Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мишель Обаманың ирене ҡыйшайған
Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, сәбәбе генә табылһын. Ә бөгөнгө көндә “һөйәкһеҙ тел” арымай һөйләһен өсөн сәбәп етерлек. Интернет селтәренә бағыу ҙа етә – совет заманында үҙәк гәзиттәрҙән ике аҙна буйы ала торған мәғлүмәт бер юлы пәйҙә була. Улай ғына ла түгел, бер үк хәбәрҙе меңләгән сайт үҙенсә тәҡдим итә. Айырма башлыса һүҙҙәрҙе урындары менән алмаштырып ҡуйыуға ҡайтып ҡала. Әммә иғтибарҙы башҡаға йүнәлткем килә – күпме ваҡыт үткәрәбеҙ монитор алдында, ғәмәлдә тормошобоҙ алға барыу өсөн тырнаҡ ситендәй ҙә файҙаһы булмаған ошондай яңылыҡтарҙы байҡап? Телевизор хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Миҫал өсөн донъя кимәлендәге яңылыҡтарға туҡталғы килә. Эйе, ирекһеҙҙән АҠШ-та яңы прези­денттың фекерҙәренә иғтибар итәбеҙ. Киле­шәм, алдынғы илдәр­ҙең береһе сүрә­тендә һаналған дәүләттең яңы етәк­сеһе хаҡында хәбарҙар булыу насар түгел. Ни генә тимә, Рәсәй менән Америка мөнәсәбәттәре йәмғиәтте һәр саҡ уйландыра. Әммә хәбарҙар булыуҙан артығы беҙгә кәрәкме икән? Мәҫәлән, аудиторияһын нисек тә арттырырға тырышҡан сайттар был ваҡиғаларҙы төрлө яҡтан яҡтыртырға, үҙҙәренсә һығымта яһарға тырыша (маташа тиһәк тә булалыр). Әйтәйек, Барак Обама әфәнденең “хушлашыу телмәре” менән сығыш яһаған сағында уның хәләл ефетенең ауыҙы “ҡый­шайып китеүе” хәжәтме ни? Йә был хаҡта ла белдек, ти, һуң ошо мәғлүмәт беҙгә күберәк хеҙмәт башҡарырға, уның һөҙөмтәһен арттырырға ярҙам итерме? Ә бит ҡайһы бер сайттарҙың статистикаһына күҙ һалһаҡ, әлеге “ауыҙы ҡыйшайған” мәғлүмәтте меңәр кеше инеп уҡыған.
Ошо урында ауылда торған туған­дарымдың һөйләшеүе иҫкә төшә.
– Бына аптырайым, Америка президенты кем булыр икән? – тине хужабикә.
– Һе, кем булһа ла, һинең һыйыр­ҙарыңды килеп һаумаҫ инде, – тип ире үҙенсә һығымта яһаны.
Ысынлап та, ете ел етмәҫ ят ерҙәге тормош менән түгел, үҙ мәшәҡәттәрең, үҙ хәстәреңде уйлап көн күреү яҡшы­раҡтыр. Хәйер, океан аръяғы түгел, үҙебеҙҙең илдәге хәжәте булмаған теге-был хәбәрҙе соҡоп йәшәүселәр ҙә етерлек. “Һары матбуғат”ҡа икмәк ашатып, ниндәйҙер бер йондоҙҙоң эте-бете хаҡында ауыҙ тултырып һөйләүселәр быуа быуырлыҡ. “Кендектән түбән” темаларҙы яратыусылар тураһында әйтеп тә тормайым. Хәйер, ошо урында юҡ-бар хәбәр аша ниндәйҙер йәшерен сәйәсәт алып барыу тураһында иҫкә төшөрөү урынлы булыр.
Нисек кенә булмаһын, кеше мейеһе ай буйына туплаған мәғлүмәттең 30 процентын ғына көнүҙәк тип таба һәм уны “ҡул аҫтында ғына кәштәләрҙә һаҡлай”, ҡалғаны кәрәк булғанда ғына иҫкә төшә. Тик ҡыуанырға ашыҡмайыҡ әле: ҡалған “70 процент” бит барыбер юғалмай һәм ҡайҙалыр һаҡлана, тимәк, артыҡ “сүп-сар” булып тора.
Әлбиттә, вайымһыҙлыҡта ғәйепләү­селәр ҙә табылыр, үҙ хәстәрең менән генә йәшәргә ярамай, тип әйтерҙәр. Тик “башҡаларҙың хәстәре” ниңә кем­деңдер аҡсаһын һанауға, етеш­һеҙ­легенән көлөүгә, үҙебеҙгә ҡағылмаған сәйәси уйындарҙы күҙәтеүгә ҡайтып ҡала? Алла Пугачева менән Максим Галкиндың балаларының исеме, Тимур исемле кәзәнең яҙмышы һәм башҡалар... Күберәк уңышҡа өлгәшеү, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртыуға йүнәлтел­гән уйҙарҙан арып киткәндә “сабыйҙар ниңә балалар йортона эләгә?”, “туған телендә һөйләшергә теләүселәр артамы?” тигән һорауға яуап эҙләргә мөмкин, мәҫәлән.
...Беҙ шул тиклем бай, хатта беҙгә сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныу ҡыҙыҡ түгел, тигәнме бер аҡыл эйәһе. Юҡ-бар хәстәр менән баш ҡатырмайыҡ, ғүмеребеҙҙе әрәм итмәйек әле.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә