Ауыл гөрләп тора15.02.2017
Йәрмәкәй районының Түбәнге Олойылға ауылында заманса күп йүнәлешле мәҙәниәт үҙәге асылды. Халыҡ был ваҡиғаны көтөп алды. 2015 йылда улар иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһын асыҡлау буйынса республика конкурсында ҡатнашты. Ауыл китапханаһы 100 мең һумлыҡ грант алды.
Был аҡсаны китапхананың матди-техник базаһын нығытыуға тотондолар. Былтыр иһә ошондай уҡ бәйгелә ауыл клубы грант отто. Аҡсаға музыка аппаратураһы, проектор һатып алдылар. “Реаль эштәр” партия проектына ярашлы, балалар майҙансығы төҙөкләндерелде.
Былтыр Йәрмәкәй районы, “Рәсәй мәҙәниәте” айырым маҡсатлы федераль программаһы буйынса федераль ҡаҙнанан субсидия бүлеүгә конкурста ҡатнашып, 192,5 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Урындағы бюджеттан аҡса ҡушып, Түбәнге Олойылға ауылындағы мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡорҙолар.
Әле күп йүнәлешле үҙәктә яҡшы итеп ял итеү, буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Клуб заман талаптарына яуап бирә, ял һәм уйын майҙансыҡтары, телевизор, дискозал бар. Модель китапхана ла яҡшы яҡҡа үҙгәргән, күргәҙмәләр залы барлыҡҡа килгән.
Түбәнге Олойылға – сыуаш милли мәҙәниәтен һаҡлау үҙәге. Бында сыуаш телен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен яратҡан, уларҙы үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалған кешеләр йәшәй. Биләмәлә Сыуаш мәҙәниәте көндәре, сыуаштарҙың район канашы, Сыуаш дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле концерттары, ауыл китапханаһында шиғыр кисәләре кеүек саралар матур йолаға әүерелгән. Әле бында “Түбәнге Олойылға гөлләмәһе” тигән проект әҙерләйҙәр.