Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауыл гөрләп тора
Йәрмәкәй районының Түбәнге Олойылға ауылында заманса күп йүнәлешле мәҙәниәт үҙәге асылды. Халыҡ был ваҡиғаны көтөп алды. 2015 йылда улар иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһын асыҡлау буйынса республика конкурсында ҡатнашты. Ауыл китапханаһы 100 мең һумлыҡ грант алды.
Был аҡсаны китапхананың матди-техник базаһын нығытыуға тотондолар. Былтыр иһә ошондай уҡ бәйгелә ауыл клубы грант отто. Аҡсаға музыка аппаратураһы, проектор һатып алдылар. “Реаль эштәр” партия проектына ярашлы, балалар майҙансығы төҙөк­ләндерелде.
Былтыр Йәрмәкәй районы, “Рәсәй мәҙәниәте” айырым маҡсатлы федераль программа­һы буйынса федераль ҡаҙнанан субсидия бүлеүгә конкурста ҡатнашып, 192,5 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Урындағы бюджеттан аҡса ҡушып, Түбәнге Олойылға ауылындағы мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡорҙолар.
Әле күп йүнәлешле үҙәктә яҡшы итеп ял итеү, буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Клуб заман талаптарына яуап бирә, ял һәм уйын майҙансыҡтары, телевизор, дискозал бар. Модель китапхана ла яҡшы яҡҡа үҙгәргән, күргәҙмәләр залы барлыҡҡа килгән.
Түбәнге Олойылға – сыуаш милли мәҙәниәтен һаҡлау үҙәге. Бында сыуаш телен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен яратҡан, уларҙы үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалған кешеләр йәшәй. Биләмәлә Сыуаш мәҙәниәте көндәре, сыуаштарҙың район канашы, Сыуаш дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле концерттары, ауыл китапханаһында шиғыр кисәләре кеүек саралар матур йолаға әүерелгән. Әле бында “Түбәнге Олойылға гөлләмәһе” тигән проект әҙерләйҙәр.


Автор: Ынйы ШАФИҠОВА. Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә