Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡһаҡал һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ
Аҡһаҡал һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ Архангел районының Аҙау ауылындағы был күркәм йортҡа бағыу менән рух күтәренкелеге әллә ҡайҙан һиҙелә. Милли биҙәктәр менән яһалған ҡапҡаны асып ингәндә район картаһы күҙгә ташлана. Артабан һыбайлы Салауат Юлаев “Беҙ көрәшеп һеҙгә ил, азатлыҡ, дин, тел ҡалдырҙыҡ!” тигән өндәү-саҡырыуы менән ҡаршы ала. Майлы сүлмәк тышынан билдәле тигән кеүек, бында ғүмер иткән ғаиләнең эске халәте төҫмөрләнә. Башҡорт рухлы замандашыбыҙ ғына тирә-яғын ошо рәүешле биҙәргә йөрьәт итә.
Ҡаныбыҙға һеңгән изге тойғоларҙың ошо рәүешле кәүҙәләндерелеүе кемгәлер ғәжәп тойолһа, тормошта бер ҡасан да тынғы белмәгән уңғандар өсөн ул үтә ҡәҙерле һәм яҡын. “Илеңде, телеңде, ереңде, динеңде һаҡла!” тигән яҙыу ҙа — бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ул да уйландыра башлай.
Беҙҙе яҡты уй-ниәттәр солғанышына әйҙәүсе — педагогия хеҙмәте ветераны Фәнияз Садиҡов. Ихлас аралашыуҙа тынғыһыҙ парҙың әле лә ижтимағи-сәйәси хәлдәргә вайымһыҙ ҡарамауын аңланыҡ. Рух төшөнсәһенә килгәндә, ошондай зыялыларҙың тос һүҙе һиммәтле, улар мәғрифәтселәрҙе хәтерләткәндәй. Быуаттар уҙған һайын иле, теле, дине, ере хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға әҙер улар.
80 йәшенә етеп килгәндә, бигерәк тә халҡыбыҙҙың милли үҙаңы, туған тел мәсьәләһе борсой уны. Милләт­тәштәребеҙҙең әсә теленә вайымһыҙ һәм “һуҡыр” мөнәсәбәте йөрәгенә ҡан һауҙырта. Башҡорт матбуғатына яҙылыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, Фәнияз Шәкир улы милли баҫмалар тиражының кәмеү сәбәптәрен дә үҙенсә аңлатырға тырыша:
– Кешеләрҙә милли рух юҡ, шул арҡала гәзит-журналдар алдырыу ҙа ҡырҡа түбәнәйҙе. Балалар ҙа бит хәҙер: “Ниңә кәрәк ул гәзит?” – тип кенә ебәрә. Ғаилә мөхитендә үҙ телеңә ҡарата ихтирамлы ҡараш булмауы ла милли асылыбыҙҙы юғалта. Мин 48 йыл рәттән белем биреү усағында эшләнем. Үҙебеҙҙең аҫаба халыҡ икәнлекте электән төшөндөрә килеүем дә уны һөйһөнөп етмәүселәрҙә асыу тойғоһо уятты. Телебеҙҙе үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, яҡламаһаҡ, кем уны ҡурсалар? Хәҙер ана шул милли үҙаң, рухи үҫеш, тел мәсьәләләре айырыуса көнүҙәк. Минең бына тигән телем бар, мин – аҫаба халыҡ вәкиле, шуға ла туған телемдә донъя күргән баҫмаларҙы алдырам, яҙылам, уҡыйым, тип ғорурланып йәшәйек.


Автор: Миләүшә БӘШИРОВА. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә