Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр уҡытыусыға, тәрбиәсегә кәрәк
“Башҡортостан” гәзите – республикабыҙҙың иң оло тарихлы баҫмаһы. Ул үҙенә йөкмәтелгән бурысын һәр ваҡыт намыҫ менән үтәне һәм әле лә халҡы менән бергә йәшәй.
Мин үҙем был баҫманы алтмыш йыл уҡып киләм. Тәүҙә әсәйем алдырһа, һуңынан үҙем яҙылдым. Әле мәҡәләләр ебәреп, баҫтырып торам.
“Башҡортостан”да халыҡты борсоған һорауҙар, тарих, илдә, республикала булған яңылыҡтар менән танышам. “Башҡортостан”ым аша мин республикала ҡайҙа ниндәй ҡаҙаныштарға өлгә­шеү, уңған ғаиләләр, ойошмалар тура­һында беләм. Улар хаҡында ауылдаш­тарға ла һөйләйем.
Күптән түгел Инйәр элемтә бүлек­сәһендә булғанда “Башҡортостан”ды алдырыусылар менән ҡыҙыҡһындым. Етәкселәрҙән ауыл Советы рәйесе Ғайса Мөфтәхетдинов ҡына алдыра. Шулай уҡ Инйәр ауылы Советына ҡараған китап­ханаларға гәзит кил­терелмәй, сөнки улар яҙылмай. Ауыл Советындағы халыҡтың 50 проценттан күбеһе – башҡорттар. Халыҡтың тиҫтәгә яҡыны йома сыға­рылышын ғына алдыра.
Тағы ла Йөйәк элемтә бүлексәһе менән дә ҡыҙыҡһындым. Унда ла эш яҡшынан түгел. Унлап кеше, күберәк Ғәбдүк ауылы халҡы, “Йома”ға яҙылған. Беҙҙең Инйәр зонаһында: Ғәбдүк, Йөйәк, Бе­реш­тамаҡ, Береш, Асы, Исҡушты, Мул­даҡай, Манышты, Сәфәрғол, Яңы Хәсән, Көмбә, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Ноҡат, Арышпар, Айыс, Ҡолмас ауылдарында бер-ике башҡа милләт кешеләре йәшәһә, Инйәр ҡасабаһында ғына 50 процентлап башҡа милләт кешеһе ғүмер итә. Ошо тиклем халыҡ йәшәгән төбәктә лә “Башҡортостан” гәзитен бик әҙ алдыралар.
Алда яҙғанымса, уны китапхана­ларҙа ла шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Сәбәбе – аҡсаны әҙ бирәләр. “Башҡорт­остан”ға яҙылһаҡ, башҡа баҫмаларға аҡса ҡалмай, тиҙәр китапханала. Мәктәп китапханаларында “Йәншишмә” гәзите, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары юҡ. Беҙҙең зонала ғына ун урта, ун башҡорт теле һәм әҙәбиәте, шул тиклем үк тарих уҡытыусылары эшләй. Уларҙың бөтәһе лә яҙылһа – утыҙ дана, класс етәкселәре берәрҙе алдырғанда йөҙгә етер ине. “Башҡортостан” гәзите бит һәр уҡы­тыу­сыға, тәрбиәсегә кәрәк. Мин үҙем мәк­тәптә эшләгән осорҙа башҡортса һәр баҫма ярҙамсы булды. Донъя хәлдәре, өлгәшкән уңыштар, артта ҡалыусылар, алда барыусылар, спорт тормошо, гәзит-журналдарға яҙылыу һәм башҡа күп материалдарҙы уҡыусыларға еткерергә була.
Һикһәнде үткән бабай булһам да, республикабыҙҙа сығарылған бөтә баш­ҡортса баҫмаларҙы алдырҙым һәм әле лә алдырам. Уларҙы уҡып рәхәтләнәм.


Автор: Нурулла МИҺРАНОВ. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә