"Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерҙе матур итеп йәшәргә кәрәк", - тип йыш ҡабатлай дин әһеле. Әңгәмәләшемдең үҙенең дә тормош юлы ғәжәйеп боролоштарға бай булып сыҡты.
- Хөрмәтле Хәмзә хәҙрәт, белеүемсә, һикһәнде үткәнһегеҙ. Етеҙлегегеҙгә ҡарағанда, Һеҙгә был йәште һис биреп булмай.
- Эйе, егерме йылдан ашыу инде хаҡлы ялдамын, ләкин үҙемде пенсионер кеүек тойғаным юҡ. Әле булһа эш көнөм таң һарыһынан башлана. Хоҙай артабан да файҙалы эштәр менән шөғөлләнергә насип итһен.
Тормош юлыма килгәндә, 1931 йылдың 2 апрелендә Белорет районының Асы ауылында донъяға килгәнмен. Атай яғынан да, әсәй нәҫеле буйынса ла олатайҙар хәлле ине.
Атайымдың атаһының ике ҡатыны булды. Өләсәйҙәрем бала саҡтан миңә сүрәләр өйрәтте. Әсәй яғынан олатай иһә дүрт ҡатынлы ине, улар ҙа дин тотто. Ҡартайғас, намаҙға өйрәнеүе еңелдән түгел, сөнки хәтер тарҡала башлай, ә бала саҡта отоп алынғаны онотолмай.
- Уҡыуға ынтылышығыҙ ҙа көслө булғандыр?
- Ғүмер буйы уҡыным. Теләк, ысынлап та, ҙур булғандыр. Тыуған ауылымда ете класты тамамлағас, белем алам тип, Өфөгә сабата кейгән килеш йәйәү килдем. Белорет менән Өфө араһын хәҙер машинала ла бер нисә сәғәт буйы үтәһең, ә ул ваҡытта юлдар бөтөнләй алама ине: тау ҙа урман. Күҙ алдығыҙға киләлер.
Ул ваҡытта 17-18 йәш булғандыр. Урман хужалығы техникумына имтихан бирҙем. Алдылар. Бигерәк тә Белорет яғынан икәнлекте белгәс, сат йәбештеләр. Тик беҙҙән өлкәнерәк, "йышылғаныраҡ" малайҙар төпкөл ауылдан сыҡҡандарға көн күрһәтмәй ыҙалатты. Йоҡлаған саҡта өҫтөңә биҙрәләп һалҡын һыу килтереп ҡойһондармы, аяҡ араһына ҡағыҙ ҡыҫтырып, ут төртһөндәрме - төрлөһө булды. (Әңгәмәләшем ихлас көлә). Күрәһең, яҙмыш шулай. Минең түҙемлек бөттө, документтарҙы бирмәҫкә тырышһалар ҙа, ул техникумда башҡаса ҡалғым килмәүен әйттем. Сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Мәктәптә уҡыған ваҡытта спектаклдәр ҡуя инек, шул да үҙенекен иткәндер.
1952 йылда, училищены тамамлағас, армияға киттем. Һалдаттарҙың күбеһе дүрт, алты класс белем менән. Мине, уҡыған кешене, полктың комсомол ойошмаһына секретарь итеп ҡуйҙылар. Шунда партияға индем. Аҙаҡ тура Ташкент хәрби-педагогия училищеһына ебәрҙеләр. Ләкин армия сафында оҙаҡ ҡалырға тура килмәне. Хрущев заманында үҙгәрештәр башланғас, үҙ теләгем менән унан киттем. Өфөгә ҡайтҡас, 21-се төҙөлөш тресының комсомол комитеты секретары вазифаһында эшләнем. Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса комсомол комитетында ла күпмелер ваҡыт шул йөктө тартырға насип булды.
- Артабанғы хеҙмәт юлығыҙ Мәҙәниәт министрлығы менән бәйле. Таланттарға юл ярырға ярҙам иткәнегеҙ хаҡында ла ишеткән бар. Ошоға туҡталып китмәҫһегеҙме?
- Мин ни, ҡулдан килгәнде генә эшләргә тырыштым. Заманында бының өсөн "милләтсе" мөһөрө лә таҡтылар. (Көлөп ҡуя). Министрлыҡта уҡыу йорттары буйынса бүлек мөдире инем. Имтихандарҙа мотлаҡ ҡатнаша торғайным. Төпкөлдән сыҡҡан башҡорт, татар балаларының тәбиғи һәләтен күрә-белә тороп, уларға нисек ярҙам итмәҫһең?! Ауылда бит балаларға сольфеджиоларҙы бер кем дә өйрәтеп ултырмай.
Иншар Солтанбаев, Флүрә Ноғоманова һымаҡ билдәле йырсыларҙың, атаҡлы баянсы Миңләхмәт Ғәйнетдиновтың, әлеге ваҡытта үҙе студенттарҙы сәнғәт серҙәренә өйрәткән Фәрзәнә Сәғитова кеүектәрҙең яҙмышына ыңғай йоғонто яһай алыуыма бик шатмын. Теләк булһа, ярҙам итергә мөмкин бит. Бының өсөн Хоҙай Тәғәлә әжерен дә мул ҡайтара. Үҙем ауыл балаларына уҡырға инергә, ҡалала йәшәр урын табырға ярҙамлаштым, бер ыңғайҙан БДУ-ның география факультетында ситтән тороп уҡып та йөрөнөм.
- Һеҙҙе рәссам-скульптор тип тә беләләр...
- Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә бөгөн мин яһаған ике тиҫтәнән ашыу обелиск бар. Мәҙәниәт министрлығында байтаҡ ваҡыт эшләгәндән һуң, тотошлайы менән ошо ижади эшкә сумдым. Заказдар етерлек ине. Ал-ял белмәй эшләйем, ваҡыт иркен, матди ҡыйынлыҡтар онотолдо. Ул заманда ижад кешеһенә түләй беләләр ине. Нуриман районының Красный Ключ ҡасабаһында ҡуйылған яуҙа улын юғалтҡан Әсә һыны һуңғы эшем булды. 1995 йылда күңелем ҡушыуы буйынса мәсеткә күстем. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдинға рәхмәт, был йәһәттән миңә ярҙам ҡулын һуҙҙы, үҙенә референт-ярҙамсы итеп алды. Ҡайҙа йәшәйһең, шунда яҡшылыҡтар ҡыл, тиҙәр. Мин үҙем кешеләрҙән күргән изгелекте башҡаларға мул итеп ҡайтарырға тырышам. Хоҙай бит барыһын да күрә.
- Бәлки, Һеҙгә хаж ҡылыуға мөмкинлек тә шул рәүешле асылғандыр?
- Шикләнмәйем. Бығаса ете тапҡыр хажға барырға насип булды. Әйтеүе генә анһат, ә бит уның сығымдары етерлек, һаулығың да ныҡлы булырға тейеш. Ғәрәфәт тауы итәгендә тәүлек буйына баҫып торорға кәрәк, быны физик хәле шәптән булмаған кеше күтәрә алмай. Уның ҡарауы, рухи яҡтан тулыһынса таҙарынып ҡайтаһың.
Әлеге көнгәсә ике кешене үҙ иҫәбемә Хажға ебәреп алдым, тағы берәүҙең сәфәре өсөн сығымының яртыһын ҡапланым. Республикабыҙҙа бындай сауаплы эш башҡарыусылар бар. Мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге йыл һайын ике кешене Хажға ебәрә. Хоҙайға шөкөр, донъяла иманлы кешеләр байтаҡ.
- Республикабыҙҙа Һеҙ һалдырған 12 мәсет эшләй. Был сауаплы ғәмәл ниҙән башланды?
- Мәҙрәсә асыуҙан. Эйе, тап шунан. Һәм ҡайҙа бит әле - атай нигеҙендә! Үҙем Өфөлә йәшәй башлағас, Белорет районының Асы ауылындағы атай йорто оҙаҡ ваҡыт хужаһыҙ торҙо. Былай булырға тейеш түгел, шуға күрә уны һатырға уйланым. Иғлан бирҙем, алырға теләүсеһе лә тиҙ табылды. Тик аҙаҡ барыбер уйымдан дүндем, сөнки күңелем тартманы. Ҡайтып барам бер ваҡыт Өфөгә, машинам Елмерҙәк тауына әкрен генә үрмәләй. Шул саҡ күңелдә бер уй тыуҙы. Әйткәндәй, бындай матур уйҙар миңә гелән тауға үрләгәндә килә. "Ниңә әле, - тим, - атай йортонда мәҙрәсә асмаҫҡа? Кеше аңына бала саҡта ингән һабаҡ ғүмергә ҡала бит!"
Машинаны кире борҙом да елдерҙем ҡабат! Егерме биш саҡрым араны ҡыуҙым ғына. Бер аҙҙан мәҙрәсәне асып та ебәрҙем, мөғәллим таптым. Урындағы мәктәптә уҡыған 80-ләп баланың яртыһы тиерлек шунда шөғөлләнә башланы. Ауылда дини белем биреүҙе бер нисә йылдан туҡтатырға тура килде, әлбиттә, сөнки көн һайын эргәһендә булһаң ғына эштәр гөрләп бара. Был ваҡытта Өфөлә минең төп дини эшмәкәрлегем башланып ҡына тора ине... - Белорет районының Уҫманғәле ауылында Һеҙ һалдырған мәсет бик күркәм. Ул ниндәй проект буйынса эшләнде?
- Үҙемдеке. Рәссам булыуым был юлы ла ярҙам итте. Ғөмүмән, төҙөткән мәсеттәремдең барыһына ла һыҙмаларҙы үҙем яһаным. Бер яҡтан, ижад итәһең, икенсенән, Хоҙай Тәғәлә алдында сауаплы эш башҡараһың. Бына бит ул нисек - ынтылышы булған әҙәмен Аллаһ ярҙамынан айырмай.
- Ярҙамсыл булыуығыҙ йәмәғәтселеккә киң билдәле...
- Яратҡан әйтемем бар: "Биргәнгә Хоҙай Тәғәлә артығы менән ҡайтара!" Быны үҙ өҫтөмдә татымаһам, ул тиклем ышаныс менән әйтмәҫ тә инем. Бәлә-ҡаза бит йыш булып тора. Бер-ике йыл элек Учалы районының Ураҙ ауылында йорттар янды, шунда Хәйриә фондымдан уларға 100 мең һум аҡса бүлдем, 8 йортҡа йыһаз алдылар. Тыуған ауылым Асыла янғын сыҡҡас, унда ла 100 мең бирҙем. 2010 йылда Оло Тәләктә янғындан зыян күргәндәргә 40 мең һум йүнәлттем. Күптән түгел тыуған яғымдағы йәнә бер ауылда янғын сыҡҡайны, 5 мең генә бирҙем, сөнки хужаһы үҙе ғәйепле - иҫерек булған.
- Хөрмәтле Хәмзә хәҙрәт, Һеҙҙең Хәйриә фонды иҫәбенә әле республикала ундан ашыу мәсет төҙөлгән. Был бит аҙ түгел.
- Фонд 2003 йылда барлыҡҡа килде. Уға тиклем Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы мосолман дини ойошмаһына етәкселек итә инем. Аллаға шөкөр, миндә ныҡышмаллыҡ та, йүнселлек тә бар. Үткән быуат аҙағында, көс-дарман етерлек булғанда, сауҙа павильондары төҙөнөм, хәҙер шуларҙан килгән аҡсаға иман йорттары һалдырам. Мәсет төҙөткән өсөн һигеҙ ауылдың почетлы гражданы иттеләр.
- Халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованың юбилей кисәһендә Һеҙ бүләк итеп сәхнәгә автомобиль алып сыҡҡайнығыҙ. Хәҙер бына дин мәсьәләләренә арнап драма әҫәре яҙыусылар араһында конкурс ойоштораһығыҙ, уның төп призы шаҡтай ҙур - 300 мең һум. Бәйге үткәреү идеяһы нисек барлыҡҡа килде?
- Әле М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Мулла" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль уңышлы бара. Уның премьераһына мине лә саҡырҙылар. Шунда сәхнәгә сығып, драматургтың иңенә сапан яптым. Ул Татарстанға ҡайтып, "башҡорттоң шундай дин әһелдәре бар икән", тип ҡыуанысын уртаҡлашҡан. Дин өсөн дә, мәҙәниәт өсөн дә һәйбәт бит был, тип уйланым да директор менән режиссерға ла сапан тектерҙем. "Мулла" спектаклендә уйнаған егеттәргә - түбәтәй, ҡыҙҙарға яулыҡ бүләк иттем. Тамашасыларға бушлай дини китаптар тараттым. Һүҙ ыңғайында әйтеп китәйем: "Ҡөрьән Кәрим"де, башҡортса Ҡөрьән тәфсирҙәрен, башҡа дини китаптарҙы, дини календарҙарҙы байтаҡ тираж менән эшләтеп, барыһын да бушлай таратам. Уларҙы һатҡаным юҡ. Тәғлимәттәр кемдеңдер аңына барып етеп, зиһенен яҡтырта икән, был бит - Хоҙай алдында сауаплы эш. Быларҙан тыш, тыуған ауылымдағы еңгәләр ансамбленә, шулай уҡ Сермән ауылындағы "Хәтирәләр" халыҡ ансамбленә сәхнәлә сығыш яһау өсөн костюм тектереү йәһәтенән дә матди ярҙам күрһәтәм.
Әлеге конкурсҡа килгәндә, Аллаһ һүҙен халыҡҡа еткерерлек, иман нуры таратырлыҡ сәхнә әҫәрҙәре бындай ҙур бүләккә дәғүә итә ала. Конкурс үҙе лә бит "Иман нуры" тип атала.
- Хөрмәтле Хәмзә хәҙрәт, халыҡты иманға ҡайтарыу өсөн күп көс һалаһығыҙ. Ҙур ихласлыҡ менән башҡарған эштәрегеҙ, һис шикһеҙ, һөҙөмтә бирәсәк, тип ышанабыҙ.
- Иншаллаһ, шулай булһын.
Фәниҙә ИСХАҠОВА әңгәмәләште.