Архангел районының Аҙау ауылындағы был күркәм йортҡа бағыу менән рух күтәренкелеге әллә ҡайҙан һиҙелә. Милли биҙәктәр менән яһалған ҡапҡаны асып ингәндә район картаһы күҙгә ташлана. Артабан һыбайлы Салауат Юлаев “Беҙ көрәшеп һеҙгә ил, азатлыҡ, дин, тел ҡалдырҙыҡ!” тигән өндәү-саҡырыуы менән ҡаршы ала. Майлы сүлмәк тышынан билдәле тигән кеүек, бында ғүмер иткән ғаиләнең эске халәте төҫмөрләнә. Башҡорт рухлы замандашыбыҙ ғына тирә-яғын ошо рәүешле биҙәргә йөрьәт итә. Ҡаныбыҙға һеңгән изге тойғоларҙың ошо рәүешле кәүҙәләндерелеүе кемгәлер ғәжәп тойолһа, тормошта бер ҡасан да тынғы белмәгән уңғандар өсөн ул үтә ҡәҙерле һәм яҡын. “Илеңде, телеңде, ереңде, динеңде һаҡла!” тигән яҙыу ҙа — бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ул да уйландыра башлай.
Беҙҙе яҡты уй-ниәттәр солғанышына әйҙәүсе — педагогия хеҙмәте ветераны Фәнияз Садиҡов. Ихлас аралашыуҙа тынғыһыҙ парҙың әле лә ижтимағи-сәйәси хәлдәргә вайымһыҙ ҡарамауын аңланыҡ. Рух төшөнсәһенә килгәндә, ошондай зыялыларҙың тос һүҙе һиммәтле, улар мәғрифәтселәрҙе хәтерләткәндәй. Быуаттар уҙған һайын иле, теле, дине, ере хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға әҙер улар.
80 йәшенә етеп килгәндә, бигерәк тә халҡыбыҙҙың милли үҙаңы, туған тел мәсьәләһе борсой уны. Милләттәштәребеҙҙең әсә теленә вайымһыҙ һәм “һуҡыр” мөнәсәбәте йөрәгенә ҡан һауҙырта. Башҡорт матбуғатына яҙылыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, Фәнияз Шәкир улы милли баҫмалар тиражының кәмеү сәбәптәрен дә үҙенсә аңлатырға тырыша:
– Кешеләрҙә милли рух юҡ, шул арҡала гәзит-журналдар алдырыу ҙа ҡырҡа түбәнәйҙе. Балалар ҙа бит хәҙер: “Ниңә кәрәк ул гәзит?” – тип кенә ебәрә. Ғаилә мөхитендә үҙ телеңә ҡарата ихтирамлы ҡараш булмауы ла милли асылыбыҙҙы юғалта. Мин 48 йыл рәттән белем биреү усағында эшләнем. Үҙебеҙҙең аҫаба халыҡ икәнлекте электән төшөндөрә килеүем дә уны һөйһөнөп етмәүселәрҙә асыу тойғоһо уятты. Телебеҙҙе үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, яҡламаһаҡ, кем уны ҡурсалар? Хәҙер ана шул милли үҙаң, рухи үҫеш, тел мәсьәләләре айырыуса көнүҙәк. Минең бына тигән телем бар, мин – аҫаба халыҡ вәкиле, шуға ла туған телемдә донъя күргән баҫмаларҙы алдырам, яҙылам, уҡыйым, тип ғорурланып йәшәйек.