Һәр уҡытыусыға, тәрбиәсегә кәрәк31.01.2017
“Башҡортостан” гәзите – республикабыҙҙың иң оло тарихлы баҫмаһы. Ул үҙенә йөкмәтелгән бурысын һәр ваҡыт намыҫ менән үтәне һәм әле лә халҡы менән бергә йәшәй.
Мин үҙем был баҫманы алтмыш йыл уҡып киләм. Тәүҙә әсәйем алдырһа, һуңынан үҙем яҙылдым. Әле мәҡәләләр ебәреп, баҫтырып торам.
“Башҡортостан”да халыҡты борсоған һорауҙар, тарих, илдә, республикала булған яңылыҡтар менән танышам. “Башҡортостан”ым аша мин республикала ҡайҙа ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшеү, уңған ғаиләләр, ойошмалар тураһында беләм. Улар хаҡында ауылдаштарға ла һөйләйем.
Күптән түгел Инйәр элемтә бүлексәһендә булғанда “Башҡортостан”ды алдырыусылар менән ҡыҙыҡһындым. Етәкселәрҙән ауыл Советы рәйесе Ғайса Мөфтәхетдинов ҡына алдыра. Шулай уҡ Инйәр ауылы Советына ҡараған китапханаларға гәзит килтерелмәй, сөнки улар яҙылмай. Ауыл Советындағы халыҡтың 50 проценттан күбеһе – башҡорттар. Халыҡтың тиҫтәгә яҡыны йома сығарылышын ғына алдыра.
Тағы ла Йөйәк элемтә бүлексәһе менән дә ҡыҙыҡһындым. Унда ла эш яҡшынан түгел. Унлап кеше, күберәк Ғәбдүк ауылы халҡы, “Йома”ға яҙылған. Беҙҙең Инйәр зонаһында: Ғәбдүк, Йөйәк, Берештамаҡ, Береш, Асы, Исҡушты, Мулдаҡай, Манышты, Сәфәрғол, Яңы Хәсән, Көмбә, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Ноҡат, Арышпар, Айыс, Ҡолмас ауылдарында бер-ике башҡа милләт кешеләре йәшәһә, Инйәр ҡасабаһында ғына 50 процентлап башҡа милләт кешеһе ғүмер итә. Ошо тиклем халыҡ йәшәгән төбәктә лә “Башҡортостан” гәзитен бик әҙ алдыралар.
Алда яҙғанымса, уны китапханаларҙа ла шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Сәбәбе – аҡсаны әҙ бирәләр. “Башҡортостан”ға яҙылһаҡ, башҡа баҫмаларға аҡса ҡалмай, тиҙәр китапханала. Мәктәп китапханаларында “Йәншишмә” гәзите, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары юҡ. Беҙҙең зонала ғына ун урта, ун башҡорт теле һәм әҙәбиәте, шул тиклем үк тарих уҡытыусылары эшләй. Уларҙың бөтәһе лә яҙылһа – утыҙ дана, класс етәкселәре берәрҙе алдырғанда йөҙгә етер ине. “Башҡортостан” гәзите бит һәр уҡытыусыға, тәрбиәсегә кәрәк. Мин үҙем мәктәптә эшләгән осорҙа башҡортса һәр баҫма ярҙамсы булды. Донъя хәлдәре, өлгәшкән уңыштар, артта ҡалыусылар, алда барыусылар, спорт тормошо, гәзит-журналдарға яҙылыу һәм башҡа күп материалдарҙы уҡыусыларға еткерергә була.
Һикһәнде үткән бабай булһам да, республикабыҙҙа сығарылған бөтә башҡортса баҫмаларҙы алдырҙым һәм әле лә алдырам. Уларҙы уҡып рәхәтләнәм.