Ҡәйнәм менән мең дә бер кис...31.01.2017
“Һеҙҙең өсөн нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете? Һеҙҙең дәүерҙең замана ҡатын-ҡыҙы ниндәй ул? Һеҙҙең өсөн кем ул – ир кеше?” — тип мөрәжәғәт иттем Хәйбулла районының Петропавловка ауылында йәшәгән 101 йәшлек оло ҡәйнәм Хәйерниса Ғөбәйҙулла ҡыҙы Такаеваға. Эйе-эйе, 101 йәшлек. Илебеҙҙең бер быуатлыҡ шанлы һәм данлы тарихының йәнле шаһиты ул. Тимәк, уның тормош тәжрибәһе лә беҙҙекенә ҡарағанда 101 тапҡырға күберәк һәм 101 тапҡырға ҡиммәтерәк. Оло ҡәйнәм менән булған һәр осрашыу фәһемле, бай тәьҫораттарға бәйле һөйләшеүҙәр менән үтә. Ошо уҡ һорауҙы 65 йәшлек ҡәйнәмә, Фәүзиә Ирғәле ҡыҙы Такаеваға ла, бирҙем. Уларға үҙемдең яуаптарымды ла өҫтәйәсәкмен. Өс быуын, өс заманда тыуып, өс мөхиттә тәрбиәләнгән өс ҡатын-ҡыҙҙың яуаптарын сағыштырып ҡарай алаһығыҙ. Уларға, бәлки, үҙегеҙҙең дә фекерҙе ҡушырһығыҙ.
“Һеҙҙең өсөн нимә ул ҡатын-ҡыҙ бәхете?” тигән һорауыма 100 йәшлек ҡәйнәм нимә тип яуап бирҙе, тип уйлайһығыҙ? Яуап бирергә ашыҡманы ул. Бер аҙ уйланыбыраҡ ултырҙы. Шунан һуң күҙҙәрен аҫҡа йәшереп: “Нимә тип әйтергә лә белмәйем инде. Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ике-өс йәшемдә үк атай-әсәйҙән ҡалғас, уларҙың һөйөүен дә татый алманым. Был үҙе үк ҡыҙ бала бәхетенең бер мөйөшө китек икәнлеген аңлата. Беҙҙе, бер туған биш баланы, ҡәртәсәйем ҡарап үҫтерҙе. Йөҙ йәшемдә ниндәй генә һуғыш күрмәнем. Һәр быуыным һайын һуғыш булды. Октябрь революцияһынан алып бөгөнгә ҡәҙәр төрлө боролоштар хәтеремдә яҡшы һаҡланған. Уларҙың һәр береһе тормошомда ҡырҡа үҙгәреш яһаны. Ҡыҙ баланың яҙмышы тәүҙә атай-әсәйгә, аҙаҡ кейәүгә бәйле, ләкин атай-әсәйҙән генә түгел, ир бәхетен дә Хоҙай миңә ҡыҫҡа ғына бирҙе. 20 йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем менән биш кенә йыл йәшәп өлгөрҙөм. Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә үк ҡулына ҡорал алды. Унан бер генә хат килде, аҙаҡ “хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ” алдым. Береһенән-береһе өс бәләкәй балам менән яңғыҙ ултырып ҡалдым. Икенсегә кейәүгә сыҡтым, тағы ла ике балам тыуҙы. Ләкин был ирем менән дә оҙаҡ йәшәргә насип итмәне, вафат булды. Шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙың бәхете эргәңдә иреңдең, балаларыңдың булыуында, уларҙың һөйөүен татып йәшәүҙәлер инде”.
“Беҙҙең дәүерҙә ир ғаиләлә ысын мәғәнәһендә ғаилә башлығы ине. Һуңғы һүҙҙе лә ул әйтер ине. Ҡаршы әйтеш булманы. Ирең уянмаҫ борон тораһың, ул йоҡларға ятҡас ҡына ятаһың. Тасҡа һыу ҡойоп, аяҡтарын йыуыу ҙа ҡатындың бурысы булып һаналды. Балаларымда атай кешегә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам тәрбиәләргә тырыштым. Нимә генә булһа ла, атайҙары менән кәңәшләштеләр. Ә инде атай кеше үҙе лә ғаиләһенә ныҡлы терәк булырға ынтылды. Тырыш хеҙмәте менән балаларына өлгө күрһәтергә тырышты. Ғаиләһен бер нәмәгә лә мохтаж итмәне. Бөтә булған проблемаларҙы хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алыр ине”.
“Ниндәй генә заманда йәшәһә лә, ҡатын-ҡыҙ ул ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға тейеш инде. Заманаһына ҡарап, ҡатындарҙың да донъялағы урыны үҙгәрҙе. Тәүҙәрәк беҙ башкөллө ғаиләгә арналған кеше булдыҡ: аш-һыу бешереү, өйҙө тәртиптә тотоу, балаларҙы тәрбиәләү... Һуңға табан беҙҙең яҙмыштар ҙа үҙгәрә барҙы: белем алырға ынтылдыҡ. Был теләгем ни тиклем көслө булмаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡый алманым, етемлек үҙенекен итте. Темәстә балалар йортонда бер аҙ уҡып өлгөрҙөм, ләкин уны Ейәнсура районына күсереү сәбәпле, кире ауылға ҡайтырға тура килде. Колхозлаштырыу осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла дөйөм эшкә йәлеп иттеләр. Кеше араһына сығып, башҡалар менән аралашып йәшәй башланыҡ. Шуның менән донъяға булған ҡараштар ҙа үҙгәрҙе. Ниндәй генә эштә эшләмәнем: малсылыҡта ла, баҫыусылыҡта ла. Үгеҙҙе лә, атты ла егеп йөрөй торғайныҡ. Ҡара эштә һаулыҡ бысранмай, бысраҡ эштә һаулыҡ ҡараймай, тигәндәй, балаларҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырырға тырыштыҡ. Тиңдәштәрем араһында сабып барған атты ла тоторлоҡ, дөрләп янған утҡа ла инерлек сая ҡатын-ҡыҙҙар булды. Бөгөн мин кинйә улым Шәфҡәт һәм Венера киленем менән Хәйбулла районының Петропавловка ауылында йәшәйем. Аллаға шөкөр, матур ҡартлыҡта ғүмер итәм”.
Үҙемдең ҡәйнәм Фәүзиә Ирғәле ҡыҙы Такаеваның яуаптары:
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете ул – ғаиләң, балаларың менән бергә, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүҙә. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете күп осраҡта иренә бәйле. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым. Ул үҙемә ышаныслы ир, балаларға терәк һәм таяныс. Ғаиләбеҙҙе бер ваҡытта ла бер нәмәгә лә мохтаж итмәне. Рәфҡәт Фәйзрахман улы менән 40 йылдан ашыу ғүмер итәбеҙ. Бер ауыҙ ауыр һүҙ әйткәне булманы, башҡаларҙан да йәберләтмәне. Беҙҙе һәр ваҡыт тормоштоң ел-ямғырынан һаҡлап, ҡурсалап йөрөй. Тормош иптәшемдең балалар алдында ла абруйы ҙур. Һуңғы һүҙҙе лә ул әйтә. Иремә 75 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, әле лә ҡайһы бер егеттәреңә алмаштырғыһыҙ, уңған, тырыш. 12 йәшендә генә колхозда эшләй башлай. Ғүмер буйы малсылыҡта булды, 45 йылдан ашыу хеҙмәт стажы туплап хаҡлы ялға сыҡты, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булды. Ул – ғаиләбеҙҙең ныҡлы ҡалҡаны, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.
Замана ҡатын-ҡыҙы иһә заманына ҡарап яраҡлаша, йәшәй белергә тейеш. Эшендә лә, ғаиләһендә лә өлгөр булған кеше ул, әммә һәр ваҡыт ҡатын, әсәй булып ҡала белергә тейеш”.
Ә хәҙер иһә минең яуаптарым: ҡатын-ҡыҙ бәхете ул – эргәңдә терәгең булған ирең, күңел йыуанысы тапҡан балаларың, ғаилә усағын тоҡандырған өйөң, килем килтергән эшең, күңел йыуанысы биргән атай-әсәйең, туғандарың, ышаныслы дуҫтарың булыуҙа. Аллаға шөкөр, ҡәртәсәй тәрбиәһе лә алып үҫтек. Шуның менән дә бәхетлемен, тип әйтә алам.
Минең өсөн ир — ул ғаиләңде һаҡлап, ҡурсалап, яҡлап тороусы, үҙеңә ныҡлы терәк, балаларыңа ышаныслы кеше. Был тәңгәлдә йәмәғәтем ҡайнымдың һыҙаттарын үҙенә алған. Ирем — ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге.
Ирҙе ир иткән дә – ҡатын, хур иткән дә – ҡатын, тиҙәр. Ләкин уны дауам итеп, ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир, тип әйтер инем. Йәғни ир менән ҡатын донъя йөгөн бергә тартҡанда, бер-береһен аңлашып йәшәгәндә генә, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, һынмаҫҡа мөмкин. Нисек кенә әйтһәләр ҙә, ир — ғаилә башлығы. Ул бәхәс тыуҙырмай. Бөгөн күптәр ситтә эшләй. Был ғаиләләрҙең әсәләре, балалары ҡыҙғаныс. Ғүмерҙәренең бер өлөшө үҙҙәренең иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләренән ситтә уҙа. Күптәр әйтер, мәңгелеккә түгел, аҡса эшләр өсөн киткән тип. Бәхәсләшмәйем. Ләкин минең өсөн ғаилә — атай, әсәй, балалар. Һәм улар бер бөтөн.
Замана ҡатын-ҡыҙына килгәндә, ҡәйнәмдәрҙең әйткәндәре менән килешәм. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, 100 йыл элек ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй һыҙат хас булһа, бөгөн дә шулай. Бурыстар ғына, бәлки, артҡандыр. Бөгөн замандаш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күптәре янып ятҡан утҡа ла инерлек, сабып барған атты ла эйәрләп менерлек көскә эйә. Эйе, гүзәл заттарыбыҙ араһында “ҡорос атты” ла үҙенә буйһондорғандар байтаҡ, ләкин беҙ һәр хәлдә лә ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белергә тейешбеҙ.