Беҙҙең халыҡ Рәми кеүек шағирҙары менән бәхетле лә инде. Тап ошо көндәрҙә Башҡортостандың Яҙыусылар союзының “Рәми Ғариповҡа – 85 аҙым” исемле шиғри флешмоб тәҡдим итеүе булды, олоһо ла, кесеһе лә уны күтәреп алды. Әлбиттә, халыҡтың күрергә, тойорға теләгәне Рәмиҙең рухы ине... Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаевтың флешмоб башланыуы тураһында иғлан итеүе менән, залды ҡурай моңо сорнаны. Баш ҡалабыҙҙа ниндәй генә милли сара уҙғарылмаһын, уларҙың һәр береһен тигәндәй, сәнғәт институтының ҡурайсы егеттәре халҡыбыҙҙың гимны менән башлай. Был юлы ла улар етәкселәре Артур Ғайсаров менән “Урал”ды уйнап сараны асып ебәрҙе. Эргәмдә торған кешеләрҙең күҙ йәштәренән милләттәштәремдең рухлы, илен-милләтен һөйгәндәрен күрҙем.
Артабан сараны аҡһаҡалдар дауам итте. Марат Аҙнабаев, Ҡәҙим Аралбаев шағир, уның ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәс, шағирҙың улы Азамат һәм килгән ҡунаҡтар һүҙ тотто. Әйткәндәй, сарала әҙиптең ҡыҙы Гөлнара ла ҡатнашты.
Флешмоб урамда дауам итте. Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты студенттары һәм йәштәр, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре шиғыр уҡый-уҡый Коммунистик, Ғафури, Пушкин урамдары буйлап мосолман зыяратына тиклем барҙы. Иң һуңынан шағирҙың “Туған тел” шиғыры яңғыраны. Рәми Ғариповтың ҡәберенә зыярат ҡылыусылар уға сәскә һалды һәм халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың Рәми тураһындағы иҫтәлектәрен тыңланы. Сара һуңында кемдәрҙер мосолман зыяратындағы “Ғофран” мәсетендә шағир рухына Ҡөрьән бағышлатты, ә бер төркөм йәштәр сәй табыны ойошторҙо.
Әйткәндәй, флешмобта ҡатнашҡан һәр кемдең түшен шағирға арнап сығарылған юбилей значогы биҙәне. Сараға килгән апайҙар әйтеүенсә, ысынлап та, шағир рухына илтифат күрһәтелеп, йыйылыусылар уның фатихаһын алғандыр. Һәр хәлдә, оло кешеме ул, йәшме, һәммәһендә Рәмигә булған һөйөүҙе күрмәү мөмкин түгел ине. Ошондай саралар милләтебеҙҙе берләштереп тора. Ҡатнашыусылар бөгөн бер-береһенә фекерҙәш, рухташ, теләктәш булды... Шуға ла, Рәми Ғариповтың юбилей сараһының һығымтаһы итеп, улар шағирҙың ҡәберен күркәмләндереү, уға илткән юлды айырым, Ағиҙел йылғаһы яғынан һалдырыу һәм Өфөнөң яңы урамдарының береһенә шағирҙың исемен биреү кеүек яҡты хыялдар менән таралышты. Ә инде юлға килгәндә, айырым тротуарҙан, аллеянан яратҡан шағирыңа зыярат ҡылыуға ни етә инде! Был үҙе үк күңелдәрҙе сафландырып, үҫтереп ебәрәсәк бит.
Ваҡытында үҙ халҡын күтәргән халыҡ шағирының рухын бөгөн ҡәҙерләүебеҙ бик мөһим. Рәми – беҙҙең иманыбыҙ ҙа, яҡты киләсәгебеҙ ҙә, ныҡлы рухыбыҙ ҙа, намыҫыбыҙ ҙа...