Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әсәй, әйҙә, уйнайыҡ әле!”
“Әсәй, әйҙә, уйнайыҡ әле!”“Аңлайым, ваҡытығыҙ юҡтыр, эштән арып-талып ҡайтаһығыҙ, өйҙә лә тау ҡәҙәр эш көтөп тора, ләкин балағыҙ менән диктант яҙырға, уны уҡытырға ваҡыт табырға тырышығыҙ инде. Хәҙер бергәләп тотонмаһаҡ, юғары кластарҙа, бик теләһәгеҙ ҙә, балағыҙҙы янығыҙға ултыртып диктант яҙҙыра алмаясаҡһығыҙ”, – тине уҡытыусы ата-әсәләр йыйылышында.
Заман башҡа шул хәҙер: кеҫә һайын телефон, йорт һайын тиерлек компьютер, интернет, бүлмә һайын телевизор. Бай йәшәйбеҙ. Ошо байлыҡ эсендә иң етешмәгән нәмә... йәнде асып һалып һөйләшеү, аралашыу. Туғандарға хат яҙып маташыу юҡ – телефон ҡотҡара. Ә унан күп нәмәне әйтеп буламы ни: “аҡсаһы бөтә” тибеҙ, ашығабыҙ.
Берәй танышыбыҙҙы осратһаҡ та, тиҙ-тиҙ генә һәр ҡайһыбыҙ үҙенекен һөйләй ҙә, хушлашып, үҙ юлыбыҙҙан елдертәбеҙ. Дуҫтарға сәләм хаттарын ҡыҫҡа ғына итеп СМС аша йәки электрон почтанан юллайбыҙ. Шулай итеп, һөйләшмәҫкә, кешене тыңламаҫҡа, аңламаҫҡа өйрәнеп, күнегеп барабыҙ шикелле. Ниңә беҙ бер-беребеҙҙе ишетмәйбеҙ? Рәхәтләнеп һөйләшергә беҙгә кем ҡамасаулай?
Бында эш аралашыу ғәмәлендә, тормош ығы-зығыһының нервыларҙы теткеләүендә, эске донъябыҙҙың ярлылығында ғына түгелдер, ахыры. Һөйләй һәм тыңлай белмәүебеҙҙең сәбәбен бала саҡтан эҙләргә кәрәктер, моғайын. Сөнки барлыҡ яҡшылыҡтарыбыҙ һәм кәмселектәребеҙ “тыумыштары менән” бала саҡтан бит.
Хәҙер балаларыбыҙҙың нығынып етмәгән аңдарына һәм йәндәренә көн дауамында мәғлүмәт ташҡыны ишелеп, ҡойолоп тора. Ләкин хәҙерге балаларҙы бынан утыҙ йыл элеккеләре менән сағыштырғанда, һуңғыларының күпкә аңлыраҡ, белемлерәк икәне күренә.
Ғәзиз балаларыбыҙ менән күпме генә аралашабыҙ һуң беҙ, әйҙәгеҙ, һанап ҡарайыҡ. Иртән — иң ығы-зығылы ваҡыт, тәгәрәп йоҡлап ятҡан баланы “йолҡоп” торғоҙаһың, йыуындыраһың, ашатаһың, кейендерәһең, мәктәпкә йәки баҡсаға оҙатаһың һәм үҙеңдең эшеңә сабаһың. Кис баланы өйгә алып ҡайтаһың, киске аш әҙерләйһең, йыйыштыраһың, йыуаһың, үтекләйһең, ямайһың, дәрестәрҙе тикшерәһең, төн яҡынлашыуға ҡарамаҫтан, “башың өҫтөнән йөрөгән” балаңды йоҡлатырға ятҡыраһың. Бәғер киҫәгеңде музыка мәктәбенә йә иһә бейеүгә, йә спорт түңәрәгенә йөрөтөргә лә кәрәк булһа, ҡайҙа бында уның менән рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыу?
Балаларҙың бар йыуанысы — телевизор. Улар шуны ҡарап уйнай, шуны ҡарап ашай, шуның тауышына йоҡлап китә. Йыр урынына шундағы реклама текстарын таҡмаҡлап йөрөй. Компьютер уйындары менән дә шул уҡ хәл. Шулай итеп, кескәй генә башҡайҙары юҡ-бар мәғлүмәт менән тула. Улар үҙ-үҙҙәре менән һөйләшеп йөрөй башлай: тағы кем менән һөйләшһендәр? “Әсәй, әйҙә, уйнайыҡ әле”, “Атай, рәсем яһайыҡ әле!” — тип яныбыҙға килеп ҡарайҙар ҙа бит... Ә беҙ аҡса эшләйбеҙ, донъянан артта ҡалмаҫ өсөн телевизорҙан яңылыҡтар ҡарайбыҙ (ҡайһыбыҙ сериал тип үлә), компьютерҙа ҡаҙынабыҙ, тик бала менән генә уйнамайбыҙ, һөйләшмәйбеҙ, серләшмәйбеҙ. Хәҙер ата-әсәләрҙән балалары тураһында: “Мин уның өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булһын өсөн көнө-төнө эшләйем, ә ул шуның ҡәҙерен белмәй, мине һанға ла һуҡмай”, — тигән зарҙы йыш ишетергә тура килә. Бындай һүҙгә: “Тапмаҫҡа ине, мин һеҙгә табырға ҡушманым. Тапҡанһығыҙ икән, ашатығыҙ, кейендерегеҙ, эшегеҙ, бурысығыҙ шул!” — тигән балалар ҙа бар. Һәм ике яҡ та күпмелер дәрәжәлә хаҡлы кеүек.
Хикмәт тамаҡ менән кейемдә генә түгел шул... Өй йыйыштырғанда балаңдың ватыҡ машинаһын йәки ҡурсағын сүпкә аттың, һәм ул шуға үпкәләп иланы икән, ти. “Эй, тапҡанһың илар нәмә, яңыны алырбыҙ әле”, — тиһең йәки өндәшмәй генә баланың бүлмәһен үҙгәртеп ҡуйҙың, һәм уға был эш оҡшаманы, ти. “Һарыуҙы ҡайнатып торма, оҡшамаһа, үҫкәс, оҡшағанды үҙең эшләрһең”, — тиһең икән — бөттө, бала менән мөнәсәбәт боҙолдо, уның һиңә ышанысы юғалды тигән һүҙ... Беҙ быларға ваҡ күренеш тип ҡарайбыҙ. Ә тәрбиәлә ваҡ әйбер юҡ.
“Мине өләсәйем тәрбиәләне, бик рәхмәтле мин уға. Бер заман әсәйҙе тыңламағайным, өләсәйем: “Ярар, мин урамдан тал сыбығы алып кереп ҡуяйым әле”, — ти. “Өләсәй, нимәгә ул?” — тим. “Матурлыҡ өсөн ишек башына ҡыҫтырып ҡуям әле, улым”, — ти, үҙе йылмая.
Беләм бит инде мин ул сыбыҡ менән нимә эшләгәндәрен, шунан артыҡ аҙына алманым”, — тип һөйләгәйне бер таныш ағай.
Хәҙер балаларҙы тыныс, аҡыллы юл менән тәрбиәләргә әбей-бабайҙар ҙа юҡ бит: күбебеҙ уларҙан айырым йәшәй. Өйөндә аңлау тапмаған, наҙ-иғтибар күрмәгән бала үҙен аңларҙай, тыңлай белә һәм йәлләй торған башҡа кешене табырға тырыша. Ярай ҙа ул кеше төплө аҡыллы булһа. Ҡарап тороуға матур, татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙың урамдағыларға эйәреп юлдан яҙыу осраҡтары аҙмы ни?
Бәләкәй генә булһалар ҙа, балаларҙы тәрбиәләү бик ауыр икән шул. Ололар: “Балаға уттай ҡайнар, боҙҙай һалҡын булма!” йә иһә “Балаңа яратҡаныңды күрһәтмә, юҡһа, йомшаҡлығыңды белеп, аҙып китер”, — тиҙәр. Ә психологтар баланы көнөнә бер тапҡыр булһа ла ҡосаҡлап, иркәләп, уны нисек яратыуыңды белдерергә, кәмендә ярты сәғәт уның менән серләшеп алырға, бергәләп китаптар уҡырға, уйнарға, тәбиғәткә сығырға ҡуша. Шулай уҡ балаң алдында үҙ ғәйебеңде таныуҙан йәки унан ғәфү үтенеүҙән оялмаҫҡа кәрәклеген әйтә. Бәләкәй саҡта уҡ уға ғаиләләге һәр проблема тураһында һөйләп, һәр мәсьәләлә бергәләп кәңәш итеп, уның бурыс­тарын аңлатып-һеңдереп үҫтерергә һәм бер ҡасан да кәмһетмәҫкә, хоҡуҡтарын ҡыҫмаҫҡа кәңәш бирә. Шулай эшләгәндә, баланың күңел донъяһы бай була, матур фекер йөрөтәсәк, тыңларға өйрәнәсәк, ата-әсәһен ихлас яратасаҡ, һәр ваҡыт уларҙың кәңәштәрен тотасаҡ һәм ата-әсәләре ҡартайғас, ышаныслы терәк, ярҙамсы һәм кәңәшсе буласаҡ.
Балалар менән сөкөрҙәшеп ултырырға, ысынында, ваҡытыбыҙ аҙ инде, арыйбыҙ ҙа. Ә уйлаһаң... Олоғайғас, хәҙерге арыу-талыуҙарыбыҙ сүп кенә булып ҡалыр әле. Ваҡытыбыҙ ҙа күп булыр. Тик балаларыбыҙ беҙҙең менән серләшергә ваҡыт табырмы?
Был хаҡта нәҡ бына бөгөн, сабыйҙарыбыҙ аяҡҡа һырылып йөрөгәндә уйларға кәрәктер, моғайын.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 32

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 29

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 33

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 42

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 27

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 31