Мишель Обаманың ирене ҡыйшайған08.02.2017
Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, сәбәбе генә табылһын. Ә бөгөнгө көндә “һөйәкһеҙ тел” арымай һөйләһен өсөн сәбәп етерлек. Интернет селтәренә бағыу ҙа етә – совет заманында үҙәк гәзиттәрҙән ике аҙна буйы ала торған мәғлүмәт бер юлы пәйҙә була. Улай ғына ла түгел, бер үк хәбәрҙе меңләгән сайт үҙенсә тәҡдим итә. Айырма башлыса һүҙҙәрҙе урындары менән алмаштырып ҡуйыуға ҡайтып ҡала. Әммә иғтибарҙы башҡаға йүнәлткем килә – күпме ваҡыт үткәрәбеҙ монитор алдында, ғәмәлдә тормошобоҙ алға барыу өсөн тырнаҡ ситендәй ҙә файҙаһы булмаған ошондай яңылыҡтарҙы байҡап? Телевизор хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Миҫал өсөн донъя кимәлендәге яңылыҡтарға туҡталғы килә. Эйе, ирекһеҙҙән АҠШ-та яңы президенттың фекерҙәренә иғтибар итәбеҙ. Килешәм, алдынғы илдәрҙең береһе сүрәтендә һаналған дәүләттең яңы етәксеһе хаҡында хәбарҙар булыу насар түгел. Ни генә тимә, Рәсәй менән Америка мөнәсәбәттәре йәмғиәтте һәр саҡ уйландыра. Әммә хәбарҙар булыуҙан артығы беҙгә кәрәкме икән? Мәҫәлән, аудиторияһын нисек тә арттырырға тырышҡан сайттар был ваҡиғаларҙы төрлө яҡтан яҡтыртырға, үҙҙәренсә һығымта яһарға тырыша (маташа тиһәк тә булалыр). Әйтәйек, Барак Обама әфәнденең “хушлашыу телмәре” менән сығыш яһаған сағында уның хәләл ефетенең ауыҙы “ҡыйшайып китеүе” хәжәтме ни? Йә был хаҡта ла белдек, ти, һуң ошо мәғлүмәт беҙгә күберәк хеҙмәт башҡарырға, уның һөҙөмтәһен арттырырға ярҙам итерме? Ә бит ҡайһы бер сайттарҙың статистикаһына күҙ һалһаҡ, әлеге “ауыҙы ҡыйшайған” мәғлүмәтте меңәр кеше инеп уҡыған.
Ошо урында ауылда торған туғандарымдың һөйләшеүе иҫкә төшә.
– Бына аптырайым, Америка президенты кем булыр икән? – тине хужабикә.
– Һе, кем булһа ла, һинең һыйырҙарыңды килеп һаумаҫ инде, – тип ире үҙенсә һығымта яһаны.
Ысынлап та, ете ел етмәҫ ят ерҙәге тормош менән түгел, үҙ мәшәҡәттәрең, үҙ хәстәреңде уйлап көн күреү яҡшыраҡтыр. Хәйер, океан аръяғы түгел, үҙебеҙҙең илдәге хәжәте булмаған теге-был хәбәрҙе соҡоп йәшәүселәр ҙә етерлек. “Һары матбуғат”ҡа икмәк ашатып, ниндәйҙер бер йондоҙҙоң эте-бете хаҡында ауыҙ тултырып һөйләүселәр быуа быуырлыҡ. “Кендектән түбән” темаларҙы яратыусылар тураһында әйтеп тә тормайым. Хәйер, ошо урында юҡ-бар хәбәр аша ниндәйҙер йәшерен сәйәсәт алып барыу тураһында иҫкә төшөрөү урынлы булыр.
Нисек кенә булмаһын, кеше мейеһе ай буйына туплаған мәғлүмәттең 30 процентын ғына көнүҙәк тип таба һәм уны “ҡул аҫтында ғына кәштәләрҙә һаҡлай”, ҡалғаны кәрәк булғанда ғына иҫкә төшә. Тик ҡыуанырға ашыҡмайыҡ әле: ҡалған “70 процент” бит барыбер юғалмай һәм ҡайҙалыр һаҡлана, тимәк, артыҡ “сүп-сар” булып тора.
Әлбиттә, вайымһыҙлыҡта ғәйепләүселәр ҙә табылыр, үҙ хәстәрең менән генә йәшәргә ярамай, тип әйтерҙәр. Тик “башҡаларҙың хәстәре” ниңә кемдеңдер аҡсаһын һанауға, етешһеҙлегенән көлөүгә, үҙебеҙгә ҡағылмаған сәйәси уйындарҙы күҙәтеүгә ҡайтып ҡала? Алла Пугачева менән Максим Галкиндың балаларының исеме, Тимур исемле кәзәнең яҙмышы һәм башҡалар... Күберәк уңышҡа өлгәшеү, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртыуға йүнәлтелгән уйҙарҙан арып киткәндә “сабыйҙар ниңә балалар йортона эләгә?”, “туған телендә һөйләшергә теләүселәр артамы?” тигән һорауға яуап эҙләргә мөмкин, мәҫәлән.
...Беҙ шул тиклем бай, хатта беҙгә сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныу ҡыҙыҡ түгел, тигәнме бер аҡыл эйәһе. Юҡ-бар хәстәр менән баш ҡатырмайыҡ, ғүмеребеҙҙе әрәм итмәйек әле.