Тиҙҙән иң ҙур һәм мәртәбәле ырыуҙарҙың береһе – табын ырыуы ҡорға йыйыласаҡ. Уның идара рәйесе урынбаҫары, билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил ҠОҘАҠАЕВтан ошо турала һөйләүен үтендек.– Табындар быға хәтлем өс тапҡыр йыйын ойошторҙо: уның тәүгеһе 1993 йылда Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылында үткәрелде, киләһе йылына Ҡырмыҫҡалыла йыйылдыҡ. Күптәр хәтерләйҙер, 2007 йылда Өфөлә шаулап-гөрләп сираттағы ҡор уҙҙы. Сараның мөһимлеген аңлап, дүртенсеһен Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышламаҡсыбыҙ. Әле аҙна һайын тигәндәй идара ултырышы үтә, ни тиһәң дә, төплө әҙерлеккә күп нәмә бәйле бит.
Ҡайһы берәүҙәр табындар Ҡырмыҫҡалы, Ғафури һәм Архангел райондарында ғына ғүмер итә тип уйлаһа, яңылыша. Тирә-яҡҡа киң йәйелгәндәр улар – Учалы, Балтас, Тәтешле, Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән райондарының ҡайһы бер ауылдары нәҡ ошо ырыуға ҡарай. Улай ғына ла түгел, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында ла беҙҙең ырыуҙаштар көн итә.
Моғайын, сарала ниҙәр ҡаралғанының да белгеһе киләлер гәзит уҡыусыларҙың. Бик бай программа планлаштырыла. 25 февралдә баш ҡаланың Кәсепселек урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте бинаһының фойеһына, табындарҙың данлы ырыуҙан икәнен тағы ла бер тапҡыр сағылдырыу маҡсатында, шәжәрә элергә һөйләштек. Күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев үҙе ни тора! Беҙҙең халыҡ шундай оҫта һәм егәрле. Ә ниңә ҡул эштәре күргәҙмәһен ойоштормаҫҡа? Әлбиттә, эшһөйәрҙәр ижад емештәре менән таныштырасаҡ – бүтәндәр өлгө алһын, күңеленә нимәнелер һалып ҡуйһын. Бынан тыш, үҙешмәкәр ансамблдәрҙең сығышы көтөлә. Йыр-бейеү менән ҡаршы аласаҡбыҙ мәртәбәле ҡунаҡтарҙы.
Шағир Мәжит Ғафури, драматург Мөхәмәтша Буранғолов, генерал Миңлеғәле Шайморатов, мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, музыкант Роберт Юлдашев һәм башҡа шәхестәр – ғорурлығыбыҙ.
Өсөнсө йыйындан һуң башҡарылған эштәребеҙ хаҡында хисап тотмаҡсыбыҙ. Красноусолда Күрпәс бейгә таҡтаташ асылды, ойошманың эмблемаһын эшләнек, брошюра сығарҙыҡ.
Табындарҙың шәжәрәһе буйынса ырыу Сыңғыҙхандың ғәскәр башлығы Майҡы бейҙән башлана. Ырыуыбыҙ – табын, ораныбыҙ – “Салауат!”, ағасыбыҙ – ҡарағас, тамғабыҙ – ҡаҙаяҡ, ҡошобоҙ – ҡарағош.