны өсөн” көрәшә башлай. Дуализм, йәғни ҡапма-ҡаршылыҡ, һәр осорҙа, һәр күренештә булған һәм буласаҡ — был хәҡиҡәт. Тик тормошто нин­дәйҙер ике яҡтың, ҡапма-ҡаршы лагерҙың көрәше тип кенә аңларға ярамайҙыр ул. Донъяла үҙ урынын табыу өсөн кеше тәү сиратта үҙ-үҙе менән көрәшеп йәшәргә тейеш, минеңсә. Үҙенең кәмселектәрен – ялҡаулыҡ, нәфсе, алдашыу кеүек кире сифаттарын бөтөрөү йүнәлешендә, белемен үҫтереү, тәрбиәлелеген камиллаштырыу өҫтөндә ныҡышмалы эш алып барыу – көрәштең үҙе бит. Шул ваҡытта ғына ул үҙе лайыҡлы булған тормошҡа өлгәшә алалыр. Көсһөҙлөгөң, йомшаҡ­лығың еңһә, характер күрһәтә алмаһаң, насар тигән һүҙ. Эйе, башҡалар менән көрәш һәм мөнәсәбәттә генә үҙеңдең теге йәки был һәләтең, аҡыл кимәлең, башҡа сифат­тарың, ғөмүмән, бөтөн булмышың асыла. Быныһы хаҡ.
— Әҙәбиәтселәрҙең кумиры буламы? Әллә улар тик лекция уҡып йәки китап донъяһына сумып ҡына ғүмер итәме?
— Үткән йәй “Юлдаш” каналы радио тапшырыуҙарының бере­һендә “Һеҙҙең кумирығыҙ кем?” тигән темаға әңгәмә ойоштор­ғайны. Шуныһы аптыратты һәм һағайтты: радио тыңлаусыларҙың бөтәһе лә тура эфирҙа тик төрлө быуын башҡорт эстрадаһы йон­доҙҙарын ғына атаны, әйтерһең дә, сәхнә эшмәкәрҙәре генә кумир була ала. Ә яҙыусыларҙан, ға­лимдарҙан, исмаһам, береһенең генә исемен әйтһәләрсе... Эйе, вузда эшләгәс, мөмкин тиклем күберәк китап аҡтарып, сығанаҡ­тар өйрәнеп, лекциялар уҡыу — беҙҙең төп шөғөл. Әҙәбиәтсе­ләрҙең дә кумиры була, әлбиттә. Үҙебеҙҙең башҡорт мөхитенә бәйләп әйткәндә, мәҫәлән, мәшһүр ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вә­лиди, телсе ғалим һәм әҙип Жәлил Кейекбаев, бөйөк яҙыусыбыҙ Мостай Кәрим, атаҡлы әҙәбиәт белгесе Ғайса Хөсәйеновтар әҙә­биәтселәр өсөн генә кумир булыр­лыҡмы ни? Мин был исемдәр менән генә сикләнмәҫ инем. Мәҙәниәт, фән тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, шул иҫәптән һүҙ сәнғәте, әҙәбиәт ғилемендә ҙур асыштар яһаған башҡалар һуң?.. Кем өсөндөр кумир берәү генәлер, бәлки. Һанай китһәң, минең өсөн маяҡ булырҙайы байтаҡ уларҙың.
— Фәндә нисек итеп еңел генә уңышҡа өлгәшергә мөм­кин?
— Фәндә уңышҡа еңел генә өлгәшеп булмай, әгәр ысын мәғәнәһендә ғилем тураһында һүҙ барһа. Халыҡҡа хеҙмәт итеү юлында көнө-төнө ижад итеп, әһәмиәтле мәҡәләләр яҙып баҫ­тырған, тос һәм йөкмәткеле китаптар, монографиялар сығарған фән әһелдәренә оло ихтирам менән ҡарайым. Ситкә кит­мәйенсә, иңгә-иң терәп бергә хеҙмәт иткән уҡытыусыларымды телгә алыу ҙа етә: профессорҙар Ғиниәт Ҡуна­фин, Мирас Иҙелбаев, Гөлфирә Гәрәева, мәҫәлән, республикала бөгөнгө әҙәбиәт ғилемен етәкләп бара. Уларҙың уңыштары, ғилми ҡаҙаныштары, артылған үрҙәре­нең тик ныҡышмал хеҙмәт, үҙ фәнеңә тоғролоҡ, тырышлыҡ арҡаһында ғына яуланғанын үҙем күреп беләм. Ә фәнде кәсеп итеп алғандар өсөн “уңышҡа өлгәшеү” бөтөнләй икенсе нәмә. Былар тураһында һуңғы осорҙа үҙәк телевидение байтаҡ тапшырыу күрһәтте. Төрлө дәүләт структура­һына инеп оялаған, шул уҡ ваҡытта Фәндәр академияһына ағза булып һайланғандар тура­һында, әйтәйек, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе һүҙ ҡуҙ­ғатырға мәжбүр булды. Үҙ ғүме­рендә бер генә ғилми китап яҙып баҫтырмаған кешеләрҙең “уңышы” нимәлә икәнлеген кемгәлер төшөндөрөү кәрәкмәйҙер.
— Шиғриәткә, ғөмүмән, әҙә­биәткә йәштәр тулҡын-тулҡын булып килә, тибеҙ. Ә бына егет-ҡыҙҙар фән йөгөн йөк­мәргә атлығып торамы?
— Кешелек, ниндәй генә хәлгә төшмәһен, бер ҡасан да ижад итеүҙән туҡтамай. Һүрәт төшөр­һөнмө, йыр-моң сығарһынмы, бейеү һалһынмы, әҫәр яҙһынмы. Ысынлап та, әҙәбиәткә йәштәр тулҡын-тулҡын булып килә. Мин быны күберәк үҙебеҙҙең факуль­тетыбыҙҙа уҡыған студенттарҙың эшмәкәрлеге нигеҙендә раҫлай алам. Фәлсәфәлә күптән “һан сифатты тыуҙыра” тигән аксиома йәшәп килә, ул беҙҙең һөйләшеү предметына ла туранан-тура бәйле. Әйтәйек, элегерәк башҡорт филологияһы йүнәлешендәге өс төркөмгә йыл һайын егерме бишәр кеше, йәғни етмеш биш студент, ҡабул ителә торғайны. Һуңғы йылдарҙа был һан өс тапҡырға кәмене, хәҙер ни бары 28-30 ғына студент алына. Етмәһә, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса Берҙәм дәүләт имтихандары нигеҙендә конкурс ойошторола.
Айырма, күреүегеҙсә, ер менән күк араһы. Шулай булыуға ҡа­рамаҫтан, “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнеп, ярайһы уҡ уңыштары менән беҙҙе ҡы­уандырған йәштәребеҙ байтаҡ. Мәҫәлән, былтыр ғына ла өс “шоң­ҡар”сыбыҙҙың китаптары донъя күрҙе. Айгөл Юнысованың “Йондоҙ булып тамды хыялдар” шиғри йыйынтығы беҙҙең фатиха менән “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите типографияһында, Гөлдәниә Һағынбае­ваның “Күңел даръяһы” китабы Сибай типогра­фияһында баҫылды. Ә бына Шәүрә Туйси­наның “Күңел баҡсам” йыйынтығы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Был, һис шикһеҙ, яҡшы күрһәткес һәм беҙҙең өсөн һөйөнөслө ваҡиға. Гөлфирә Вәлиева бер нисә йыл инде Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булып тора. Матбуғатта әлеге ҡыҙҙарҙың, шулай уҡ һәләтле һәм өмөтлө студенттарыбыҙ Айгиз Буран­ғолов, Заһит Ғүмәров, Нурзилә Усманова, Рәмилә Сафина һәм бүтәндәрҙең шиғырҙары, нәҫер һәм хикәйәләре баҫылып тора. Әйткәндәй, беҙҙең ижади йәш­тәребеҙ өс йыл элек “Осҡон” исемле театр асып ебәрҙе, уға былтыр “халыҡ театры” статусы бирелде. Был да — ҙур яңылыҡ, университет һәм факультет тарихының яңы бите. Коллектив үҙебеҙҙең студенттар яҙған пьесалар буйынса спектаклдәр ҡуя.
Ә фән донъяһына ынтылған йәштәребеҙ кәмей төштө кеүек. Әлеге лә баяғы аспирантураға урындарҙың үтә аҙ бүленеүенән килә был. Икенсенән, фән менән шөғөлләнеүҙең бөгөн матди килем килтермәүе сер түгел. Дөрөҫ, теге йәки был өлкәлә карьера яһау өсөн ғилми дәрәжәгә эйә булырға тырышҡан йәштәребеҙ ҙә бар. Мин уларҙы ғәйепләмәйем.
— Йыш ҡына матбуғат бит­тәрендә сығыш яһайһығыҙ. Публицистар аҙа­йып барыу ғына түгел, юҡ кимәлдә, тигән фекер нығына. Бөгөн йәштәргә өлгө булырлыҡ әүҙем яҙыш­ҡан бер нисә ҡәләм тирбә­теүсене һанап үтһәгеҙ ине.
– Мин үҙемде матбуғатта йыш сығыш яһаусыларҙан иҫәплә­мәйем. Әҙәбиәт ғилеме һәм тарихы мәсьәләләре буйынса, айырым яҙыусылар ижадына мөнә­сәбәтле мәҡәләләремде күберәк махсус тәғәйе­нешле журналдарҙа, ғилми йыйын­тыҡтарҙа баҫтырам. Ә публицистарға килгәндә, 90-сы йылдар менән сағыш­тырырлыҡ түгел, йәмғиәттә йәшәгән кәм­селектәрҙе әүҙем фашлаған, халыҡ мәнфәғәттәрен ҡыйыу яҡлап сыҡҡан үткер ҡәләмле эшмәкәрҙәр күпкә аҙыраҡ бөгөн. Шулай ҙа, ижтимағи-сәйәси шарттар, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, үҙ принциптарына, гражданлыҡ позицияларына тоғро ҡалғандар араһынан күренекле шағир, ғалим Рәшит Шәкүрҙе атар инем. Уның тарих, әҙәбиәт, тел мәсьәләләре, оло шәхестәр яҙмышы хаҡындағы яҙмалары элек тә киң йәмәғәтселек иғтибарында булды, бөгөн яҙғандары ла үтемле. Рауил Бикбаевтың төрлө тематикалы, йөкмәт­келе мәҡәләләре, Марсель Ҡотлоғәл­ләмовтың фәһемле сығыштары, Азамат Юлдашбаевтың ҡыйыу, эмоциональ яңғырашлы фекерҙәре оҡшай, Әхмәр Үтәбайҙың айырым сығыштарын ыңғай ҡабул итәм.
— Әгәр ҙә яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге тыуһа, ни эшләр инегеҙ?
— Мин – армияла йөрөп ҡайтҡандан һуң юғары уҡыу йортонда белем алғандарҙан. Һорау шул осорға, ҡайҙа барып, ниндәй һөнәр алайым икән, тип йөрөгән ваҡыттарға ҡағылышлымы, әллә бөгөнгө көн тураһында һүҙ барамы? Әгәр тап бөгөн яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге килеп тыуһа... Беләһеңме, кәйеф торошонан сығып, төрлөсә яуап бирергә мөмкин бит әле был һорауға. Мин инде ике тиҫтә йылдар самаһы филология өлкәһендә эшләйем. Сту­денттарға башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте тарихынан дәрестәр бирәм. Шул йылдар эсендә байтаҡ ҡына белем һәм тәжрибә туплағанмын, әҙәбиәтсе-ғалим булып формалашыу юлындамын. Ошо багажды ташлап, башҡа һөнәр буйынса махсуслашып китеүҙе күҙ алдына килтерә алмайым. Ниндәйҙер көтөлмәгән шарттар, үҙеңдән генә тормаған хәлдәр килеп сығып, һөнәреңде алмаштырырға мәжбүр итмәһә... Ә 90-сы йылдарҙа филолог, тарихсы булырға теләгәндәр күп булды, ҙур конкурстар аша уҡырға инеп, үҙебеҙгә оҡшаған һөнәрҙе үҙләштерҙек. Айырыуса егеттәр эркелеп килде. Күптәре армиянан һуң, эш стажы менән, сөнки ваҡыты шундай ине: илебеҙҙә ҙур үҙгәрештәр башланды, милли төбәктәрҙә үҙаллылыҡ көсәйҙе, дәүләтселек нигеҙ­ҙәре нығыны, милли үҙаң бермә-бер күтәрелде, халыҡтың матур киләсәккә ышанысы артты. Гуманитар өлкәлә эшләйәсәк белгестәргә ихтыяж ҙур булды. Иң мөһиме — улар үҙҙәрен, ғаиләләрен аҫрарлыҡ эш урындарына урынлаша алды. Бөгөн бөтөнләй икенсе күренеш күҙәтелә. Донъяның былай үҙгәреп китәсәген белгән булһаҡ, бәлки, күп­тәребеҙ башҡа юлды һайлаған булыр ине.
— Психологтар иҫбатлауынса, игеҙәктәр бер-береһенән йыраҡ йә­шәһә лә, күңелдәре менән гел бергә. Ғөмүмән, игеҙәк булыуы нисек?
— Игеҙәк булып тыуыу — һирәк кешеләрҙең өлөшөнә төшкән оло бәхеттер ул. Илфат минең өсөн бер ҡарында ятып, бер сәғәттә донъяға килгән туғаным ғына түгел (ағаймы, ҡустымы инде, кем белә), ул миңә – бер мәктәптә ун йыл буйы бергә уҡыған класташ та, эс серҙәрен уртаҡлашыр яҡын дуҫ та, әрме сафтарын бергә үткән ышаныслы хеҙмәттәш тә, минең балаларым өсөн яҡшы олатай ҙа... Мин Өфөлә торам, ул ғаиләһе менән Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында атай-әсәйемде ҡарап-тәрбиәләп йәшәй, алыҫ Себер яҡтарына йөрөп, вахта ысулы менән эшләй. Өлкән улы – БДУ-ла магистратурала, икенсеһе – Мәскәү авиация институтында, ҡыҙы әлегә мәктәптә уҡый. Хәҙер балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү еңелдән түгел шул. Уңған, белдекле ҡулдары, күкрәк көсө менән мал тапҡан шундай егеттәр донъя тотҡаһы инде бөгөн.
Уның менән ғорурланыу тойғоһон да кисерәм мин. Шөкөр, бөгөн икебеҙ ике төбәктә һәм мөхиттә йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, күңелебеҙ менән гел бергә.
— Һәр кемдең үҙе генә белгән, йөрәк түрендә һаҡлаған сере була. Киләсәккә маҡсат­тарығыҙҙы ла белге килә...
— Кешенән йәшереп йөрөр серҙәр юҡ әллә ни. Маҡсаттарыбыҙ ҙа, теләктәребеҙ ҙә бик ябай һәм асыҡ. Киләсәктә күберәк эшләргә ине. Фән өлкәһендә тир түккән кеше ниндәй ҙә булһа төплө, осор өсөн яңылыҡ булырҙай, фекер үҫешенә йоғонто яһарҙай хеҙмәт яҙырға тейеш икәнлеген яҡшы аңлайым. Ғилем шундай юл менән үҫешә бит. Бер генә түгел, күберәк хеҙмәт яҙылһа, тағы ла яҡшыраҡ. Минең дә шул йүнәлештә уй-ниәтем бар.
— Гәзит уҡыусыларға ла әйтер һүҙегеҙ барҙыр...
— Үткән юлыбыҙ менән ғорурланып, бөгөнгөһөн ҡулыбыҙҙан килгәнсә хәс­тәрләп, матур киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә тырышайыҡ. Матбуғат һәм әҙәбиәтебеҙ һәр саҡ тоғро юлдаштарыбыҙ булһын. “Башҡортостан” гәзите уҡыу­сыларына һаулыҡ, муллыҡ, донъялар именлеге, уңыштар теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874