Оҫтаның ҡулына нимә генә тотторма, бысып, һүтеп-ҡороп, ҡулайлаштырып, үҙенсә (кәрәккәнсә) матур итеп эшләп ҡуя. Иҫке техниканы үҙгәрткәндәр, төрлө машина деталдәренән бер техника йыйыусылар бар. Мәҫәлән, күптән түгел трактор ярҙамында утын ярған абзый хаҡында видеояҙма күрергә насип булды. Ә бына Ишембай районында танышҡан ике ағайға АвтоВАЗ продукцияһы “оҡшап бөтмәгән”… Зөфәр Ибәтуллин ғүмер буйы Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Синтетик каучук” заводында слесарь-йүнәтеүсе булып эшләй. Билдәле, тимер-томор менән йәштән бирле дуҫ. Бөгә, сүкей, йәбештерә тигәндәй.
Ғүмер буйы ҡала тормошо ҡыҙыҡһындырһа ла, ул ҡартайған көнөндә ата-әсәһенең нигеҙенә – Ҡыҙыл Октябрь ауылына ҡайтып төпләнгән. Ауылда донъя көтә башлағас, слесарь оҫталығы йәнә кәрәк була. Сүп-сар, утын-бесән ташыу өсөн ул иҫке “ВАЗ-2101” автомобиленән бәләкәй генә йөк машинаһы эшләп алған.
– Машинаның артҡы өлөшөнөң өҫ яғын ҡырҡып ташланым да таҡта ҡуйҙым да ебәрҙем. Киләсәктә, бәлки, үҙе бушата торғанын яһармын, – тип таныштырғайны Зөфәр ағай продукцияһы менән.
Тағы бер “Кулибин” Үрге Әрмет ауылында йәшәй. Фәрүәз Ҡазыев та “копейка”ны ҡулайлаштырған. Зөфәр ағай машина эшләһә, әлеге герой иһә трактор яһап алған.
– Двигатель, алғы күсәр-тәгәрмәстәр ВАЗдыҡы, арт яҡта “ГАЗ-66” вездеходы деталдәре. Кабина-рамын үҙем тәүәккәлләп яһаным, – ти ул “яңы төр” техника хаҡында.
Трактор хужаһы ижад емешен ҡайҙа ғына файҙаланмай икән: урмандан ҙур техника үтә алмаған ерҙән ағас та сығара, арба тағып бесән дә ташый. Йәтеш бит. Юҡһа, ауыл кешеһенә был эште техника яллап башҡарыуы осһоҙға төшмәй.
Әйткәндәй, оҫта Ҡазыев был һөнәрен атаһынан ҡалған мираҫ, ти. Ул да ҡасандыр тимер менән эш иткән. Нисек кенә булмаһын, халыҡ араһында ошондай һөнәрмәндәр барлығына ҡыуанырға ғына ҡалалыр.