Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Табындар табын йыя
Табындар табын йыя Тиҙҙән иң ҙур һәм мәртәбәле ырыуҙарҙың береһе – табын ырыуы ҡорға йыйыласаҡ. Уның идара рәйесе урынбаҫары, билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил ҠОҘАҠАЕВтан ошо турала һөйләүен үтендек.
– Табындар быға хәтлем өс тапҡыр йыйын ойошторҙо: уның тәүгеһе 1993 йылда Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылында үткәрелде, киләһе йылына Ҡырмыҫҡалыла йыйылдыҡ. Күптәр хәтерләйҙер, 2007 йылда Өфөлә шаулап-гөрләп сираттағы ҡор уҙҙы. Сараның мөһимлеген аңлап, дүртенсеһен Баш­ҡортостан Республикаһының 100 йыл­лығына бағышла­маҡсыбыҙ. Әле аҙна һайын тигәндәй идара ултырышы үтә, ни тиһәң дә, төплө әҙерлеккә күп нәмә бәйле бит.
Ҡайһы берәүҙәр табындар Ҡырмыҫҡалы, Ғафури һәм Архангел райондарында ғына ғүмер итә тип уйлаһа, яңылыша. Тирә-яҡҡа киң йәйел­гәндәр улар – Учалы, Балтас, Тәтешле, Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән райондарының ҡайһы бер ауылдары нәҡ ошо ырыуға ҡарай. Улай ғына ла түгел, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Рес­публикаһында ла беҙҙең ырыуҙаштар көн итә.
Моғайын, сарала ниҙәр ҡаралғанының да белгеһе киләлер гәзит уҡыусыларҙың. Бик бай программа планлаштырыла. 25 фев­ралдә баш ҡаланың Кәсепселек ура­мы, 17 адресы буйынса урын­лашҡан Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәм­ғиәте бинаһының фойеһына, табын­дарҙың данлы ырыуҙан икәнен тағы ла бер тапҡыр сағылдырыу маҡса­тында, шәжәрә элергә һөйләштек. Күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәт­сәлим Өмөтбаев үҙе ни тора! Беҙҙең халыҡ шундай оҫта һәм егәрле. Ә ниңә ҡул эштәре күргәҙмәһен ойоштормаҫҡа? Әлбиттә, эшһө­йәрҙәр ижад емештәре менән танышты­ра­саҡ – бүтәндәр өлгө алһын, күңеленә нимәнелер һалып ҡуйһын. Бынан тыш, үҙешмәкәр ансамбл­дәрҙең сығышы көтөлә. Йыр-бейеү менән ҡаршы аласаҡбыҙ мәртәбәле ҡунаҡтарҙы.
Шағир Мәжит Ғафури, драматург Мөхәмәтша Буранғолов, генерал Миңлеғәле Шайморатов, мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, музыкант Роберт Юлдашев һәм башҡа шәхестәр – ғорурлығыбыҙ.
Өсөнсө йыйындан һуң башҡарылған эштә­ребеҙ хаҡында хисап тотмаҡсыбыҙ. Красноусолда Күрпәс бейгә таҡтаташ асылды, ойошманың эмблемаһын эшләнек, брошюра сығарҙыҡ.
Табындарҙың шәжәрәһе буйынса ырыу Сыңғыҙхандың ғәскәр башлығы Майҡы бейҙән башлана. Ырыуыбыҙ – табын, ораныбыҙ – “Салауат!”, ағасыбыҙ – ҡарағас, тамғабыҙ – ҡаҙаяҡ, ҡошобоҙ – ҡарағош.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә