Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иманыбыҙ ҙа, намыҫыбыҙ ҙа
Иманыбыҙ ҙа, намыҫыбыҙ ҙа Беҙҙең халыҡ Рәми кеүек шағирҙары менән бәхетле лә инде. Тап ошо көндәрҙә Башҡортостандың Яҙыусылар союзының “Рәми Ғариповҡа – 85 аҙым” исемле шиғри флешмоб тәҡдим итеүе булды, олоһо ла, кесеһе лә уны күтәреп алды. Әлбиттә, халыҡтың күрергә, тойорға теләгәне Рәмиҙең рухы ине...
Иманыбыҙ ҙа, намыҫыбыҙ ҙаЯҙыусылар союзы рәйесе ва­зифаһын башҡарыусы Зәки Әлиба­евтың флешмоб башланыуы тура­һында иғлан итеүе менән, залды ҡурай моңо сорнаны. Баш ҡалабыҙҙа ниндәй генә милли сара уҙғарылмаһын, уларҙың һәр береһен тигәндәй, сәнғәт институтының ҡурайсы егеттәре халҡыбыҙҙың гимны менән башлай. Был юлы ла улар етәкселәре Артур Ғайсаров менән “Урал”ды уйнап сараны асып ебәрҙе. Эргәмдә торған кешеләрҙең күҙ йәштәренән милләт­тәштәремдең рухлы, илен-милләтен һөйгәндәрен күрҙем.
Артабан сараны аҡһаҡалдар дауам итте. Марат Аҙнабаев, Ҡәҙим Аралбаев шағир, уның ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәс, шағирҙың улы Азамат һәм килгән ҡунаҡтар һүҙ тотто. Әйткәндәй, сарала әҙиптең ҡыҙы Гөлнара ла ҡатнашты.
Флешмоб урамда дауам итте. Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты студенттары һәм йәштәр, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәт­кәрҙәре шиғыр уҡый-уҡый Коммунис­тик, Ғафури, Пушкин урамдары буйлап мосолман зыяратына тиклем барҙы. Иң һуңынан шағирҙың “Туған тел” шиғыры яңғыраны. Рәми Ғарипов­тың ҡәберенә зыярат ҡылыусылар уға сәскә һалды һәм халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың Рәми тураһындағы иҫтәлектәрен тыңланы. Сара һуңында кемдәрҙер мосолман зыяратындағы “Ғофран” мәсетендә шағир рухына Ҡөрьән бағышлатты, ә бер төркөм йәштәр сәй табыны ойошторҙо.
Әйткәндәй, флешмобта ҡатнашҡан һәр кемдең түшен шағирға арнап сығарылған юбилей значогы биҙәне. Сараға килгән апайҙар әйтеүенсә, ысынлап та, шағир рухына илтифат күрһәтелеп, йыйылыусылар уның фатихаһын алғандыр. Һәр хәлдә, оло кешеме ул, йәшме, һәммәһендә Рәмигә булған һөйөүҙе күрмәү мөмкин түгел ине. Ошондай саралар милләтебеҙҙе берләштереп тора. Ҡатнашыусылар бөгөн бер-береһенә фекерҙәш, рухташ, теләктәш булды... Шуға ла, Рәми Ғариповтың юбилей сараһының һығымтаһы итеп, улар шағирҙың ҡәберен күркәмләндереү, уға илткән юлды айырым, Ағиҙел йылғаһы яғынан һалдырыу һәм Өфөнөң яңы урамда­рының береһенә шағирҙың исемен биреү кеүек яҡты хыялдар менән таралышты. Ә инде юлға килгәндә, айырым тротуарҙан, аллеянан яратҡан шағирыңа зыярат ҡылыуға ни етә инде! Был үҙе үк күңелдәрҙе сафландырып, үҫтереп ебәрәсәк бит.
Ваҡытында үҙ халҡын күтәргән халыҡ шағирының рухын бөгөн ҡәҙерләүебеҙ бик мөһим. Рәми – беҙҙең иманыбыҙ ҙа, яҡты киләсәгебеҙ ҙә, ныҡлы рухыбыҙ ҙа, намыҫыбыҙ ҙа...


Автор: Т. Баймырҙина. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә