Учалы районы йәмәғәтселеге “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы һәм “Башҡортостан” гәзите менән берлектә башҡорт халҡының аҫыл улдарының береһе Ҡарас сәсән исеменә бағышланған традицион уҡ атыу бәйгеһе уҙғара. Был сара боронғо милли шөғөлдәрҙең береһе булған уҡ атыуҙы тергеҙеү, Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына инәсәк мәргәндәрҙе билдәләү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторола.Билдәле булыуынса, Ҡарас сәсән – XVII–XVIII быуаттарҙа йәшәгән тиләү ырыуы батыры. Cығышы менән хәҙерге Учалы районының Наурыҙ ауылынан. Атаһы Ҡушкилдегә, олатаһы Ҡобағош сәсәнгә оҡшап, уҡтан мәргән атҡан, һүҙ йомоп һөйләү һәләтенә эйә булған.
Ҡарас менән Аҡша әйтешендә Ҡарас сәсән ырыу именлеген һаҡлаған яу башлығы булараҡ кәүҙәләндерелә: “...Ҡарас сәсән башҡорт ерҙәренә барымтаға килгән ҡаҙаҡ батыры Аҡшаны ҡыуып еткән. Бынан һуң, әйтеш әйтеп, Ҡарас батыр менән Аҡша батыр уҡ атышырға булалар. ...Ҡарас атып ебәргән. Уның уғы Аҡшаның уҡ һауытын ҡыйратып алып киткән. Аҡша батырҙың атып ебәргән уғын Ҡарас тотоп ала ла ҡалъянына һала. Һуңынан шул уҡ менән Аҡшаны атып йыға. Малдарын һалдырып алғас, Аҡша батырҙы батырҙар йолаһы буйынса хөрмәтләп күмеп ҡайтып китә”. (М. Буранғолов, “Сәсән аманаты”).
Үткәреләсәк сара милли кәсеп-шөғөлдәрҙе тәрәндән өйрәнеү, тергеҙеү менән бергә халыҡ батырҙарының, сәсәндәребеҙҙең исемен онотмайынса хөрмәтләгән Учалы районы халҡына ғына түгел, беҙҙең һәммәбеҙгә һәм заманға ҡеүәт.
Ҡарас сәсән призына ойоштороласаҡ бәйге 18 мартта Учалы районының Уральск ҡасабаһында үтә. Тулыраҡ мәғлүмәтте “Бәйләнештә” селтәренең https://vk.com/mergenyk төркөмөндә алырға мөмкин.