Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тимер ат”һыҙ донъя һанһыҙ
“Тимер ат”һыҙ донъя һанһыҙ Юлда машина йөрөткән гүзәл заттың көндән-көн күбәйеүенә хәҙер күнегеп тә киттек. Һәр өсөнсө “тимер ат”ты ҡатын-ҡыҙ йүгәнләгән заманда йәшәйбеҙ. Күптәр рулгә ҡыйыу, үткер, заман менән йәнәш атлаған һылыуҙар ултыра тиһә, тәрән яңылыша. Һәр гүзәл заттың машина йөрөтөүенең үҙ сере бар: кемдер “мода”нан ҡалышмаҫҡа ынтылһа, икенселәре балаларын мәктәпкә илтергә, үҙенә эшкә барырға кәрәк булғанға таныҡлыҡ алырға мәжбүр.
Ә бына минең геройыма “ҡорос ат”ты бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында йүгәнләргә тура килә. Аҡъяр ауылы һылыуы Гүзәл Алла­ғолова тәүге дәрес­тәрҙе ата­һынан ала. Техникаға тартылған ҡыҙын күреп, атаһы уға бәлә­кәйҙән рулде тотоп ҡарарға рөхсәт итә, эргәһенә ултырған сағында юл ҡағиҙәләре менән таныштыра, тәүге һабаҡтар би­рә. Шуға күрә Гүзәл Вәкил ҡыҙы бала саҡтан машина йөрөтөргә хыяллана, һәм ваҡыты еткәс, теләге тормошҡа аша.
— Ысынлап та, тәүге тапҡыр рулде атайымдың алдына ултыр­ған көйө тоттом, артабан ул — эргәлә, ә мин машина йөрөттөм. Йәшем еткәс, водитель таныҡ­лығын алдым. Тәүге тапҡыр 15-се моделле “ВАЗ” автомо­билендә йөрөнөм, артабан сит илдекеләргә ултырҙым. “Тимер ат”ты йөрөтөү башта ғына ауыр тойола, ҡурҡыу тойғоһо була, артабан өйрәнеп китәһең, күңелдә ниндәйҙер кинәнес, рәхәтлек, ләззәт тойғоһо ҡала. Әле машинаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, — ти ун биш йыл стажы бул­ған автоледи.
Ысынлап та, машина бөгөн Гүзәл Вәкил ҡыҙының иң тоғро дуҫына әйләнгән. Кәрәк еренә “һә” тигәнсә елдереп кенә килеп етә ул. Күрше Степной ауылына барып башланғыс кластарҙа белем бирә, артабан Аҡъярҙағы магазиндарына йөрөп, ундағы хәлдәр менән таныша, кәрәк әйберҙәрен илтә. Тормош иптәше Дамир Азат улы менән алмаш-тилмәш Екатеринбург, Орск, Магнитогорск, Өфө ҡалаларына “ГАЗель” авто­машинаһында тауарға йөрөй. Нисәмә йөҙ саҡрым юл үтеп, бер үҙе рулдә ҡайтҡан осраҡтары ла йыш була. Тимерҙе яратырға ярамай, тиһәләр ҙә, Гүзәл Аллағолова үҙенең автомобилен тоғро дуҫтай ҡәҙерләй, уны һөйөп алырға ла онотмай: “Аҡҡошом, мине иҫән-һау ғына алып барып еткер инде”, — тип оҙон юлға сығыр алдынан өндәшә.
Киләсәктә лә юлында йәшел төҫтәр янһын, иң мөһиме, тоғро дуҫы һәр саҡ ышаныслы булһын!


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә