Юлда машина йөрөткән гүзәл заттың көндән-көн күбәйеүенә хәҙер күнегеп тә киттек. Һәр өсөнсө “тимер ат”ты ҡатын-ҡыҙ йүгәнләгән заманда йәшәйбеҙ. Күптәр рулгә ҡыйыу, үткер, заман менән йәнәш атлаған һылыуҙар ултыра тиһә, тәрән яңылыша. Һәр гүзәл заттың машина йөрөтөүенең үҙ сере бар: кемдер “мода”нан ҡалышмаҫҡа ынтылһа, икенселәре балаларын мәктәпкә илтергә, үҙенә эшкә барырға кәрәк булғанға таныҡлыҡ алырға мәжбүр.Ә бына минең геройыма “ҡорос ат”ты бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында йүгәнләргә тура килә. Аҡъяр ауылы һылыуы Гүзәл Аллағолова тәүге дәрестәрҙе атаһынан ала. Техникаға тартылған ҡыҙын күреп, атаһы уға бәләкәйҙән рулде тотоп ҡарарға рөхсәт итә, эргәһенә ултырған сағында юл ҡағиҙәләре менән таныштыра, тәүге һабаҡтар бирә. Шуға күрә Гүзәл Вәкил ҡыҙы бала саҡтан машина йөрөтөргә хыяллана, һәм ваҡыты еткәс, теләге тормошҡа аша.
— Ысынлап та, тәүге тапҡыр рулде атайымдың алдына ултырған көйө тоттом, артабан ул — эргәлә, ә мин машина йөрөттөм. Йәшем еткәс, водитель таныҡлығын алдым. Тәүге тапҡыр 15-се моделле “ВАЗ” автомобилендә йөрөнөм, артабан сит илдекеләргә ултырҙым. “Тимер ат”ты йөрөтөү башта ғына ауыр тойола, ҡурҡыу тойғоһо була, артабан өйрәнеп китәһең, күңелдә ниндәйҙер кинәнес, рәхәтлек, ләззәт тойғоһо ҡала. Әле машинаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, — ти ун биш йыл стажы булған автоледи.
Ысынлап та, машина бөгөн Гүзәл Вәкил ҡыҙының иң тоғро дуҫына әйләнгән. Кәрәк еренә “һә” тигәнсә елдереп кенә килеп етә ул. Күрше Степной ауылына барып башланғыс кластарҙа белем бирә, артабан Аҡъярҙағы магазиндарына йөрөп, ундағы хәлдәр менән таныша, кәрәк әйберҙәрен илтә. Тормош иптәше Дамир Азат улы менән алмаш-тилмәш Екатеринбург, Орск, Магнитогорск, Өфө ҡалаларына “ГАЗель” автомашинаһында тауарға йөрөй. Нисәмә йөҙ саҡрым юл үтеп, бер үҙе рулдә ҡайтҡан осраҡтары ла йыш була. Тимерҙе яратырға ярамай, тиһәләр ҙә, Гүзәл Аллағолова үҙенең автомобилен тоғро дуҫтай ҡәҙерләй, уны һөйөп алырға ла онотмай: “Аҡҡошом, мине иҫән-һау ғына алып барып еткер инде”, — тип оҙон юлға сығыр алдынан өндәшә.
Киләсәктә лә юлында йәшел төҫтәр янһын, иң мөһиме, тоғро дуҫы һәр саҡ ышаныслы булһын!