Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәйнәм менән мең дә бер кис...
“Һеҙҙең өсөн нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете? Һеҙҙең дәүерҙең замана ҡатын-ҡыҙы ниндәй ул? Һеҙҙең өсөн кем ул – ир кеше?” — тип мөрәжәғәт иттем Хәйбулла районының Петропавловка ауылында йәшәгән 101 йәшлек оло ҡәйнәм Хәйерниса Ғөбәйҙулла ҡыҙы Такаеваға. Эйе-эйе, 101 йәшлек. Илебеҙҙең бер быуатлыҡ шанлы һәм данлы тарихының йәнле шаһиты ул. Тимәк, уның тормош тәжрибәһе лә беҙҙекенә ҡарағанда 101 тапҡырға күберәк һәм 101 тапҡырға ҡиммәтерәк. Оло ҡәйнәм менән булған һәр осрашыу фәһемле, бай тәьҫораттарға бәйле һөйләшеүҙәр менән үтә. Ошо уҡ һорауҙы 65 йәшлек ҡәйнәмә, Фәүзиә Ирғәле ҡыҙы Такаеваға ла, бирҙем. Уларға үҙемдең яуаптарымды ла өҫтәйәсәкмен. Өс быуын, өс заманда тыуып, өс мөхиттә тәрбиәләнгән өс ҡатын-ҡыҙҙың яуаптарын сағыштырып ҡарай алаһығыҙ. Уларға, бәлки, үҙегеҙҙең дә фекерҙе ҡушырһығыҙ.
“Һеҙҙең өсөн нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете?” тигән һорауыма 100 йәшлек ҡәйнәм нимә тип яуап бирҙе, тип уйлайһығыҙ? Яуап бирергә ашыҡ­маны ул. Бер аҙ уйланыбыраҡ ултырҙы. Шунан һуң күҙҙәрен аҫҡа йәшереп: “Нимә тип әйтергә лә белмәйем инде. Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ике-өс йәшемдә үк атай-әсәйҙән ҡалғас, уларҙың һөйөүен дә татый алманым. Был үҙе үк ҡыҙ бала бәхетенең бер мөйөшө китек икәнлеген аңлата. Беҙҙе, бер туған биш баланы, ҡәртәсәйем ҡарап үҫтерҙе. Йөҙ йәшемдә ниндәй генә һуғыш күрмәнем. Һәр быуыным һайын һуғыш булды. Октябрь революцияһынан алып бөгөнгә ҡәҙәр төрлө боролоштар хәтеремдә яҡшы һаҡланған. Уларҙың һәр береһе тормошомда ҡырҡа үҙгәреш яһаны. Ҡыҙ баланың яҙмышы тәүҙә атай-әсәйгә, аҙаҡ кейәүгә бәйле, ләкин атай-әсәйҙән генә түгел, ир бәхетен дә Хоҙай миңә ҡыҫҡа ғына бирҙе. 20 йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем менән биш кенә йыл йәшәп өлгөрҙөм. Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә үк ҡулына ҡорал алды. Унан бер генә хат килде, аҙаҡ “хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ” алдым. Береһенән-береһе өс бәләкәй балам менән яңғыҙ ултырып ҡалдым. Икенсегә кейәүгә сыҡтым, тағы ла ике балам тыуҙы. Ләкин был ирем менән дә оҙаҡ йәшәргә насип итмәне, вафат булды. Шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙың бәхете эргәңдә иреңдең, бала­ларыңдың булыуында, уларҙың һөйөүен татып йәшәүҙәлер инде”.
“Беҙҙең дәүерҙә ир ғаиләлә ысын мәғәнәһендә ғаилә башлығы ине. Һуңғы һүҙҙе лә ул әйтер ине. Ҡаршы әйтеш булманы. Ирең уянмаҫ борон тораһың, ул йоҡларға ятҡас ҡына ятаһың. Тасҡа һыу ҡойоп, аяҡтарын йыуыу ҙа ҡатындың бурысы булып һаналды. Балаларымда атай кешегә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам тәр­биәләргә тырыштым. Нимә генә булһа ла, атайҙары менән кәңәш­ләштеләр. Ә инде атай кеше үҙе лә ғаиләһенә ныҡлы терәк булырға ынтылды. Тырыш хеҙмәте менән балаларына өлгө күрһәтергә тырышты. Ғаиләһен бер нәмәгә лә мохтаж итмәне. Бөтә булған проблемаларҙы хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алыр ине”.
“Ниндәй генә заманда йәшәһә лә, ҡатын-ҡыҙ ул ҡатын-ҡыҙ булып ҡа­лырға тейеш инде. Заманаһына ҡарап, ҡатындарҙың да донъялағы урыны үҙгәрҙе. Тәүҙәрәк беҙ баш­көллө ғаиләгә арналған кеше бул­дыҡ: аш-һыу бешереү, өйҙө тәртиптә тотоу, балаларҙы тәрбиәләү... Һуңға табан беҙҙең яҙмыштар ҙа үҙгәрә барҙы: белем алырға ынтылдыҡ. Был теләгем ни тиклем көслө булмаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡый алманым, етемлек үҙенекен итте. Темәстә балалар йортонда бер аҙ уҡып өлгөрҙөм, ләкин уны Ейәнсура районына күсереү сәбәпле, кире ауылға ҡайтырға тура килде. Колхозлаштырыу осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла дөйөм эшкә йәлеп иттеләр. Кеше араһына сығып, башҡалар менән аралашып йәшәй башланыҡ. Шуның менән донъяға булған ҡараштар ҙа үҙгәрҙе. Ниндәй генә эштә эшләмәнем: малсылыҡта ла, баҫыусылыҡта ла. Үгеҙҙе лә, атты ла егеп йөрөй торғайныҡ. Ҡара эштә һаулыҡ бысранмай, бысраҡ эштә һаулыҡ ҡараймай, тигәндәй, балаларҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫ­тырырға тырыштыҡ. Тиңдәш­тәрем араһында сабып барған атты ла тоторлоҡ, дөрләп янған утҡа ла инерлек сая ҡатын-ҡыҙҙар булды. Бөгөн мин кинйә улым Шәфҡәт һәм Венера киленем менән Хәйбулла районының Петропавловка ауылында йәшәйем. Аллаға шөкөр, матур ҡартлыҡта ғүмер итәм”.
Үҙемдең ҡәйнәм Фәүзиә Ирғәле ҡыҙы Такаеваның яуаптары:
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете ул – ғаиләң, балаларың менән бергә, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүҙә. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете күп осраҡта иренә бәйле. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым. Ул үҙемә ышаныслы ир, балаларға терәк һәм таяныс. Ғаиләбеҙҙе бер ваҡытта ла бер нәмәгә лә мохтаж итмәне. Рәфҡәт Фәйзрахман улы менән 40 йылдан ашыу ғүмер итәбеҙ. Бер ауыҙ ауыр һүҙ әйткәне булманы, башҡаларҙан да йәберләтмәне. Беҙҙе һәр ваҡыт тормоштоң ел-ямғырынан һаҡлап, ҡурсалап йөрөй. Тормош иптә­шемдең балалар алдында ла абруйы ҙур. Һуңғы һүҙҙе лә ул әйтә. Иремә 75 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, әле лә ҡайһы бер егеттәреңә ал­маштырғыһыҙ, уңған, тырыш. 12 йә­шендә генә колхозда эшләй башлай. Ғүмер буйы малсылыҡта булды, 45 йылдан ашыу хеҙмәт стажы туп­лап хаҡлы ялға сыҡты, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булды. Ул – ғаиләбеҙ­ҙең ныҡлы ҡалҡаны, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.
Замана ҡатын-ҡыҙы иһә заманына ҡарап яраҡлаша, йәшәй белергә тейеш. Эшендә лә, ғаиләһендә лә өлгөр булған кеше ул, әммә һәр ваҡыт ҡатын, әсәй булып ҡала белергә тейеш”.
Ә хәҙер иһә минең яуаптарым: ҡатын-ҡыҙ бәхете ул – эргәңдә терәгең булған ирең, күңел йыуанысы тапҡан балаларың, ғаилә усағын тоҡандырған өйөң, килем килтергән эшең, күңел йыуанысы биргән атай-әсәйең, туғандарың, ышаныслы дуҫтарың булыуҙа. Аллаға шөкөр, ҡәртәсәй тәрбиәһе лә алып үҫтек. Шуның менән дә бәхетлемен, тип әйтә алам.
Минең өсөн ир — ул ғаиләңде һаҡлап, ҡурсалап, яҡлап тороусы, үҙеңә ныҡлы терәк, балаларыңа ышаныслы кеше. Был тәңгәлдә йәмәғәтем ҡайнымдың һыҙаттарын үҙенә алған. Ирем — ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге.
Ирҙе ир иткән дә – ҡатын, хур иткән дә – ҡатын, тиҙәр. Ләкин уны дауам итеп, ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир, тип әйтер инем. Йәғни ир менән ҡатын донъя йөгөн бергә тартҡанда, бер-береһен аңлашып йәшәгәндә генә, тормош ауырлыҡтарына би­решмәҫкә, һынмаҫҡа мөмкин. Нисек кенә әйтһәләр ҙә, ир — ғаилә башлығы. Ул бәхәс тыуҙырмай. Бөгөн күптәр ситтә эшләй. Был ғаиләләрҙең әсәләре, балалары ҡыҙғаныс. Ғүмерҙәренең бер өлөшө үҙҙәренең иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләренән ситтә уҙа. Күптәр әйтер, мәңгелеккә түгел, аҡса эшләр өсөн киткән тип. Бәхәсләшмәйем. Ләкин минең өсөн ғаилә — атай, әсәй, балалар. Һәм улар бер бөтөн.
Замана ҡатын-ҡыҙына килгәндә, ҡәйнәмдәрҙең әйткәндәре менән килешәм. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, 100 йыл элек ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй һыҙат хас булһа, бөгөн дә шулай. Бурыстар ғына, бәлки, артҡандыр. Бөгөн замандаш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күптәре янып ятҡан утҡа ла инерлек, сабып барған атты ла эйәрләп менерлек көскә эйә. Эйе, гүзәл заттарыбыҙ ара­һында “ҡорос атты” ла үҙенә буйһондорғандар байтаҡ, ләкин беҙ һәр хәлдә лә ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белергә тейешбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 145

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 494

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 234

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 938

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 708

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 382

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 703

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 460

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 362

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541