Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » БДУ менән Йәрмәкәйҙе ни бәйләй?
Башҡорт дәүләт университеты менән Йәрмәкәй районы хакимиәте мәғариф һәм экотуризм өлкәһендә берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ. Ике яҡ араһында ошо хаҡта тейешле килешеү төҙөлдө.
Документҡа ярашлы берҙәм тик­ше­ренеү эштәре алып барыласаҡ, белгес­тәр әҙерләү, уҡытыусылар, студенттар өсөн практика, стажировка мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек ойоштороласаҡ, дипломлы йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү йәһәтенән аныҡ саралар булдырыласаҡ.
Етәкселәрҙең осрашыуында Йәрмә­кәй районы биләмәһендәге “Ҡолсом” спорт-һауыҡтырыу базаһында эко-агротуризмды үҫтереү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленде. Урында был йәһәттән күпмелер уңышҡа өлгәшелгән. Мәҫәлән, 2006 йылдан алып район ха­кимиәте һәм М.А. Шолохов исемендәге МДГУ-ның Өфө филиалы етәкселәренең башланғысы менән үҙенсәлекле мәғариф программалары, проекттары тормошҡа ашырылған. Улар араһында “Лингва” халыҡ-ара новаторҙар мәктәбе хаҡында айырым әйтеп китергә мөмкин. Инглиз телен тәрән өйрәнеү буйынса был программаны ғәмәлгә ашырыуҙа Ҡытай, Индонезия, Иран, Канада, Һиндостан, Италия, Колумбия һәм башҡа илдәрҙән халыҡ-ара тьюторҙар командаһы ҡатнашҡан. Ун йыл эсендә мәктәпте 500-ҙән ашыу бала тамамлап, сертификат алған. Күбеһе артабан инглиз теленә бәйле һөнәр һайлаған.
Этно-агротуризм буйынса “Экспедиция” халыҡ-ара проекты иһә ЮНЕСКО кафедраһы лаборатория­һы, Мәскәү асыҡ белем биреү институты, Мәскәүҙең Мәғариф департаменты, М.А. Шолохов исемендәге МДГУ-ның Өфө филиалы менән берлектә тор­мошҡа ашырылған. Төрлө яҡтан килгән балалар тематик смена барышында Башҡортостан­дағы халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын үҙләш­тергән, көнкүрешен яҡындан күргән.
Башҡорт дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек Йәрмәкәйҙәге комплекс өсөн яңы үҫеш мөмкинлектәре асасаҡ. Осрашыуҙа уҡыу йорто ректоры Николай Морозкин белдереүенсә, спорт-һауыҡтырыу базаһы йыл дауамында эшләй башлаясаҡ. Унда физика-математика, химия-биология йүнәлешендә, төрлө телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән профилле сменалар, студенттар өсөн күсмә семинарҙар, конференциялар ойоштороу планлаштырыла, шулай уҡ туристик маршруттар төҙөләсәк.
“Был килешеү райондың инфра­структураһын үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк. Урындағы халыҡҡа яңы эш урындары булдырыласаҡ – шуныһы айырыуса мөһим, – тигән фекерҙә Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов. – Социаль хеҙмәт­тәшлек, һис шикһеҙ, педагогтарҙың белемен камиллаштырыуҙың, студент­тарҙы әҙерләүҙең сифатын күтәреүгә тос өлөш индерәсәк”.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә