Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡарас сәсән ейәндәре бәйгегә саҡыра
Ҡарас сәсән ейәндәре бәйгегә саҡыра Учалы районы йәмәғәтселеге “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы һәм “Башҡортостан” гәзите менән берлектә башҡорт халҡының аҫыл улдарының береһе Ҡарас сәсән исеменә бағышланған традицион уҡ атыу бәйгеһе уҙғара. Был сара боронғо милли шөғөлдәрҙең береһе булған уҡ атыуҙы тергеҙеү, Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына инәсәк мәргәндәрҙе билдәләү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторола.
Билдәле булыуынса, Ҡарас сәсән – XVII–XVIII быуаттарҙа йәшәгән тиләү ырыуы батыры. Cығышы менән хәҙерге Учалы районының Наурыҙ ауылынан. Атаһы Ҡушкилдегә, олатаһы Ҡобағош сәсәнгә оҡшап, уҡтан мәргән атҡан, һүҙ йомоп һөйләү һәләтенә эйә булған.
Ҡарас менән Аҡша әйтешендә Ҡарас сәсән ырыу именлеген һаҡлаған яу башлығы булараҡ кәүҙәләндерелә: “...Ҡарас сәсән башҡорт ерҙәренә барымтаға килгән ҡаҙаҡ батыры Аҡшаны ҡыуып еткән. Бынан һуң, әйтеш әйтеп, Ҡарас батыр менән Аҡша батыр уҡ атышырға булалар. ...Ҡарас атып ебәргән. Уның уғы Аҡшаның уҡ һауытын ҡыйратып алып киткән. Аҡша батырҙың атып ебәргән уғын Ҡарас тотоп ала ла ҡалъянына һала. Һуңынан шул уҡ менән Аҡшаны атып йыға. Малдарын һалдырып алғас, Аҡша батырҙы батырҙар йолаһы буйынса хөрмәтләп күмеп ҡайтып китә”. (М. Буранғолов, “Сәсән аманаты”).
Үткәреләсәк сара милли кәсеп-шөғөлдәрҙе тәрәндән өйрәнеү, тергеҙеү менән бергә халыҡ батырҙарының, сәсәндәребеҙҙең исемен онотмайынса хөрмәтләгән Учалы районы халҡына ғына түгел, беҙҙең һәммәбеҙгә һәм заманға ҡеүәт.
Ҡарас сәсән призына ойоштороласаҡ бәйге 18 мартта Учалы районының Уральск ҡасабаһында үтә. Тулыраҡ мәғлүмәтте “Бәйләнештә” селтәренең https://vk.com/mergenyk төркөмөндә алырға мөмкин.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә