Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Кулибиндар” йәшәй был яҡта
“Кулибиндар” йәшәй был яҡта Оҫтаның ҡулына нимә генә тотторма, бысып, һүтеп-ҡороп, ҡулайлаштырып, үҙенсә (кәрәккәнсә) матур итеп эшләп ҡуя. Иҫке техниканы үҙгәрткәндәр, төрлө машина деталдәренән бер техника йыйыусылар бар. Мәҫәлән, күптән түгел трактор ярҙамында утын ярған абзый хаҡында видеояҙма күрергә насип булды. Ә бына Ишембай районында танышҡан ике ағайға АвтоВАЗ продукцияһы “оҡшап бөтмәгән”…
Зөфәр Ибәтуллин ғүмер буйы Стәрлетамаҡ ҡала­һында “Синтетик каучук” заводында слесарь-йүнәтеүсе булып эшләй. Билдәле, тимер-томор менән йәштән бирле дуҫ. Бөгә, сүкей, йә­бештерә тигәндәй.
Ғүмер буйы ҡала тормошо ҡыҙыҡһындырһа ла, ул ҡартайған көнөндә ата-әсәһенең нигеҙенә – Ҡыҙыл Октябрь ауылына ҡайтып төпләнгән. Ауылда донъя көтә башлағас, слесарь оҫталығы йәнә кәрәк була. Сүп-сар, утын-бесән ташыу өсөн ул иҫке “ВАЗ-2101” автомобиленән бәләкәй генә йөк машинаһы эшләп алған.
– Машинаның артҡы өлө­шөнөң өҫ яғын ҡырҡып ташланым да таҡта ҡуйҙым да ебәрҙем. Киләсәктә, бәлки, үҙе бушата торғанын яһар­мын, – тип таныштырғайны Зөфәр ағай продукцияһы менән.
Тағы бер “Кулибин” Үрге Әрмет ауылында йәшәй. Фәрүәз Ҡазыев та “копей­ка”ны ҡулайлаштырған. Зөфәр ағай машина эшләһә, әлеге герой иһә трактор яһап алған.
– Двигатель, алғы күсәр-тәгәрмәстәр ВАЗдыҡы, арт яҡта “ГАЗ-66” вездеходы деталдәре. Кабина-рамын үҙем тәүәккәлләп яһаным, – ти ул “яңы төр” техника хаҡында.
“Кулибиндар” йәшәй был яҡтаТрактор хужаһы ижад еме­шен ҡайҙа ғына файҙа­ланмай икән: урмандан ҙур техника үтә алмаған ерҙән ағас та сығара, арба тағып бесән дә ташый. Йәтеш бит. Юҡһа, ауыл кешеһенә был эште техника яллап баш­ҡарыуы осһоҙға төшмәй.
Әйткәндәй, оҫта Ҡазыев был һөнәрен атаһынан ҡал­ған мираҫ, ти. Ул да ҡасан­дыр тимер менән эш иткән. Нисек кенә булмаһын, ха­лыҡ араһында ошондай һөнәрмәндәр барлығына ҡыуанырға ғына ҡалалыр.


Автор: Р. МАНСУРОВ Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә