йәки Йәш ғалим ауылдан айырылмаҫҡа саҡыра Демография мәсьәләһе тураһында бөгөн төрлө фекер йөрөй. Берәүҙәр, был тәңгәлдә проблемаларҙы еңеп киләбеҙ, тиһә, икенселәр, беҙҙең илдә социаль проблемаларҙы ла, демографияға ҡағылышлыһын да тулыһынса хәл итеп булмай, тигән фекерҙә. Ә ысынында Рәсәй – демографик көрсөктә. Был бөтә халыҡҡа ла ҡағыламы, әллә ҡайһы бер төбәктәрҙә генә һиҙеләме? Ғөмүмән, демографик процестарға нимә кире йоғонто яһай?
Йыш ҡына демография мәсьәләләре социологик хәл-торош менән бергә ҡарала. Был дөрөҫ тә. Башҡорт халҡының социаль-демографик проблемаларын өйрәнеү – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Беҙ ишәйәбеҙме? Ғаилә мәсьәләләрендә проблемалар бармы? Ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар арта? Тормоштан ҡәнәғәтбеҙме? Ҡайҙа һәм нисек йәшәргә тейешбеҙ?
Социология фәндәре кандидаты, этносоциология, этнодемография һәм йәмғиәттең социаль проблемалары менән әүҙем шөғөлләнгән йәш ғалим Илгиз Зәмфир улы Солтанморатов әйткән һүҙҙәрҙә, моғайын, шул һорауҙарға яуаптар барҙыр.Демографияға йоғонто яһаусы факторҙар арта– Демографик хәл яҡшынан түгел. Быны серҙер, тип тә уйламайым. Бөгөн интернет селтәре аша ла рәсми мәғлүмәттәр менән танышырға була. Мәҫәлән, демоскоп.ру тигән сайт үҙенең мәғлүмәттәрен аҙна һайын яңыртып тора. Ул “Юғары иҡтисад мәктәбе” милли тикшеренеү университетының Демография институты тарафынан әҙерләнә.
Шуны аңларға кәрәк: демография статистика түгел, айырма бар. Әлбиттә, беҙ тикшеренеүҙәрҙә халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә лә таянабыҙ, әммә бер йәниҫәп менән икенсеһе араһында йыш ҡына методология үҙгәрә, шунлыҡтан бары тик ҡоро күрһәткестәргә генә күҙ һалып булмай.
Халыҡтың демографик статистикаһына йоғонто яһаусы факторҙар ҙа күбәйҙе. Нимәһе үкенесле: ғаилә төшөнсәһе төшөп ҡалды. Ул хәҙер йорт хужалығы – домохозяйство – тип билдәләнә. Был – Көнбайыш шауҡымы. Бөгөн ул тарафтарҙа бөтә яҡлап тиерлек ғаилә институтын тарҡатыу процесы бара. Бер енесле “ғаилә”ләр ҙә шул яҡтан сыҡҡан һүҙ. Ниндәй ғаилә булһын инде ул?! Өҫтәүенә гражданлыҡ никахы менән йәшәүселәр арта. Американың бер социологы, әйҙәгеҙ, бергә йәшәүселәрҙе парҙар тип кенә алайыҡ, тип тәҡдим иткән дә шунан ғаилә һүҙе төшөп ҡалған.
Беләһегеҙ, бөгөн паспорттарҙа кешенең милләте яҙылмай. Тыуыу тураһында таныҡлыҡта күрһәтергә мөмкин, уныһы ла бер нисә төбәктә генә. Бына шундай үҙгәрештәр халыҡтың демографик статистикаһына йоғонто яһай.
Йәш йәмғиәт кәрәк– Демографиялағы дөйөм күрһәткестәр бик һәйбәттән түгел. Бер миҫал килтерәм. Үҫешкән илдәрҙә демография күрһәткесен пирамида рәүешенә килтереп ҡарайҙар. Ғәҙәттә, нигеҙҙе йәш быуын тәшкил итә. Улар күп, ныҡ. Унан өҫтәрәк – урта быуын. Улар әҙерәк, әммә шулай уҡ көслө, хеҙмәткә яраҡлы. Иң өҫтә – пирамиданың осонда – оло быуын. Дөрөҫ формалағы пирамида килеп сыға. Ә беҙҙә, киреһенсә, пирамида айҡала-сайҡала торған кеүек – нигеҙҙе тәшкил итә торған йәштәр әҙ, урта быуын күберәк, ҡарттар тағы ла күп. Йәмғиәтте үҫтерер өсөн иһә йәштәрҙең күп булыуы мөһим. Оло быуынға алмашҡа киләсәк бит улар.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең демографик пирамидаһы төбәктәр буйынса төрлөсә. Мәҫәлән, беҙҙең илдә иң йәш йәмғиәт – Чечен Республикаһы. Унда, 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу араһында ике һуғыш булыуға ҡарамаҫтан, 1,5 тапҡырға артҡандар. Тарихтан алып ҡараһаҡ, башҡорттарҙа ла шундай осраҡтар булған. Ихтилалдар күтәрелгән, каратель кампанияһы барышында ҡырылғандар, ил өсөн һуғыштарҙа ҡатнашҡандар, әммә 25 йылдан һуң тағы ла яңы быуын үҫкән, етмәһә, йәнә көрәшкә күтәрелгәндәр.
Йәш йәмғиәт – көслө, әүҙем йәмғиәт ул. Илде аяҡҡа баҫтырайыҡ, донъяуи киңлектәрҙә абруйлы, үҙ урыны булған дәүләт итеп үҫтерәйек, тиһәк, йәш йәмғиәт булдырырға кәрәк.
Әлбиттә, шул уҡ ваҡытта урта быуынға ла иғтибар мөһим. Ә инде берәү әйткән: ололарға һәм ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәт – бөтә йәмғиәт үҫешенең күрһәткесе. Тимәк, һәр кемгә тейешле иғтибар итеү фарыз.
Бөгөнгө экология, стрестар йәмғиәттең йәшәреүенә аяҡ сала. Был – социаль факторҙар.
Пенсия йәшен оҙайтыу тураһында һүҙ күптән ҡуҙғатыла. Әҙ генә ғүмер оҙонлоғо үҫеүе күҙәтелһә, ҡыуанышабыҙ. Рәсәйҙә ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо – 59 йәш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы күберәк. Ә пенсия йәшен оҙайтһаҡ, ирҙәрҙең бөтөнләй пенсия күрмәүе бар.
Демографик һандар һәм күрһәткестәр– Этностың ҡартайыу дәрәжәһен иҫәпләүҙең бер нисә алымы бар. Шунан сығып, ҡартлыҡ күрһәткесен ете стадияға бүләләр. Беҙ, башҡорттар, уның өсөнсө төркөмөндә, ҡартлыҡтың юғары булмаған кимәлендә. Мәҫәлән, тәүгеһе – демографик йәшлек. Был төркөмдә чечендар, азербайжандар, ингуштар һ.б. Икенсеһе – ҡартлыҡ башы (аварҙар, алтайҙар, ҡаҙаҡтар, лезгиндар). Был хаҡта ентекләберәк минең 2009 йылда баҫылған “Этностың социаль-демографик үҫеше” монографияһында яҙылды.
Беҙҙең халыҡтың уртаса йәше (медиаль йәш) әлегә шундай: ир-аттың – 35, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 36-37 тирәһе. Ҡарт түгелбеҙ, әммә уйланырға ваҡыт. Рәсәй буйынса медиаль йәш 50-гә яҡынайып килә. Шул уҡ чечендарҙы алһаҡ, медиаль йәше 23-24-кә тиң.
Бер һан мине уйға һалды: 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, Рәсәй буйынса ҡатнаш никахтар 18 процент ине. Башҡорттарҙа – 22 процент. Һуңғы йәниҫәптә 30 процент ғаиләләр ҡатнаш. Бер билдәле этнолог күп йылдар элек үк әйткән: әгәр ул һан 10 проценттан артһа, тимәк, милләт юғалыуға табан бара…
Демография финансҡа бәйле түгел– Шундай фекер ҙә йөрөй, йәнәһе лә, аҡса булһа, демография яҡшырыр. Демография бөтөнләй финансҡа бәйле түгел. Әсәлек капиталын ғына алып ҡарайыҡ. Эйе, тәжрибә бар. Тәжрибә уңышлы. Әммә демограф булараҡ әйтәм, ул демографияны яҡшы яҡҡа үҙгәрткән, ыңғай яҡҡа борған нәмә булманы һәм булмаясаҡ та.
Кем капиталды ҡулланды? Быға тиклем беренсе балаһы булған, икенсеһен табыуҙы әҙ генә кисектереп торған ғаиләләр. Бала таба торған иң уңайлы йәштәге, 1982 – 1987 йылдарҙа, йәғни совет осорондағы иң аҙаҡҡы күп тыуған балалар быуыны инде. Йәштәр күп, шуға балалар ҙа артты.
Әле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында бала иҫәбе 2,3-кә тигеҙ. Һан яғынан артыр өсөн 3-3,1 булырға тейеш. Мәҫәлән, Башҡортостан мариҙарында был күрһәткес өскә яҡын. Ғөмүмән, беҙҙәге мариҙар үҙ ғөрөф-ғәҙәтен яҡшы һаҡлай.
Тағы бер миҫал килтерәм. Республикала 1998 йылдан алып “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. 2007 йылға тиклемге мәғлүмәттәрҙе анализлағандан һуң, шундай һығымта яһаным: бүләкләнеүселәр араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күберәк.
Илдең бөтә бәләһе…– Суицид күрһәткестәре – беҙҙең йәмғиәтте һағайтырлыҡ күренеш. Ни өсөн кеше үҙ-үҙенә ҡул һала? Суицид ҡылыусыларҙың хәленә ҡарап, йәшәү рәүешен тикшерһәк, һығымталар яһарға була. Тимәк, кеше был донъяһы менән риза булмаған. Бында социаль-иҡтисади хәл дә мөһим.
Беҙҙең халыҡ әлегә үҙ-үҙенә урын таба алмай. Аллаһы Тәғәләнән бирелгән, тарихтан күренгән урынын. Йәштәр, үҫмерҙәр шуны һиҙҙе, минеңсә. Быны “ҡан саҡырыуы” тиергә була.
Был турала ни өсөндөр әйтмәйҙәр. Тарихтан ҡараһаҡ, беҙҙең халыҡтың этнопсихологияһы, аңы бик үҙенсәлекле. Ер менән күберәк бәйле. Ә ни өсөн Әбйәлилдә суицид көслө? 20 йыл буйына был яҡтарҙа ер мәсьәләһе төп урында торҙо. Йә тартып алдылар, йә һаттылар. Халыҡ ни ағас ҡырҡа алмай, ни файҙаланмай. Бөрйәндә лә шул хәл.
“Социологик кейс” тигән төшөнсә бар. Аныҡ бер осраҡты өйрәнеү. Шуны ошо миҫал буйынса өйрәнһәк, аңлашыла төшә.
Илдең бөтә бәләһе ир башы аша үтә. Бигерәк тә башҡорт халҡында. Беҙ – дәүләт халҡы, дәүләт мәнфәғәттәрен уйлап йәшәгән милләт. Элек хатта ата-бабалар үҙенең ихтилалдарын туҡтатып, ил өсөн яуға киткән. Сәбәптәрҙе төптән уйларға кәрәк. Әле көрсөк бөтмәй. Тимәк, ныҡ булырға кәрәк.
Бер ваҡыт телевидениела тура эфирҙа ултырабыҙ, бер әбей шылтырата. Бына, ти, пенсиям ете мең, утҡа-газға түләйем, балаларға ла күстәнәскә етә, Аллаға шөкөр, рәхмәт, ти. Кеше ҡәнәғәт.
Ә бит күп кеше “ҡәнәғәт” тигән һүҙҙе онотҡан. Онотторғандар. Беҙгә иҫкә төшөрөргә кәрәк: кем беҙ, халыҡ нисек йәшәгән, ниндәй шарттарҙа көн иткән? Беҙгә иң беренсе тарих кәрәк. Тарихыбыҙ – йөрәктәге ҡуҙҙы тоҡандырыр осҡон ул.
Ауыл менән бәйләнеште өҙмәйек– Эйе, ауылдан йәштәр китә, әммә тиҙҙән улар ҡайтасаҡ. Йәштәр ауылда ла бына тигән итеп йәшәп буласағын аңлаясаҡ. Мин быға ышанам. Ерҙән айырылырға ярамай. Ҡалала ла урын тапһындар, әммә ауылда, һис юғында, ере булһын. Бәйләнеште өҙөргә ярамай.
Беҙҙең халыҡ күберәк гуманитар өлкәне һайлай, кеше менән эшләй торған һөнәрҙәрҙе үҙ итә. Уҡытыусылар, табиптар… Беҙҙең арала банкир, эшҡыуарҙарҙың әҙлегенә аптырарға түгел.
Бөгөн йәштәр өсөн бик күп форумдар үтә. Бөтәһендә лә уңышлы булырға өйрәтәләр. Иң беренсе кеше булырға өйрәтергә кәрәк, минеңсә. Әлеге популяр булған уңышлы булыу серҙәрен ата-әсәләрегеҙгә, олатайҙарға һөйләп ҡарағыҙ әле. Улар шул принциптар менән йәшәгәнме икән? Беҙгә теләһә ниндәй сит ил “эксперттары”ның хеҙмәттәренә ышанып, әллә ҡайҙа ынтылғансы, ата-бабалар мираҫына, әхлаҡи, әҙәп ҡағиҙәләренә таянырға кәрәктер.
Ғаилә ҡороу, уны ныҡлы итеү – бурыс– Ни өсөн беҙҙең алға яңғыҙлыҡ проблемаһы килеп баҫты? Ҡалала ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ, ауылда – ир-ат. Мосолмандарға өс нәмәлә ашығырға кәрәк: йәше еткән егеттәрҙе өйләндереүҙә, йәше еткән ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреүҙә һәм кеше үлгәс, ерләүҙә. Төптән уйлап ҡарағанда, бәлиғ булған балаларын ғаиләле итеүгә атай-әсәй йоғонто яһарға тейеш.
Ғаилә өс төрлө мөнәсәбәттә ҡорола: туғанлыҡ, ата-әсәлек, ҡатынлыҡ-ирлек. Классик кимәлдә быуаттар буйына ғаилә өс быуынлы булғанда үҫеште – олатай-өләсәй, атай-әсәй, бала. Хәҙер ошоно иҫкә төшөрөргә кәрәк.
Барыһы ла беҙҙең ҡулда– Башҡорт халҡын республика хәстәрләргә тейеш. Ни өсөн? Беренсенән, ошонда йәшәйбеҙ. Икенсенән, иң мохтажы, өсөнсөнән, иҡтисади яҡтан иң түбәне. Һәм дүртенсеһе, республика һәм Рәсәй үҫешенең мөһим бер өлөшө лә була алабыҙ.
Бөтә нәмә кешенең үҙенә бәйле. Иң мөһиме – өмөттө юғалтырға ярамай. Халыҡтың, милләттең түл йәйеп йәшәү өлгөһөнә ҡайтырға кәрәк. Беҙҙең ҡанда бит ул.
2009 йылда беҙҙең өсөнсө бала тыуҙы. Ул саҡта өс балалылар әҙ ине. Хәҙер ҡарайым – өс бала үҫтереүселәр күп, дүртәүлеләр ҙә күренә. Нимә был? Ахыры, уянып киләбеҙ. Иң мөһиме – балалар, туғандар икәнен аңлайбыҙ, асылыбыҙға ҡайтып барабыҙ.
Әйткәндәй...– Билдәле ғалим-этнолог Раил Кузеевтың “Йәшлек” гәзитенә 1999 йылда биргән интервьюһындағы фекерен һәр саҡ иҫтә тотам. “Минеңсә, Башҡортостанда башҡорттар, заманса сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә, 22 процент түгел, ә кәмендә 35-40 процент булырға тейеш”, – тигән ул. Ғалим һүҙҙәренсә, тимәк, ул ваҡытта уҡ беҙ шунса күләмдә булғанбыҙ. Хәҙер артып китергә бөтә шарттар бар. Рәсми статистикаға ғына ҡарамайыҡ, ә башҡа мәғлүмәттәргә лә күҙ һалайыҡ, мәҫәлән, тарихи документтар, архив мәғлүмәттәре. Ҡасандыр юғалтылған һанды кире ҡайтарыу ҙа халҡыбыҙ демографияһына өлөш индерәсәк.